Салауат Юлаев (орден): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
32 юл: 32 юл:


== Наградланыусылар (бүләкләнеүселәр) ==
== Наградланыусылар (бүләкләнеүселәр) ==
Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит илдәр граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр.
Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит илдәр граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр.<br>

[[:Категория:Салауат Юлаев ордены кавалерҙары|Салауат Юлаев ордены кавалерҙары]]
[[:Категория:Салауат Юлаев ордены кавалерҙары|Салауат Юлаев ордены кавалерҙары]]



16:01, 20 март 2017 өлгөһө

Салауат Юлаев ордены
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

орден

Статус

тапшырыла

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1998 йыл

Беренсе бүләкләү

2 октябрь 2000 йыл
(Буранғолов Ирек Зөлҡәрнәй улы)

Һуңғы бүләкләү

ноябрь 2013

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

193 кеше (2013 йыл)[1] [2] [3]

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Кесерәк награда

«Әсәлек даны» миҙалы

[[commons:Category: Order of Salavat Yulayev Викимилектә|Салауат Юлаев ордены]] Викимилектә

Салауат Юлаев ордены — Башҡортостандың дәүләт наградаһы (бүләге)

Тарихы

Салауат Юлаев ордены Башҡортостан Президенты Указы менән 1998 йылда булдырылған. Ул башҡорт халҡының милли батыры исемен йөрөтә. Ордендың беренсе кавалеры — Ейәнсура районының «Инәк» хужалығы механизаторы Буранғолов Ирек Зөлҡәрнәй улы, уға был награда 2000 йылдың 2 октябрендә тапшырыла.

Һүрәтләнеше

Орден көмөш йә көмөш менән нейзильбир иретмәһенән эшләнә. Ете ослоҡло йондоҙ ҡырланған нурҙар менән биҙәлгән. Ордендың уртаһындағы диаметры 50 мм ҙурлыҡтағы түңәрәк медальонға аҡ эмаль менән Салауат Юлаевтың барельеф һүрәте төшөрөлгән. Медальон үҙе алтын ялатылған рельефлы орнамент менән уратып биҙәлгән.

Наградланыусылар (бүләкләнеүселәр)

Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит илдәр граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр.

Салауат Юлаев ордены кавалерҙары

Бүләкләнеү өсөн нигеҙҙәр

  1. Һөҙөмтәле һәм уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге;
  2. Кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәтелгән батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ;
  3. Сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары;
  4. Ғилми һәм фәнни-тикшеренеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар;
  5. Мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәттәге юғары ижади күрһәткестәр;
  6. Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар;
  7. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә уңыштар, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙемлек.

Бүләкләү тәртибе

Шәхесте орден менән, тейешле указ сығарып, Башҡортостан Республикаһы Президенты бүләкләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Иҫкәрмәләр