Белорет металлургия комбинаты: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
56 юл: 56 юл:
* Николай Сергеевич Голубев – 1902 йылдың 29 декабрендә тыуған, 1987 йылдың 23 июнендә вафат булған, инженер-технолог, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
* Николай Сергеевич Голубев – 1902 йылдың 29 декабрендә тыуған, 1987 йылдың 23 июнендә вафат булған, инженер-технолог, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.


== Наградалары==
== Наградалары ==
* 1895 йылда Белорет заводы продукцияһы 1986 йылда [[Түбәнге Новгородтағы Бѳтә Рәсәй күргәҙмәһендә]] юғары наградаға - «Дәүләт гербына» эйә була.
* 1895 йылда Белорет заводы продукцияһы 1986 йылда Түбәнге Новгородтағы Бѳтә Рәсәй күргәҙмәһендә юғары наградаға — «Дәүләт гербына» эйә була.
* [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] (1966 йыл)
* [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] (1966 йыл)
[[Файл:Международные призы: «Золотой Глобус» — за высокие показатели бизнеса (Копенгаген, Восточный фонд развития, 1993), «Золотая звезда» — за имидж фирмы (Мадрид, 18-й Всемирный конгресс бизнесменов, 1993); Европейский приз качества — за качество и стабильность поставок экспортной продукции (Париж, Клуб лидеров торговли, 1994).
[[Файл:Международные призы: «Золотой Глобус» — за высокие показатели бизнеса (Копенгаген, Восточный фонд развития, 1993), «Золотая звезда» — за имидж фирмы (Мадрид, 18-й Всемирный конгресс бизнесменов, 1993); Европейский приз качества — за качество и стабильность поставок экспортной продукции (Париж, Клуб лидеров торговли, 1994).
|мини]]
|мини]]

== Ҡыҙыҡлы факттар ==
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
1918 йылда Белорет металлургия эшселәренән 270-се Белорет социалистик полкы булдырыла. Ул В.К. Блюхер командалыҡ иткән [[Урал партизандар армияһы]] составында героик рейдтар яһай.
1918 йылда Белорет металлургия эшселәренән 270-се Белорет социалистик полкы булдырыла. Ул В.К. Блюхер командалыҡ иткән [[Урал партизандар армияһы]] составында героик рейдтар яһай.

19:08, 14 ноябрь 2016 өлгөһө

Открытое акционерное общество «Белорецкий металлургический комбинат» ( ОАО "БМК")
Тип

Открытое акционерное общество

Нигеҙләнгән

1762

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Белорецк, Башкортостан

Төп фигуралар

Камелин Виктор Геннадьевич - Управляющий директор

Тармаҡ

металлургия

Продукция

Металлопродукция

Килем

393 044 тыс. р. (6 мес. 2012г.)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

6,0 тыс. человек

Сайт

http://www.mechel.ru/sector/steel/bmk/

 Белорет металлургия комбинаты Викимилектә
Наградалар:

Юбилейный почётный знак ЦК КПСС, ПВС СССР, СМ СССР и ВЦСПС в ознаменование 50-летия образования СССР[1]

'Белорет металлургия комбинаты – Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһындағы сәнәғәт предприятиеһы. Тулы металлургия циклы менән металл изделиелар етештереү буйынса ( тимер рудаһы сығарыу, суйын һәм ҡорос иретеү) Рәсәйҙәге иң эре метиз предприятиеларының береһе. Штаб-фатиры Белорет ҡалаһында, Блюхер урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан. Етәкселек: идара итеүсе директор В.Г. Камелин. Эшселәр һаны 1994 йылда - 16,4 мең, 2014 йылда - 6,0 мең кеше. Комбинаттың составы: 42 цехтан тора, үҙ эсенә тау рудаһы (Белорет районының Туҡан ауылы, 1888 йылда нигеҙ һалынған), металлургия (1762 йылда), табаҡ прокатлау (Тирлән ауылы) цехтарын да ала [2], 1759), сталепроволочно-канатное (1912) производства[3]. Комбинатта 51 механизацияланған һәм 40 автоматлаштырылған ѳҙлѳкһѳҙ линия, металл ҡырҡыусы станоктар эшләй. 1980 йылда автоматлаштырылған прокат цехы асыла.

