Арғаяш кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
84 юл: 84 юл:


[[Категория: Башҡортостан тарихы]]
[[Категория: Башҡортостан тарихы]]
[[Категория: Башҡортостан кантоны]]
[[Категория:Башҡортостан кантондары]]
[[Категория: Силәбе өлкәһе]]
[[Категория: Силәбе өлкәһе]]
[[КАтегория: Арғаяш районы]]
[[КАтегория: Арғаяш районы]]

19:01, 6 май 2017 өлгөһө

Арғаяш кантоны
Арғаяш кантоны
Ил Бәләкәй Башҡортостан
Башҡорт АССР-ы
Үҙәге Арғаяш ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 5 246 км²
Халҡы 83 831 кеше (1920), 100 851 кеше (1926) (башҡорттар — 40984,
мишәрҙәр — 26468,
татарҙар — 1127,
урыҫтар — 31897 һәм башҡалар)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Арғаяш кантоны (рус. Аргаяшский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.

Административ үҙәге — Арғаяш ауылы.

Тарих

Арғаяш кантоны 1927 йылда

1919 йылда 20 мартында АСБР составында ойошторола. Екатеринбург өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Шадринск өйәҙенең 18 улусы инә. Административ үҙәге — Арғаяш ауылы. 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 йылда декабрҙә) ҡарары менән автономиялы Башҡортостан территорияһы 9 кантон һәм 73 улусҡа бүленә. 1919 йылда 20 мартында ҡул ҡуйылған Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ярашлы, республикаһы территорияһы 13 кантон (Арғаяш кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны,Ҡошсы кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны,Ялан кантоны) һәм 135 улустан тора. 1930 йылда 20 августа кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Арғаяш районы (Арғаяш, Губерна, Мөхәмәтҡолой улустары, өлөшләтә Ҡараболаҡ улусы) һәм Ҡоншаҡ районы (Бүре, өлөшләтә Ҡараболаҡ һәм Ҡоншаҡ) составына инә.

Халҡы

1920 йылда — 83831 кеше, 1926 йылда — 100851 (башҡорттар — 40984, мишәрҙәр — 26468, татарҙар — 1127, урыҫтар — 31897 һәм башҡалар). 1926 йылда 7 июнендә Арғаяш кантоны составына Урал өлкәһе Свердловск округының Губерна һәм Кузнецк ауыл советы төҙөлгән Губерна улусы (үҙәге — Губерна ауылы) инә. Бөтә Рәсәй ҮБК ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән Арғаяш кантоны 5 улус ойошторола, Бөтә Рәсәй ҮБК ның 1926 йылда 14 июне декреты менән — 6. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны 104,3 мең га тәшкил итә, ауыл хужалығы бойҙай сәсеүлеге — 54,7 мең, һоло — 41,1 мең, арыш — 6,2 мең, арпа — 0,6 мең, картуф — 0,7 мең, етен — 0,6 мең; һыйыр малы һаны — 57273 баш, йылҡы — 38910, һарыҡ — 71525, кәзә — 2692, сусҡа — 2317. 8 баҙар була (1926). 1-се баҫҡыс 95 мәктәп (башҡорт телендә уҡытыу 65, татар — 14, урыҫ телендә — 16 мәктәптә алып барыла; 1926); 5 дауахана һәм 8 амбулатория (1930); китапхана һәм 18 уҡыу өйө (1929) иҫәпләнә.

Бәләкәй Башҡортостан, Арғаяш кантоны 1920

География

Майҙаны — 5 246 км² (1922). Төньяҡта — Екатеринбург, көньяҡта Силәбе губернаһы менән сиктәш була.

Рәйес

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр


Әҙәбиәт