Урал федераль округы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: tl:Pederal na Distrito ng Ural
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: hu:Uráli szövetségi körzet
81 юл: 81 юл:
[[he:המחוז הפדרלי של אורל]]
[[he:המחוז הפדרלי של אורל]]
[[hr:Uralski savezni okrug]]
[[hr:Uralski savezni okrug]]
[[hu:Uráli szövetségi körzet]]
[[id:Distrik Federal Ural]]
[[id:Distrik Federal Ural]]
[[it:Distretto Federale degli Urali]]
[[it:Distretto Federale degli Urali]]

19:47, 4 июль 2011 өлгөһө

Урал федераль округы - 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Урал тауҙары ҡырында һәм Көнбайыш Себерҙә урынлашҡан региондар ҡарай. Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 10,5% майҙанын биләй. Урал федераль округынан бүленгән һалымдар дөйөм Рәсәй федераль бюджетының өстән бер өлөшөн тәшкил итә.??

Хоҡуҡи-административ торошо

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].

Халҡы һәм милли составы

2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Урал федераль округында 12 373 926 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 8,52% тәшкил итә.

Милли состав:

  1. Урыҫтар: 10 237 992 кеше (82,74 %)
  2. Татарҙар: 636 454 кеше. (5,14 %)
  3. Украиндар: 355 087 кеше (2,87 %)
  4. Башҡорттар: 265 586 кеше (2,15 %)
  5. Немец халҡы: 80 899 кеше (0,65 %)
  6. Белорустар: 79 067 кеше (0,64 %)
  7. Ҡаҙаҡтар: 74 067 кеше (0,6 %)
  8. Әзербайджандар: 66 632 кеше (0,54 %)
  9. Сыуаштар: 53 110 кеше (0,43 %)
  10. Марийҙар: 42 992 кеше (0,35 %)
  11. Мордва халҡы: 38 612 кеше. (0,31 %)
  12. Әрмәндәр: 36 605 кеше (0,3 %)
  13. Удмурттар: 29 848 кеше (0,24 %)
  14. Ненец халҡы: 28 091 кеше (0,23 %)
  15. Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 69 164 кеше (0,56 %)

Иң ҙур ҡалалары

  • Екатеренбург
  • Силәбе
  • Магнитагорск
  • Златоуст
  • Түбәнге Тагил
  • Курган
  • Ханты-Мансы
  • Сургут
  • Нижневартовск
  • Мейәс
  • Каменск-Уральск
  • Нефтюганск

Округтың составы

Федерация субъекты Административ үҙәк
Курган өлкәһе Курган
Свердлов өлкәһе Екатеринбург
Төмән өлкәһе Төмән
Ханты-Мансы автономия округы – Югра* Ханты-Мансы
Силәбе өлкәһе Силәбе
Ямал-Ненец автономия округы* Салехард
* - Төмән өлкәһе составына инә

Тасурилама

Федераль округ территорияһында 1164-кә яҡын муниципаль берәмек хисаплана. Урал федераль окфугына ингән субъектарҙың күбеһендә минераль сырьё ҡаҙылмалары бар. Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автоном округтарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары тикшерелгән һәм эксплуатацияға индерелгән. Ошо округтарҙа бөтә рәсәйҙең 66,7% нефть (донъялағы 6%) һәм 77,8% газ (донъялағы 26%) ятҡылыҡтары урынлашҡан.

Дөйөм рәсәй кимәленән был федераль округта 10% урман урынлашҡан; урман буйынса Себерҙән һәм Алыҫ Көнсығыштан ҡалыша.

Ер фонды 182 000 000 га (2000 йылдың 1 ғинуарына ҡарата).

Ҡоро ер сигенең оҙонлоғо 1300 километрҙан ашыу.

Иҫкәртмә

  1. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)