XVIII—XIX быуаттарҙа завод территорияһында тѳҙѳлгән зданиелар комплексы федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы булып һанала (Ҡалып:Культурное наследие 3 һаны аҫтында Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ обьекттары исемлегенә индерелгән )

Тарихы

Белорецкий комбинат в 1942 году

Белорет металлургия комбинатына 1762 йылда себер саүҙәгәрҙәре И.Б. Твердышев менән И.С. Мясников нигеҙ һала. Заводтың тәүге тѳҙѳүселәре һәм эшселәре Ҡазан, Пенза, Нижегород, Рязань губернаһының крепостной крәҫтиәндәре була. Заводтың ҡеүәте йылына - 122,5 мең бот суйын һәм 80 мең бот тимер. 1773 йылда, Пугачев восстаниеһы арҡаһында, Белорет заводы 3 йылға туҡтап тора. 1784 йылда ул үҙенең хужаһын алыштыра – завод И. С. Мясниковтың оло ҡыҙы ҡулына күсә. Ул дворян А.И. Пашковҡа кейәүгә сыға, Белорет заводы уның бирнәһе була. 1800 йылда Белорет суйыны Уралда иң осһоҙо була, ә тимере еңел сүкелеүе менән дан ала. 1866 йылда завод опекунлыҡ идарасылығына күсә, 1874 йылда “Пашковтарҙың тимер етештереү заводтары акционерҙар йәмғиәте” тип атала башлай. Уның хужаһы «Вогау и Ко» Мәскәү сауҙа йорто була. Заводты яңынан йыһазландырыу башлана: иҫке домна мейестәре яңыртыла, уларҙың бейеклеге һәм күләме арттырыла. 1900 йылда суйын етештереү 13414 тоннаға еткерелә.

1882 йылда прокат цехы яйға ебәрелә. 4 прокат цехы: эре сортлы, урта сортлы, ваҡ сортлы һәм сым цехы булдырыла.1908 йылда   трио «650» сутунка станы файҙаланыуға тапшырыла. 1984 йылда стан мораль һәм физик яҡтан иҫкерүе сәбәпле, сафтан сығарыла һәм демонтажлана.

1913—1914 йылдарҙа завод электростанцияһы тѳҙѳлә. 1945 йылда мартен цехы корпусын үҙгәртеп ҡороу тамамлана һәм ошо уҡ йылда түңәрәк һәм квадрат катанка етештереү буйынса «260» станы файҙаланыуға тапшырыла. 1914 йылда сәнскеле сым заводы сафҡа индерелә. Уның цехында уртаса һәм эре дәүмәлдәге сым һуҙыу ѳсѳн 22 барабанлы ике сым һуҙыу рәте була. Революция һәм граждандар һуғышы осоронда Белорет предприятиеһы тулыһынса эшмәкәрлеген туҡтата һәм бары тик 1921 йылда ғына яңынан эшләй башлай. 1925-1926 йылдарҙа ул һуғышҡа тиклемге кимәленә күтәрелә. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында ҡорос етештереү күпкә арта. Оборона сәнәғәте ихтыяжы ѳсѳн ҡатыштырылған һәм инструменталь маркалар етештереү үҙләштерелә. 1943 йылда 17-се канат цехы тѳҙѳлѳп бѳтә. Харцызск һәм Одесса заводынан килтерелгән канат ҡорамалдары ҡуйыла. Һуғыштан һуңғы биш йыллыҡта ҡорос сым-канат етештереү заводында тѳрлѳ йүнәлештәге сым һәм ҡорос канат етешетереүҙең яңы технологиялары индерелә һәм камиллаштырыла. 1958 йылда металлургия, ҡорос сым-канат, Тирлән заводтарының, Туҡан руднигының һәм тар колеялы тимер юлының бер комбинатҡа берләшеүе ҙур ваҡиға була. 50-се йылдарҙа коллектив тормошонда илдә тәүгеләрҙән булып, автомобиль һәм авиация шиналарын арматуралау ѳсѳн ҡурғаш һәм цинк ҡатнаш баҡыр иретмәһенән эшләнгән нәҙек сымдан металлокорд етештереү үҙләштерелә. 1966 йылда эшендәге уңыштары ѳсѳн Белорет металлургия комбинаты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. 1970 йылда файҙаланыуға ҡатнаш сым цехын индереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. 1980 йылда йылына 400 мең катанка етештереү ҡеүәтенә эйә булған 150-се стан сафҡа индерелә.

1994 йылда Белорет металлургия комбинаты  «Белорет металлургия комбинаты»

асыҡ акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә. 2012 йылда уның менән « Мечел-Сталь идара итеү компанияһы » етәкселек итә. 2002 йылда комбинаттың домна һәм мартен цехтары иҡтисади күҙлектән сығып, эксплуатацияланыуҙан сығарыла. Ҡорос сым-канат етештереү комбинаттың тѳп йүнәлешенә әйләнә.


