Шадринск өйәҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
89 юл: 89 юл:


== Иҡтисады ==
== Иҡтисады ==
Өйәҙ ерҙәре түбәндәгесә бүленгән: крәҫтиән ғаиләһенә бүленгән ер учаскаһы (надел) — 13 021,67 км<sup>2</sup> (1 191 871 дИҫәтинә), хосуси милекселәргә — 63,15 км<sup>2</sup> (5 780 дИҫәтинә), ҡаҙнаға — 4 074,70 км<sup>2</sup> (372 957 дИҫәтинә), төрлө учреждениеларға — 91,59 км<sup>2</sup> (8 383 дИҫәтинә) булған; барлығы 17 251,11 км<sup>2</sup> (1 578 991 дИҫәтинә). Шадринск өйәҙе ер (земство мәғлүмәттәре) участкалары (угодья) түбәндәгесә бүленә: усадьбалар өсөн — 231,35 км<sup>2</sup> (21 175 дИҫәтинә), һөрөнтө ерҙәр — 5 703,04 км<sup>2</sup> (521 999 дИҫәтинә), болон һәм бесәнлектәр — 2 523,96 км<sup>2</sup> (231 018 дИҫәтинә), урмандар — 2 584,17 км<sup>2</sup> (236 529 дИҫәтинә), эшкәртеү өсөн уңайлы башҡа ерҙәр — 4 004,47 км<sup>2</sup> (366 528 дИҫәтинә), барлыҡ уңайлы ерҙәр — 15 047,00 км<sup>2</sup> (1 377 249 дИҫәтинә); ҡалғандары — уңайһыҙ ерҙәр. Бөтөн һөрөнтө ерҙәр тигеләй крәҫтиәндәргә бирелгән, урмандарҙы күп өлөшө — ҡаҙна ҡулында. Шадринск өйәҙе, яҡшы тупрағы арҡаһында, Пермь өлкәһенең төп игенселек биләмәләре булып тора. Өйәҙҙә таралған иң төп ашлыҡ — яҙғы [[бойҙай]] һәм һоло, артабан ужым һәм яҙғы [[арыш]]; бойҙай уртаса 163,8 мең тоннаға яҡын (10 млн бот), һоло — 81,9 мең тоннанан артыҡ (5 млн бот), арыш — 16,4 мең тоннаға тиклем (1 млн бот) йыйыла. Артып ҡалған ашлыҡты өлөшләтә Шадринскиҙа араҡы ҡойоу заводында эшкәрткәндәр, ә күп өлөшөн өйәҙ сиктәренән ашлыҡлата сығарғандар. Ашламалар булмағанлыҡтан, Шадринск өйәҙенең тупраҡ байлығы кәмегән; унда крәҫтиән хужалыҡтарын ныҡ хәлһеҙләндергән иген уңмаған йылдар булған. 1899 йылда 154 057 баш, эре мөгөҙлө малдар 1 215 101 баш, [[Һарыҡ]] 1 319 825 баш, [[кәзә]] 22 368 баш, [[сусҡалар]] 220 015 баш булған. Күл буйында йәшәгән ауыл халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән.
Өйәҙ ерҙәре түбәндәгесә бүленгән: крәҫтиән ғаиләһенә бүленгән ер учаскаһы (надел) — 13 021,67 км<sup>2</sup> (1 191 871 дисәтинә), хосуси милекселәргә — 63,15 км<sup>2</sup> (5 780 дИҫәтинә), ҡаҙнаға — 4 074,70 км<sup>2</sup> (372 957 дИҫәтинә), төрлө учреждениеларға — 91,59 км<sup>2</sup> (8 383 дисәтинә) булған; барлығы 17 251,11 км<sup>2</sup> (1 578 991 дисәтинә). Шадринск өйәҙе ер (земство мәғлүмәттәре) участкалары (угодья) түбәндәгесә бүленә: усадьбалар өсөн — 231,35 км<sup>2</sup> (21 175 дисәтинә), һөрөнтө ерҙәр — 5 703,04 км<sup>2</sup> (521 999 дисәтинә), болон һәм бесәнлектәр — 2 523,96 км<sup>2</sup> (231 018 дисәтинә), урмандар — 2 584,17 км<sup>2</sup> (236 529 дИҫәтинә), эшкәртеү өсөн уңайлы башҡа ерҙәр — 4 004,47 км<sup>2</sup> (366 528 дисәтинә), барлыҡ уңайлы ерҙәр — 15 047,00 км<sup>2</sup> (1 377 249 дисәтинә); ҡалғандары — уңайһыҙ ерҙәр. Бөтөн һөрөнтө ерҙәр тигеләй крәҫтиәндәргә бирелгән, урмандарҙы күп өлөшө — ҡаҙна ҡулында. Шадринск өйәҙе, яҡшы тупрағы арҡаһында, Пермь өлкәһенең төп игенселек биләмәләре булып тора. Өйәҙҙә таралған иң төп ашлыҡ — яҙғы [[бойҙай]] һәм һоло, артабан ужым һәм яҙғы [[арыш]]; бойҙай уртаса 163,8 мең тоннаға яҡын (10 млн бот), һоло — 81,9 мең тоннанан артыҡ (5 млн бот), арыш — 16,4 мең тоннаға тиклем (1 млн бот) йыйыла. Артып ҡалған ашлыҡты өлөшләтә Шадринскиҙа араҡы ҡойоу заводында эшкәрткәндәр, ә күп өлөшөн өйәҙ сиктәренән ашлыҡлата сығарғандар. Ашламалар булмағанлыҡтан, Шадринск өйәҙенең тупраҡ байлығы кәмегән; унда крәҫтиән хужалыҡтарын ныҡ хәлһеҙләндергән иген уңмаған йылдар булған. 1899 йылда 154 057 баш, эре мөгөҙлө малдар 1 215 101 баш, [[Һарыҡ]] 1 319 825 баш, [[кәзә]] 22 368 баш, [[сусҡалар]] 220 015 баш булған. Күл буйында йәшәгән ауыл халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән.


