Усманов Әбүбәкер Нурийән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Перемещение 1 интервики на Викиданные, d:q16710518
85 юл: 85 юл:
[[Category:2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары]]
[[Category:2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары]]
[[Category:Историография Крестьянской войны под предводительством Емельяна Пугачёва]]
[[Category:Историография Крестьянской войны под предводительством Емельяна Пугачёва]]


[[ru:Усманов, Абубакир Нурианович]]

05:02, 6 май 2017 өлгөһө

Әбүбәкер Нурйән улы Усманов
Әбүбәкер Нурйән улы Усманов
Файл:UsmanovAN.jpg
Тыуған көнө

24 апрель 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

[[Имән]] ауылы, Киҙгәнбаш улусы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Балтас районы]])

Вафат көнө

13 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Ғилми даирәһе

тарих

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Әбүбәкер Нурйән улы Усманов (башҡ. Әбүбәкер Нурйән улы Усманов, 1910—1982) — тарихсы, фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1948).

Биографияһы

1910 йылдың 24 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Имән ауылында тыуа. Педагогия техникумын тамамлай, 1930 йылдан ВЛКСМ-дың Бөрө ҡала комитетының пионерҙар бюроһы рәйесе булып эшләй[1].

1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.

1932—1937 йылдарҙа ВЛКСМ Өлкә комитетының мәҙәниәт һәм пропаганда бүлеге мөдире була.

1937 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, Тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1937—1940 һәм 1943—1951 йылдарҙа ошо институттың директоры була.

1940—1941 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советының Сәнғәт буйынса идаралығы начальнигы.

1941—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты секретары була.

100-сө Баҡалы һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1971 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булыр эшләй.

Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

Усманов Әбүбәкер Нурйән улы — 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, башҡорттарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы мәсьәләләрен өйрәнә.

Шулай уҡ башҡорт фольклорын йыйыу, өйрәнеү, баҫтырыу менән шөғөлләнә.

Фәнни хеҙмәттәре

  • Салауат батыр. — Өфө, Китап — 1945. (баш.)
  •  Дружба русского, украинского и башкирского народов. — пер. с украинск., — Киев:Витчизна, 1954.
  • Башҡортостан Россияға ҡушылған осорҙағы тарихи шарттар. // Башҡортостан уҡыутыусыһы. Өфө, 1957. — № 6. (баш.)
  •  Присоединение Башкирии к Московскому государству. — Уфа, 1960.
  • Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964.
  •  Кинзя Арсланов — выдающийся сподвижник Пугачева: исторические записки. — М.: 1961, № 71.
  •  По страницам «Отводной книги». // Вечерняя Уфа. — 1970. — № 55, 59, 69, 71, 72.
  • Развитие земледелия в Башкирии в третьей четверти 18 века.// «Из истории феодализма и капитализма в Башкирии». — Уфа, 1971. С.22—74.
  • Добровольное присоединение Башкирии к Русскому государству. Уфа, 1982.

Хәтер

  • Өфөлә ғалим йәшәгән йорттоң стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ эленгән.

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — С.199.
  • Докучаева А. Ученый, писатель и журналист. // Вечерняя Уфа. — 1984. — 7 мая.
  • Зарипов Н.Т. Тарих катламнарын актарып. // Кызыл таң. — 1985. — 26 мая.
  • Иҙелбаева М. Фәндә ҡалған эҙ. // Советская Башкирия. — 1985. — 24 апреля.
  • Осотова В. В память об историке. // Вечерняя Уфа. — 1987. — 1 октября.
  • Хаҗиев Н. Мәшһүр тарихчы. // Балтач таңнары. — 2005. — 16 апреля.
  • Писатели земли Башкирской: справочник. — Уфа: Китап, 2006. — С.390.
  • Узиков Ю.А. Ю. Книги идут к людям. // Вечерняя Уфа. — 1985. — 27 марта.
  • Әминев Ә. Ғалимға хөрмәт йөҙөнән.// Советская Башкирия. — 1987. — 9 октября[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар