Таһирова Майя Афзал ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
51 юл: 51 юл:


[[Категория:Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]
[[Категория:Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]
[[Категория:Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары]]

18:52, 12 ноябрь 2016 өлгөһө

Майя Таһирова
Тыуған ваҡыты:

8 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө

Вафат ваҡыты:

9 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Һөнәре:

балет артиһы, педагог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1949—2003

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Майя Афзал ҡыҙы Таһирова (1931—2003) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.

Биографияһы

Майя Афзал ҡыҙы Таһирова билдәле башҡорт яҙыусыһы Афзал Таһировтың ҡыҙы,хәсрәтһеҙ бала сағы бик ҡыҫҡа була. 1937 йылда атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алына, атыуға хөкөм ителә, әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апаһын айырып, төрлө балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.

1943 йылда Ленинград хореография училищеһынан Өфөгә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә, һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә. Ленинградта үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А. Я. Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.

Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәшен — Илдус Хәбировты -- атар булған. Майя Афзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй. Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ бының менән генә сикләнеп ҡалмай, Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә. Мәҙәниәтебеҙ тарихында башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.

Эшмәкәрлеге

  • Мария («Бахчисарайский фонтан», Б. Асафьев)
  • Одетта-Одиллия («Лебединое озеро», П. Чайковский)
  • Жизель («Жизель», А. Адан)
  • Сари («Тропою грома», К. Караев)
  • Джульетта («Ромео и Джульетта», С. Прокофьев)
  • Никия («Баядерка», Л. Минкус)
  • Эсмеральда («Эсмеральда», Ц. Пуни)
  • Хасинта («Лауренсия», А. А. Крейн)
  • Ледяная дева («Сольвейг», Э. Григ)
  • Зәйтүнгөл, торналар башлығы («Журавлиная песнь», Л. Степанов һәм З. Исмәғилев)
  • Гөлнәзирә («Гөлнәзирә», Н. Сабитов)
  • Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», Х. Заимов һәм А. Чугаева)

Наградалары

Һылтанмалар