{{comment|Кәсепселек|кустарные}} промыслалары, бигерәк тә күн эшкәртеү, итекселек, тире иләү һәм һарыҡ тиреһенән әйбер тегеү үҫешкән булған. Фабрикалар һәм заводтар араһында иң мөһимдәре он тарттырыу предприятиелары (мукомольни) булған. Сауҙа, бигерәк тә йәрминкә сауҙаһы, үҫешкән булған; барыһынан да мөһимерәге Ивановсий ауылындағы ''Крестовский-Ивановский йәрминкәһе'' (Шадринск ҡалаһынан 27 саҡрымда), 1900 йылда унда 3 712 000 һумлыҡ тауар (йәнлек тиреләре, сәй, мануфактура һ.б.) килтерелгән һәм 3 209 000 һумлыҡ һатылған; Ивановск ауылында уҙған йәрминкәләрҙә (1 июль — 1 сентябрь) дәүләт банкыһының бүлектәре һәм почта-телеграф конторалары асылған; әллә ни ҙур булмаған (заштатный) Далматов ҡалаһында ла хатта халыҡ ҡайнап торған йәрминкәләр уҙған.
{{comment|Кәсепселек|кустарные}} промыслалары, бигерәк тә күн эшкәртеү, итекселек, тире иләү һәм һарыҡ тиреһенән әйбер тегеү үҫешкән булған. Фабрикалар һәм заводтар араһында иң мөһимдәре он тарттырыу предприятиелары (мукомольни) булған. Сауҙа, бигерәк тә йәрминкә сауҙаһы, үҫешкән булған; барыһынан да мөһимерәге Ивановсий ауылындағы ''Крестовский-Ивановский йәрминкәһе'' (Шадринск ҡалаһынан 27 саҡрымда), 1900 йылда унда 3 712 000 һумлыҡ тауар (йәнлек тиреләре, сәй, мануфактура һ.б.) килтерелгән һәм 3 209 000 һумлыҡ һатылған; Ивановск ауылында уҙған йәрминкәләрҙә (1 июль — 1 сентябрь) дәүләт банкыһының бүлектәре һәм почта-телеграф конторалары асылған; әллә ни ҙур булмаған (заштатный) Далматов ҡалаһында ла хатта халыҡ ҡайнап торған йәрминкәләр уҙған.

