Рафиҡов Булат Заһри улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
34 юл: 34 юл:


Һуңғы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләне. «Ҡараһаҡал» романы [[1990 йыл]]да Башҡортостандың [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары|Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына]] лайыҡ булды. «Сал ҡылған» романы иһә Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен әйтеп тора. «Эйәрләнгән ат» романында (1993) Б. Рафиҡов [[С. Юлаев]]тың, атаһы [[Юлай Аҙналин]]дың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлылығын тасуирлай.
Һуңғы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләне. «Ҡараһаҡал» романы [[1990 йыл]]да Башҡортостандың [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары|Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына]] лайыҡ булды. «Сал ҡылған» романы иһә Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен әйтеп тора. «Эйәрләнгән ат» романында (1993) Б. Рафиҡов [[С. Юлаев]]тың, атаһы [[Юлай Аҙналин]]дың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлылығын тасуирлай.
"Үр елдәре", "Бәләкәй баҡса сәскәһе"повестарын, "Ахырызаман көткәндә", "Көнгәк", "Үлсәү йондоҙлоғо", "Тәңреләр һәм төркиҙәр", "Ғәрәп", "Һуҡайлының һуңғы байрамы", "Һуңғы ахмаҡлыҡ", "Замана беҙҙең ҡулда", "Париж башҡортмо", "Өйһөҙ ҡалған тауыштар" әҫәрҙәрен яҙған.


[[1998]]дың 26 апрелендә яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
[[1998]]дың 26 апрелендә яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

15:50, 5 февраль 2017 өлгөһө

{{{Исеме}}}
Жанр:

проза

Булат Заһри улы Рафиҡов (4 август 193426 апрель 1998) — башҡорт совет яҙыусыһы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994).

Башҡортостандың Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында 1934 йылдың 4 авгусында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950—1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1954—1959 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университеты студенты. Университетты тамамлап сыҡҡас, үҙе уҡыған Юлдаш урта мәктәбенә уҡытыу бүлеге мөдире булып эшкә ҡайта. Бер йылдан Өфөгә «Ленинсы» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Бында ул әҙәби сотрудник, бүлек мөдире булып 1970 йылға саҡлы эшләй. Журналистика эше уның аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Пионер», «Ағиҙел» журналы редакцияларында дауам итә. Булат Рафиҡов 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары итеп һайлана. 1988—1998 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш редакторы.

Булат Рафиҡовтың әҙәбиәт һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге журналист булып эшләү йылдарынан башлана. 1965—1970 йылдарҙа «Ленинсы» гәзитендә баҫылған уның шиғырҙары, очерктары һәм фельетондары публицистик пафосы менән айырылып торҙо.

Булат Рафиҡовтың эпик һәләтлелеге проза жанрҙарында асығыраҡ күренә. Ул «Белорет — Шишмә» тимер юлы төҙөүселәре тормошона арналған «Тауҙарҙа ҡар иртә ята» повесы менән китап уҡыусыларҙың иғтибарын тартырға өлгөрҙө. «Лоулла», «Йыһан азаматтары» тигән фантастик повестары менән беҙҙең әҙәбиәттә һирәк осраған жанр тармағында ла уңышлы эшләй алыуын иҫбатланы. Хәҙерге колхоз ауылы тормошонан алып яҙылган

Һуңғы йылдарҙа Б. Рафиҡов тарихи проза өлкәһендә бик актив эшләне. «Ҡараһаҡал» романы 1990 йылда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. «Сал ҡылған» романы иһә Булат Рафиҡовтың ҙур эпик жанр өлкәһендәге мөмкинлектәрен әйтеп тора. «Эйәрләнгән ат» романында (1993) Б. Рафиҡов С. Юлаевтың, атаһы Юлай Аҙналиндың һәм башҡа пугачевсыларҙың Рогервик ҡәлғәһендә тотҡонлоҡ тормоштарын хикәйәләй, уларҙың рух ныҡлылығын тасуирлай. "Үр елдәре", "Бәләкәй баҡса сәскәһе"повестарын, "Ахырызаман көткәндә", "Көнгәк", "Үлсәү йондоҙлоғо", "Тәңреләр һәм төркиҙәр", "Ғәрәп", "Һуҡайлының һуңғы байрамы", "Һуңғы ахмаҡлыҡ", "Замана беҙҙең ҡулда", "Париж башҡортмо", "Өйһөҙ ҡалған тауыштар" әҫәрҙәрен яҙған.

1998дың 26 апрелендә яҙыусының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Китаптары

  • Ғәжәбстан. Шиғырҙар. Өфө. 1965.
  • Кисеүҙәр. Шиғырҙар. Өфө. 1977.
  • Тауҙарҙа ҡар иртә ята. Повесть. Өфө. 1978.
  • Лоулла. Фантастик повесть. Өфө. 1981.
  • Йыһан сәғәтсеһе. Шиғырҙар. Өфө. 1982.
  • Сал ҡылған. Роман. Өфө. 1983.
  • Үр елдәре. Повестәр. Өфө. 1984.
  • Седой ковыль. Роман. Уфа. 1986.
  • Йыһан азаматтары. Фантастик повестар. Өфө. 1988.
  • Ҡараһаҡал. Роман. Өфө. 1989.
  • Ахырызаман көткәндә. Роман. Өфө. 1993.
  • Һүҙҙәр аҙаш — ҡурҡмай аҙаш. Балалар өсөн шиғырҙар. Өфө. 1995.
  • Көнгәк. Роман. Өфө. 1995.
  • В ожидании конца света. Роман. Уфа. 1996.
  • Карасакал. Роман. Уфа. 2001.
  • Юғалтмағыҙ мине... Шиғырҙар. Өфө. 2002.
  • Әҫәрҙәр. 1 том. Өфө. 2003.
  • Әҫәрҙәр. 2 том. Өфө. 2004.
  • Әҫәрҙәр. 3 том. Өфө. 2005.
  • Һуңғы ахмаҡлыҡ. Фантастик повестар. Өфө. 2009.
  • Үлчәү йолдызлыгы. Роман. Казан. 2006.

Тормошо һәм ижады тураһында

  • Ваҡыт миңә йүгәнһеҙ тай булды... Булат Рафиҡов тураһында иҫтәлектәр. Өфө. 2008.
  • Камалов Р.Ә. (Ринат Камал). Беҙҙең заман Бәпәнәйе. — «Ағиҙел» журналы, 1999 й., №4, 134-138-се биттәр.
  • Йосопов Х.Ғ. Әҙиптең тел ҡомары.— «Ағиҙел» журналы, 1999 й., №4, 150-155-се биттәр.
  • Байымов Р.Н. Юғалтманыҡ, тик юҡһынабыҙ бик... — «Башҡортостан» гәзите, 2004 й., 7-8 август.
  • Гәрәева Г.Н. Тарих төпкөлдәрен байҡай-байҡай... — «Башҡортостан» гәзите, 1991 й., 2 июль.
  • Аҡбулатова Ф. Ф. Дәүерҙәр шаңдауы. — «Башҡортостан» гәзите, 2007 й., 24, 26, 29 май.
  • Аҡбулатова Ф.Ф. Ус төбөндәге Йыһан. — «Ағиҙел», 2009 й., №7, 122-131-се биттәр.
  • Ҡолһарина Г.М. Күңелдәге эйәрләнгән ат. — «Йәшлек» гәзите, 1995 й., 28 февраль.
  • Әлибаев З.А. Тарих төпкөлөнә бер ҡараш. — «Ағиҙел» журналы, 1998 й., №7, 150-151-се биттәр.

Сығанаҡтар

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

Рафиҡов Булат Заһри улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.