Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл: 53 юл:
[[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]
[[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаттары]]
[[Категория:СССР Яҙыусылар союзы ағзалары]]
[[Категория:СССР Яҙыусылар союзы ағзалары]]

05:13, 7 март 2017 өлгөһө

{{{Исеме}}}

Әсхәл Әхмәт-Хужа — шағир, тәржемәсе.

Тормош юлы

Әхмәтҡужин Әсхәл Әбүталип улы 1942 йылдың 24 июнендә Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Ауылдарында урта мәктәпте тамамлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. 1965—1985 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, редактор урынбаҫары, яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлап ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1996 йылдан Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.

1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1983 йылдан КПСС ағзаһы. 30-лап китап авторы.

Әсхәл Әхмәт-Хужа 2015 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Башҡортостандың мәғариф отличнигы
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты
  • Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты
  • Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты (2015)

Сығанаҡтар

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл. — ISBN 978-5-295-05271-2

Һылтанмалар