Грипп: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баҫылған хата төҙәтелде
Тамғалар: Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Авырыу - ул татарса!
42 юл: 42 юл:
Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез (ауырыуҙар менән контакт, ауырыуҙарның киҫкен артыуы һ. б.), клиник картина һәм лаборатор тикшереү мғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: [[Дауа саралары|дарыу]]ҙар ҡулланыу (грипҡа ҡаршы гамма-глобулин, вирусҡа ҡаршы, тән температураһын төшөрөүсе дарыуҙар, витаминдар һ. б.), физиотерапия (ингаляция, УФ-нурланыш һ. б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: менингит, миокардит, пневмония, синусит һ. б. Сирҙе иҫкәртеү өсөн вакцинация үткәрелә, организмды сыныҡтырыу, ауырыуҙарҙы изоляциялаү, вирусҡа ҡаршы һәм иммунитетты көсәйктүсе препараттар тәҡдим ителә һ.б. Грипп һәм киҫкен тын юлдары ауырыуҙары — вируслы сир, уларны дауалағанда антибиотикҡулланылмай. Улар өзлөгөүҙәр булғанда ғына тәғәйенләнә.

Прививка яһатыу грипп менән авырыу ихтималын уртаса ике тапҡыр кәметә. Уны йоҡторған хәлдә лә ауырыу еңелерәк үтә. Вакцинаның ғәмәлдәге грипп вирусы менән тәңгәл килеүе мөһим.
Прививка яһатыу грипп менән ауырыу ихтималын уртаса ике тапҡыр кәметә. Уны йоҡторған хәлдә лә ауырыу еңелерәк үтә. Вакцинаның ғәмәлдәге грипп вирусы менән тәңгәл килеүе мөһим.

Вакцина грипптан 70—92 процент самаһы һаҡлай. Вакцинацияны ноябрь аҙағына тиклем яһатып өлгөрөргә кәрәк. Иммунитет эшләнһен өсөн дүрт аҙна ваҡыт кәрәк, нәҡ вакцинанан һуң бер ай үткәс кенә антитәнсектәр күп барлыҡҡа килә. Шуға күрә вакцина тураһында алданыраҡ, грипп һуғып йыҡҡансы уйларга кәрәк. Һүҙ уңайынан, кеше үз ғөмөрендә уртаса 1 йыл грипп менән ауырый икән.

07:38, 9 ғинуар 2017 өлгөһө

Грипп
Электорон микроскоп ярҙамында төшөрөлгән грипп вирусы микрофотографияһы
Электорон микроскоп ярҙамында төшөрөлгән грипп вирусы микрофотографияһы
МКБ-10

J1010., J1111.

МКБ-9

487487

DiseasesDB

6791

MedlinePlus

000080

eMedicine

med/1170 ped/3006ped/3006

MeSH

D007251

 Грипп Викимилектә

Грипп (франц. баҫып алыу, яулап алыу) — грипп вирусы килтереп сығарған һулау юлдарының инфекция ауырыуы. Көслө вирус инфекция ауырыуҙар (ОРВИ) араһына керә. Бөгөн грипптың 2000 яҡын төрө билдәле. Гриппҡа ҡаршы профилактика сараһы булараҡ көҙ көнө вакцинация үтергә кәңәш ителә.

Грипп эпидемияһы йыл һайын, ғәҙәттә, йылдың һыуыҡ ваҡытында ҡабатлана һәм ер шарында йәшәүсе халыҡтың 15 процентын зарарлай. Донъяла грипп ауырыуы менән 500 миллион кеше ауырыһа, шуның 2 миллионы вафат була.

Кешелә грипп тыуҙырғыс — РНК-лы Mixovirus influenza вирусы, түбән температураға бирешмәй, ультрафиолет нурҙар, антисептик саралар менән тәьҫир иткәндә үлә. Вирус йоҡторғандан һуң, организмда инкубацион осор тип аталған, 12—48 сәғәткә һуҙылған ваҡыт үтә. Һуңынан температура 38—40 градусҡа күтәрелә, кеше өшөй башлай, башы, күҙ алмалары, мускулдары, быуындары ауырта, уҡшый. Сирҙең икенсе һәм өсөнсө тәүлегендә генә ауырыуҙа ҡоро йүтәл, тымау барлыҡҡа килә. Ауырыған ваҡытта кеше ярҙамға мохтажлык кисерә: ғөмүмән хәлһеҙлектән, баш ауыртыуҙан, ҡалтыраныуҙан яфа сигә. Ауырыуҙың киҫкен осоро 3—7 көн дауам итә.

«Һалҡын тейеү» ауырыуын — йөҙҙән артыҡ төр вирус, гриппты А, В, С вирустары килтереп сығара. Был вирустар булыуы 1933, 1940, 1947 йылдарҙа асыҡланған. Грипп эпидемияһы йыл һайын, ғәҙәттә, һалҡын осорҙа була һәм Ер шарындағы халыҡтың 15 процентында күҙәтелә.

А гриппы эпидемияһы — 2—3 йылға, В гриппы 4—6 йылға бер тапҡыр ҡабатлана. С гриппы эпидемия тыуҙырмай, уның менән бер генә тапҡыр ауырырға мөмкин, кешеләр уны башҡаса йоҡтормай. Шунлыҡтан, уның менән, аҫылда, балалар ауырый.

Грипп вирусы бик тиҙ таралыусан. Инфекция менән башҡа кеше йүтәлләгәндә, йәиһә сөскөргәндә зарарланырға мөмкин. Сөнки был ваҡытта ауырыу кешенән йәки вирусты йөрөтөүсенән ауырыу тыуҙырыусы, шул иҫәптән грипп вируслы бактериялар тарала һәм ауырыу тирәһендә зарарлы зона барлыҡҡа килә.

Организмға эләккән вирус 4—6 сәғәт эсендә үрсей. Таралыуҙан һаҡланыу өсөн организм шул урынға иммунитет күҙәнәктәрен йүнәлтә. Лимфа төйөндәрендә вирусҡа ҡаршы тороусы тәнсектәр эшләп сығарыла башлай, тик улар 1,5—2 аҙнанан һуң ғына көсәйә.

Ҡатлаулы булмаған грипп 5—10 көн дауам итә, 4—5 көн температура юғары тора. Өҙлөгөү бактерия микрофлораһы активлашыуы менән аңлатыла. Пневмония, синусит, отит күҙәтелергә мөмкин.

Тарихи белешмә

Грипптың беренсе билдәләрен б. э. т. V быуатта ук бөйөк Гиппократ тасүирлап ҡалдырған. Шул замандарҙан бирле кешелек дөньяһы әлеге сиргә ҡаршы бик күп саралар уйлап тапҡан. Түбәндәге сараларҙың иң яҡшы яғы шул — улар йөҙ процент натураль. Дөрөҫ, улар сирҙең башланғыс осоронда нәтижәлерәк. Әмма «яулап алыу» бөтә ҡеүәтенә барғанда ла, төп дауаланыуға өҫтәмә булараҡ, был саралар — бик файҙалы.

Боронгө гректар катарсисты (гриппты улар шулай атаған) иҙгән һарымһаҡ менән дауалағандар. Уның составындағы аллицин тигән актив матдә инфекцияға ҡаршы шаҡтай көслө сара, ул хәлһеҙләнгән иммунитетҡа ярҙамға килә. Ләкин дозаны бик арттырып ебәрмәгеҙ — көнөнә 2—3 теш етә.

Людовик XIVнең шәхси табибы Пюрго, грипп эләктергәс, баҡа менән ҡусҡар һкрпаһы бешереп ашата торған булған. Әлеге сара Людовикты бик тиҙ аяҡҡа баҫтырған. Әлеге экзотик рецептыы нәҡ шундай уҡ файҙалы, ләкин бик ябай рецепт менән дә алыштырып була.

Документтарҙа беренсе пандемия билдәләре 1580 йылда теркәлгән. 1918—19 йылдарҙа «Испанка» пандемияһы төрлө сығанаҡтар буйынса 20—50 миллион кешенең вафатына килтерә. Иң күп үлем осраҡтары йәштәр араһында була. 1957 йылда «Азия гриппы» һәм 1968 йылда «Гонконг гриппы» пандемияларында ла халыҡ күпләп ҡырыла. Был пандемияларға ауыр осраҡтарҙың күп булыуы, ауырыуҙың йәштәр араһында таралыуы хас[1].

Дауалау

Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез (ауырыуҙар менән контакт, ауырыуҙарның киҫкен артыуы һ. б.), клиник картина һәм лаборатор тикшереү мғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: дарыуҙар ҡулланыу (грипҡа ҡаршы гамма-глобулин, вирусҡа ҡаршы, тән температураһын төшөрөүсе дарыуҙар, витаминдар һ. б.), физиотерапия (ингаляция, УФ-нурланыш һ. б.). Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: менингит, миокардит, пневмония, синусит һ. б. Сирҙе иҫкәртеү өсөн вакцинация үткәрелә, организмды сыныҡтырыу, ауырыуҙарҙы изоляциялаү, вирусҡа ҡаршы һәм иммунитетты көсәйктүсе препараттар тәҡдим ителә һ.б. Грипп һәм киҫкен тын юлдары ауырыуҙары — вируслы сир, уларны дауалағанда антибиотикҡулланылмай. Улар өзлөгөүҙәр булғанда ғына тәғәйенләнә.

Прививка яһатыу грипп менән ауырыу ихтималын уртаса ике тапҡыр кәметә. Уны йоҡторған хәлдә лә ауырыу еңелерәк үтә. Вакцинаның ғәмәлдәге грипп вирусы менән тәңгәл килеүе мөһим.

Вакцина грипптан 70—92 процент самаһы һаҡлай. Вакцинацияны ноябрь аҙағына тиклем яһатып өлгөрөргә кәрәк. Иммунитет эшләнһен өсөн дүрт аҙна ваҡыт кәрәк, нәҡ вакцинанан һуң бер ай үткәс кенә антитәнсектәр күп барлыҡҡа килә. Шуға күрә вакцина тураһында алданыраҡ, грипп һуғып йыҡҡансы уйларга кәрәк. Һүҙ уңайынан, кеше үз ғөмөрендә уртаса 1 йыл грипп менән ауырый икән.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар