Урал федераль округы: өлгөләр араһындағы айырма
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: hu:Uráli szövetségi körzet |
EmausBot (фекер алышыу | өлөш) ә r2.6.4) (робот үҙгәртте: es:Distrito federal del Ural |
||
73 юл: | 73 юл: | ||
[[de:Ural (Föderationskreis)]] |
[[de:Ural (Föderationskreis)]] |
||
[[en:Ural Federal District]] |
[[en:Ural Federal District]] |
||
[[es:Distrito |
[[es:Distrito federal del Ural]] |
||
[[et:Uurali föderaalringkond]] |
[[et:Uurali föderaalringkond]] |
||
[[eu:Uraletako Barruti Federala]] |
[[eu:Uraletako Barruti Federala]] |
03:16, 20 июль 2011 өлгөһө
Урал федераль округы - 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Урал тауҙары ҡырында һәм Көнбайыш Себерҙә урынлашҡан региондар ҡарай. Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 10,5% майҙанын биләй. Урал федераль округынан бүленгән һалымдар дөйөм Рәсәй федераль бюджетының өстән бер өлөшөн тәшкил итә.??
Хоҡуҡи-административ торошо
Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].
Халҡы һәм милли составы
2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Урал федераль округында 12 373 926 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 8,52% тәшкил итә.
Милли состав:
- Урыҫтар: 10 237 992 кеше (82,74 %)
- Татарҙар: 636 454 кеше. (5,14 %)
- Украиндар: 355 087 кеше (2,87 %)
- Башҡорттар: 265 586 кеше (2,15 %)
- Немец халҡы: 80 899 кеше (0,65 %)
- Белорустар: 79 067 кеше (0,64 %)
- Ҡаҙаҡтар: 74 067 кеше (0,6 %)
- Әзербайджандар: 66 632 кеше (0,54 %)
- Сыуаштар: 53 110 кеше (0,43 %)
- Марийҙар: 42 992 кеше (0,35 %)
- Мордва халҡы: 38 612 кеше. (0,31 %)
- Әрмәндәр: 36 605 кеше (0,3 %)
- Удмурттар: 29 848 кеше (0,24 %)
- Ненец халҡы: 28 091 кеше (0,23 %)
- Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 69 164 кеше (0,56 %)
Иң ҙур ҡалалары
- Екатеренбург
- Силәбе
- Магнитагорск
- Златоуст
- Түбәнге Тагил
- Курган
- Ханты-Мансы
- Сургут
- Нижневартовск
- Мейәс
- Каменск-Уральск
- Нефтюганск
Округтың составы
Федерация субъекты Административ үҙәк
Курган өлкәһе Курган
Свердлов өлкәһе Екатеринбург
Төмән өлкәһе Төмән
Ханты-Мансы автономия округы – Югра* Ханты-Мансы
Силәбе өлкәһе Силәбе
Ямал-Ненец автономия округы* Салехард
* - Төмән өлкәһе составына инә
Тасурилама
Федераль округ территорияһында 1164-кә яҡын муниципаль берәмек хисаплана. Урал федераль окфугына ингән субъектарҙың күбеһендә минераль сырьё ҡаҙылмалары бар. Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автоном округтарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары тикшерелгән һәм эксплуатацияға индерелгән. Ошо округтарҙа бөтә рәсәйҙең 66,7% нефть (донъялағы 6%) һәм 77,8% газ (донъялағы 26%) ятҡылыҡтары урынлашҡан.
Дөйөм рәсәй кимәленән был федераль округта 10% урман урынлашҡан; урман буйынса Себерҙән һәм Алыҫ Көнсығыштан ҡалыша.
Ер фонды 182 000 000 га (2000 йылдың 1 ғинуарына ҡарата).
Ҡоро ер сигенең оҙонлоғо 1300 километрҙан ашыу.
Иҫкәртмә
- ↑ Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)