Эшмәкәрлеге

Белорецкий металлургический комбинат. 2009 год

Йыл һайын комбинатта 200 мең тонна тимер рудаһы сығарыла, 200 мең тонна суйын иретелә, 350 мең тонна ҡорос (150 марканан ашыу), 560 мең тонна әҙер прокат, 280 мең тонна металл изделиелар, шул иҫәптән 205 мең тонна ҡорос сым, 580 мең тонна ҡорос канат, 3,2 мең тонна металлокорд, 11,3 тонна ҡорос таҫма һәм профиль етештерелә. Продукция ассортименты 35 мең тѳргә етә. Улар Рәсәй Федерацияһының тѳрлѳ тѳбәктәренә оҙатыла, 22 дәүләткә экспортлана. “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – илебеҙҙең метиз баҙарындағы тәүге ѳс лидер исемлегенә инә. БМК Рәсәйҙәң һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендәге 0,009 миллиметрҙағы нәҙек сым етештергән берҙән-бер предприятие. Тѳп тармаҡтар — ҡулланыусылар: тѳҙѳлѳш сәнәғәте, нефть, газ, тау, металлургия, автомобилдәр тѳҙѳү, мебель, тѳбәк дистрибьюцияһы. Экспортҡа һатыуҙа тѳп урынды катанка алып тора.

Социаль яуаплылыҡ

Комбинатттың акциялары менән «Мечел» компанияһы идара иткән ваҡытта социаль объекттар – пионер лагерҙары, ял йорттары һатыла. Завод поликлиникаһы насар хәлдә була, торлаҡ йорттар тѳҙѳлѳшѳ туҡтай. [4].

Комбинаттың билдәле хеҙмәткәрҙәре

  • Ғайсар Бәхтегәрәй улыАҫылғужин – 1944 йылдың 1 ғинуарында тыуған, Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
  • Алексей Михайлович Иноземцев - 1912 йылдың 13 мартында тыуа, 1967 йылдың 27 октябрендә вафат була. Башҡорт АССР-ы Белорет металлургия заводының мартен цехы ҡорос иретеүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы.
  • [[ Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мѳхәмәтдинова– 1931 йылдың 25 сентябрендә тыуған, Белорет металлургия комбинатының канатсыһы, Белорет ҡалаһының почетлы гражданины, “Почет билдәһе”, Ленин ордендары менән бүләкләнгән, СССР-ҙа тәүгеләрҙән булып, металлокорд етештереү технологияһын үҙләштереүсе, үҙ сифат келәймәһе менән продукция сығарыу хоҡуғына эйә.
  • Татьяна Ивановна Немкова – 1937 йылдың 22 ноябрендә тыуған, Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-канат етештереү цехы кантсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
  • Фәтих Ҡәйүм улы Сѳләймәнов - 1924 йылдың 25 июлендә тыуған, БМК-ның сым һуҙыусыһы, Дәүләт премияһы лауреаты, СССР Юғары Советы депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Белорет ҡалаһының почетлы гражданины.
  • Николай Сергеевич Голубев – 1902 йылдың 29 декабрендә тыуған, 1987 йылдың 23 июнендә вафат булған, инженер-технолог, СССР Дәүләт премияһы лауреаты.

Наградалары

  • 1895 йылда Белорет заводы продукцияһы 1986 йылда Түбәнге Новгородтағы Бѳтә Рәсәй күргәҙмәһендә юғары наградаға — «Дәүләт гербына» эйә була.
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966 йыл)

[[Файл:Международные призы: «Золотой Глобус» — за высокие показатели бизнеса (Копенгаген, Восточный фонд развития, 1993), «Золотая звезда» — за имидж фирмы (Мадрид, 18-й Всемирный конгресс бизнесменов, 1993); Европейский приз качества — за качество и стабильность поставок экспортной продукции (Париж, Клуб лидеров торговли, 1994). |мини]]

Ҡыҙыҡлы факттар

1918 йылда Белорет металлургия эшселәренән 270-се Белорет социалистик полкы булдырыла. Ул В.К. Блюхер командалыҡ иткән Урал партизандар армияһы составында героик рейдтар яһай. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында тылда күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн БМК хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә ҡалала «Ҡорос сым етештереүсе тыл хеҙмәткәрҙәренә» стеллаһы һәм Тыуған ил ѳсѳн яуҙа башын һалған металлургтар ѳсѳн һәйкәл ҡуйылған 50-се йылдар аҙағында Белорет ҡалаһында Магнитогорск Тау металлургия институтының (хәҙерге Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты) киске бүлеге асыла. Бында Белорет комбинаты ѳсѳн инженер-металлургтар әҙерләйҙәр.

2012 йылда Белорет металлургия комбинаты нигеҙ һалыныуына 250 йыл тулыуын билдәләй. Юбилей хѳрмәтенә завод майҙанында Иван Твердышевҡа һәйкәл асыла. [5]. Скульптураның бейеклеге  в 2,5 метр,  Каслинск заводында ҡойолған.  Скульптураның авторы  — Каслинского заводы скульпторы  Н. Куликов.

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Старостин А. «Стальные нити времен» История БМК. Мечел. 256с. Екатеринбург. 2012 г.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр