Бикбаев Рауил Төхфәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
54 юл: 54 юл:


== Китаптары ==
== Китаптары ==
* 1967 йыл: Ҡош юлы: Шиғырҙар, поэмалар. ''Өфө, 1967''.
* Дала офоҡтары. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1964.
* 1976 йыл: Ғүмер уртаһы: Шиғырҙар, поэмалар. ''Өфө, 1976''.
* Ҡош юлы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1967.
* Автобиография. Шиғырҙар. Өфө. 1969.
* 1985 йыл:
** Бураҙналар: Шиғырҙар, поэмалар. ''Өфө, 1985''.
*Лирика. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1971.
* Ғүмер уртаһы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1976.
* Һөйөнсө. Шиғырҙар. Өфө.1979.
* Замандың шиғри йылъяҙмаһы. Өфө. 1980.
* Ерем балҡышы. Шиғырҙар. Өфө. 1982.
* Бураҙналар. Шиғырҙар, хикәйәт, баллада, поэмалар. Өфө. 1985.
* Яҙмышым. Шиғырҙар. Поэмалар. Өфө. 1988.
* Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады. Өфө.1989.
* Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Поэма. Өфө. 1991.
* Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ! Поэма, шиғырҙар. Өфө. 1991.
* Шағир һүҙе — шағир намыҫы. Ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. Өфө. 1991.
* Ай күргәндәй — ҡояш алғандай. Һайланмалар китабы. Өфө. 1998.
* Йөҙ ҙә бер хәҙис. Беренсе китап. Өфө. 2001.
* Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө.2001.
* Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. Өфө. 2002.
* Йөҙ ҙә бер хәҙис. Икенсе китап. Өфө. 2003.
* Йөҙ ҙә бер хәҙис. Өсөнсө китап. Өфө. 2004.
* Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны. Өфө. 2005.
* Рәми Ғарипов. Шағир тураһында китап. Өфө. 2007.
* Һайланма әҫәрҙәр. Биш томда. Өфө, 2008-2012.
* Көндәлектәр. Беренсе китап. Өфө.2013.
* Көндәлектәр. Икенсе китап. Өфө. 2013.
** Звездный дом: Стихи. ''Мәскәү, 1985''.{{ref-ru}}
** Звездный дом: Стихи. ''Мәскәү, 1985''.{{ref-ru}}
** Поющие скалы: Стихи. ''Мәскәү, 1978.''{{ref-ru}}
* [[1986]] йыл:
** Поющие скалы: Стихи. ''Мәскәү, 1986.''{{ref-ru}}
** Время. Поэт. Народ. ''Мәскәү, 1986.''{{ref-ru}}
** Время. Поэт. Народ. ''Мәскәү, 1986.''{{ref-ru}}
* 1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. ''Москва, 1991''.
* 1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. ''Москва, 1991''.

11:11, 15 ғинуар 2017 өлгөһө

{{{Исеме}}}
Жанр:

шиғырҙар

Рауил Бикбай (Рауил Төхфәт улы Бикбаев; 12 декабрь 1938) — Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәт белгесе, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы, шулай уҡ Рәми Ғарипов һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. 2008 — 2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрафик ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый.

1965 йылдан башлап СССР фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.

Ижади эшмәкәрлеге

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн башҡарған эштәре ҙур.

Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Китаптары

  • Дала офоҡтары. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1964.
  • Ҡош юлы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1967.
  • Автобиография. Шиғырҙар. Өфө. 1969.
  • Лирика. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1971.
  • Ғүмер уртаһы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1976.
  • Һөйөнсө. Шиғырҙар. Өфө.1979.
  • Замандың шиғри йылъяҙмаһы. Өфө. 1980.
  • Ерем балҡышы. Шиғырҙар. Өфө. 1982.
  • Бураҙналар. Шиғырҙар, хикәйәт, баллада, поэмалар. Өфө. 1985.
  • Яҙмышым. Шиғырҙар. Поэмалар. Өфө. 1988.
  • Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады. Өфө.1989.
  • Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Поэма. Өфө. 1991.
  • Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ! Поэма, шиғырҙар. Өфө. 1991.
  • Шағир һүҙе — шағир намыҫы. Ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. Өфө. 1991.
  • Ай күргәндәй — ҡояш алғандай. Һайланмалар китабы. Өфө. 1998.
  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Беренсе китап. Өфө. 2001.
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө.2001.
  • Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. Өфө. 2002.
  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Икенсе китап. Өфө. 2003.
  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Өсөнсө китап. Өфө. 2004.
  • Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны. Өфө. 2005.
  • Рәми Ғарипов. Шағир тураһында китап. Өфө. 2007.
  • Һайланма әҫәрҙәр. Биш томда. Өфө, 2008-2012.
  • Көндәлектәр. Беренсе китап. Өфө.2013.
  • Көндәлектәр. Икенсе китап. Өфө. 2013.

Сығанаҡтар

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар