Мостай Кәрим: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: ro:Mustai Karim
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: az:Mustay Kərim
87 юл: 87 юл:
[[Категория:Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр]]
[[Категория:Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр]]


[[az:Mustay Kərim]]
[[cv:Карим Мустай]]
[[cv:Карим Мустай]]
[[ro:Mustai Karim]]
[[ro:Mustai Karim]]

19:40, 24 август 2011 өлгөһө

{{{Исеме}}}
Тыуған урыны:

Келәш ауылы, хәҙерге Шишмә районы, Башҡортостан

Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов (1919 йылдың 20 октябре — 2005 йылдың 21 сентябре) — күренекле башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Тормош юлы

1919-сы йылдың 20-сы октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

«

Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,
Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә;
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.
Ун туғыҙ йыл әрней ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Мостай Кәрим. "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа..."
[1]

»

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Иң билдәле әҫәрәре

  • Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»
  • Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».



Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Хәтер

Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр, I том. Өфө: Китап, 2009