Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Персона | имя = Ғәли Вәлиуллин | дата рождения = 25.09.1951 | место рождения…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

17:05, 29 ғинуар 2017 өлгөһө

Персона | имя = Ғәли Вәлиуллин | дата рождения = 25.09.1951 | место рождения = Иҫке Собханғол(Бөрйән районы)

Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (25 сентябрь 1951. Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры.

Биографияһы

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1968-1969 йылдарҙа Ырғыҙлы урта мәктәбендә математиканан уҡыта. 1975 йылда Һарытау юғары хәрби инженер училищеһын тамамлай. 1969-1992 йылдарҙа - хеҙмәт итә, запас подполковнигы. 1993-1996 йылдарҙа - УПТК ОАО "21 һанлы Трест" начальнигы урынбаҫары. 1996-1999 йылдарҙа - "Башҡортостан. Агротехсервис" ЯСЙ-ның директоры. 1999-2000 йылдарҙа - БР Милли музейының төп инженеры, генераль директорҙың беренсе урынбаҫары. 2000 йылдан - музейҙың генераль директоры. 2004 йылда музей белгесе-педагог һөнәре буйынса Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.

Эшмәкәрлеге

Милли музейҙы, Республика Хәрби Дан, Көйөргәҙе районындағы Кинйә Арыҫланов, Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин, Малаяҙҙағы Салауат Юлаев, Ҡоролтай - БР Дәүләт Йыйылышы Парламенты музейҙарын төҙөүҙә әүҙемлек күрһәтә. 2003 йылдан алып М.Аҡмулла ис. БДПУ менән музеолог-белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша. Университеттың музеология секцияһын етәкләй. Ул "Башҡортостан Республикаһының Милли музейы: төҙөлөш һәм үҫеш тарихы"китабының авторы. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған экспозицияның авторы.

Наградалары

10 миҙал менән бүләкләнгән. Шулар араһында Монгол Милли Республикаһының "Дуҫлыҡ" һәм "Рәсәй патриоттары" миҙалдарын айырым билдәләп үтергә кәрәктер. 2009 йылда "БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре" исемен алған.

Сығанаҡтар

  • Гали Валиуллин "Национальный музей Республики Башкортостан:история создания и развития", Уфа, 2014