Илсе Ғайса (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
70 юл: 70 юл:
== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==
{{Викитека|:ba:Илсе Ғайса (йыр)}}
{{Викитека|:ba:Илсе Ғайса (йыр)}}
* {{БЭ2013|index.php/5213}}
* [[Мөхәммәтша Буранғолов]]. Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте, 1995 йыл, 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0
* [[Мөхәммәтша Буранғолов]]. Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте, 1995 йыл, 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0



07:13, 10 апрель 2017 өлгөһө

«Илсе Ғайса» («Ғайса», «Ғайса батыр», «Ғайса ахун») — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр И. В. Салтыков тарафынан XX быуаттың 20-се йылдарында яҙып алына, «Башҡорт көйҙәре» ҡулъяҙма йыйынтығына инә. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығындағы тәүге баҫмаһы — 1943 йылда Х. Ф. Әхмәтов тарафынан Баймаҡ районында Х. М. Әхмәтовтан яҙып алынған варианты. Йыр варианттарын төрлө йылдарҙа З.Ғ. Исмәғилев, К. Й. Рәхимов, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров һәм башҡалар яҙып ала. Йыр лирик-эпик характерҙа. Урал аръяғының уҡымышлы дин әһелдәренең береһе Ғ.Ф. Рәсүлев исеме менән аталған.

Тарихы

XIX быуат урталарында Туңғатар улусы (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Учалы районы) Шәрип ауылында Хәйбулла исемле бер ярлы башҡорт йәшәгән. Уның Фәтхулла һәм Зәйнулла исемле улдары булған. Зәйнулла киләсәктә атаҡлы хәҙрәт булып китә (Ҡарағыҙ: Зәйнулла Рәсүлев). Ағаһы Фәтхулланың ике улы була — Ғайса менән Муса. Малайҙар Зәйнулла ағаһының «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡып, икеһе лә ахун исемен алыуға ирешә.

Ғайса Әүеш, Шәрип, Ялсығол ауылдарында ахун булып эшләгән, ә Муса Ахун ауылында эшләгән.

1904 йылда, урыҫ-япон һуғышы башланғас, Ғайса Рәсүлев үҙ теләге менән яуға киткән һәм мосолман, башҡорт һалдаттарының баш муллаһы итеп тәғәйенләнгән. Ул бында мосолман һалдаттарының рухын күтәреү менән генә шөғөлләнмәгән, үҙе лә һуғышта ҡатнашҡан, ҙур батырлыҡтары өсөн иң юғары награда — Георгий тәреһе ордены менән бүләкләнгән һәм юғары хәрби чин алған.

Һуғышта йөрөгәндә Ғайса ахун тыуған ерендә ҡустыһы Мусаның вафат булыу хәбәрен ишетә. Ғайса был хәлде бик ауыр кисерә. Ҡайғы-хәсрәтен аҙмы-күпме баҫыр өсөн, ул ҡустыһына бағышлап бәйет һәм мөнәжәт сығара.

1986 йылдың 7 декабрендә сыҡҡан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә был йырҙың 22 куплеты бирелгән.

Йырҙың көйөнә киң диапазон ижектәрҙе һуҙып боролоштар менән биҙәкләп йырлау хас.

«Илсе Ғайса» йырын З. Ғ. Исмәғилев, Р. Ә. Мортазин тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.

Башҡарыусылар

«Илсе Ғайса» йырын С. Ә. Абдуллин, Ф. Х. Бикбулатов, И. М. Ғәзиев, Х. Л. Ғәлимов, Ф. Й. Ҡудашева, Х. И. Мәжитов, З. Ғ. Мәхмүтов, Ф. Ғ. Ноғоманова башҡара.

Йыр тураһында мәғлүмәттәр

Йырҙың ни өсөн «Илсе Ғайса» тип аталыуының үҙ сәбәптәре бар. Халыҡ Ғайса ахунды үҙ мәнфәғәтен яҡлар, ер-һыу низағтарын хәл итешер ил-йорт ходатайы, илсеһе итеп йөрөтөр булған. Башҡортостандың көнсығыш аймаҡтарында ниндәй генә яуаплы эштәр килеп тыумаһын, халыҡ уны — яу батырын, урыҫса ла, төркисә лә яҡшы белгән уҡымышлы башҡорт улын — үҙенең илсеһе итеп ебәргән.

Йырҙың тексы

«Илсе Ғайса»
Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.

Йүгереп кенә мендем тау башына,
Ултырҙым да ҡара ташына.
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,
Тарих яҙыр инем ташына.

Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,
Ҡара ебәк билбау билемдә.
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелдәрем тыуған илемдә.

Айҡай ҙа ғына сайҡай, таштар вата,
һай кем, таштар вата,
Каруан да ғына һарай, ай, һалырға,
һай кем, ай, далала.

«Ғайса»
Оят булмаҫ микән көй көйләргә
Беҙҙең кеүек аҫыл ирҙәргә?
Йырлау ғына түгел, иларһың да —
Ғәзиз башың йыраҡ илдәрҙә.

Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән.
Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.

Әҙәбиәт

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Илсе Ғайса (йыр)
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.