09:26, 13 май 2017 өлгөһө

Шадринск өйәҙе
Губерна Пермь губернаһы
Үҙәге Шадринск
Барлыҡҡа килгән 1781
Бөтөрөлгән 1923
Майҙаны 15 200,6 саҡрым²
Халҡы 310 669[1] кеше (1897)
Файл:Permskaya gubernia Shadrinsky uezd.png

Шадринск өйәҙе— 1781—1923 йылдарҙа Рәсәй империяһының Пермь губернаһы һәм РСФСР-ҙың Екатеринбург губернаһы составындағы административ-территориаль берәмек. Өйәҙ ҡалаһы — Шадринск.

Географияһы

Шадринск өйәҙе Пермь губернаһының урал арты көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Өйәҙ майҙаны 18 035,6 км2 (15 847,1 кв. саҡрым йәки 1 650 792 дИҫәтинә) тәшкил итә, шуның 735,78165 км2 (646,5 кв. саҡрым йәки 67346 дИҫәтинә) майҙанын күлдәр биләй. Иҫәт йылғаһы өйәҙҙе ике өлөшкә бүлә: йылғаның уң яры (көнбайыш һәм көньяҡ һыҙаттары) өйәҙ биләмәһе Силәбе һәм Екатеринбург өйәҙҙәренең дауамы булып хеҙмәт иткән кеүек, ул — тигеҙ, урманһыҙ, ҡара тупраҡлы һәм бик күп күлдәр менән ҡапланған; Иҫәт йылғаһының һул яғында ҡара тупраҡ араһындағы ҡомло урындар ылыҫ урманы менән ҡапланған; бында күлдәр аҙ. Шадринск өйәҙендә урмандар бөтөн майҙандың 14 % биләй — ул губернаның аҙ урманлы өйәҙҙәренең береһе.

Шадринск өйәҙе территорияһы Тобол йылғаһы бассейнына ҡарай, уның ҡушылдығы Иҫәт өйәҙ биләмәһе буйлап 139 км (130 саҡрым) арауығында аға, уға Теча, Барнёвка, Мейәс (түбәнге ағымы өйәҙгә ҡарай) йылғалары ҡоя һ.б. Күлдәр — 309, шуларҙың 47-һе балыҡҡа бай; әһәмиәтле күлдәр: Маян — 151 км2 (133 кв. саҡрым), Уйылға — 94 км2 (83 кв. саҡрым), Аҙыкүл — 75 км2 (66 кв. саҡрым), Тышка — 33 км2 (29 кв. саҡрым) һәм Коклан — 32 км2 (28 кв. саҡрым); өйәҙҙең сиректән артыҡ тораҡтары күл буйҙарына урынлашҡан.

Халҡы

Шадринск ҡалаһында Спас-Преображенский Соборы. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1910 йыл.

1897 йылда 319 286 кеше (153 941 ир-ат һәм 165 345 ҡатын-ҡыҙ), шуларҙың 15 877 Шадринск (11 686) һәм Далматов ҡалаларында (4 191) һәм 303 409 — өйәҙ тораҡтарында йәшәгән. Халыҡтың күпселеге — урыҫтар; башҡа халыҡтар (бөтә халыҡтың 10 %) — барыһы ла тиерлек башҡорттар. Халыҡтың 85 % православныйҙар, иҫке тәртип православиеһы (старообрядцы) — 5 %, мосолмандар — 10 %.

Өйәҙ халҡының тығыҙлығы 1 км2-ға 18,5 кеше (1 саҡрым2-ға 21 кеше). Пермь губернаһында был өйәҙҙән дә тығыҙыраҡ йәшәгән бер өйәҙ — 2 ҡалаһы һәм 420 тораҡ пункты булған Оханский өйәҙе (1 саҡрым2-ға 21,5 кеше) бар. Халыҡ һаны 2 меңдән артҡан тораҡ пункттар күп.

Тарихы

Өйәҙ 1781 йылдың 27 ғинуарында Пермь наместниклығының Екатеринбург өлкәһе составында барлыҡҡа килгән. 1796 йылдың 12 декабренән Пермь губернаһы составында, өйәҙгә шулай уҡ бөтөрөлгән Далматовский өйәҙе территорияһы ла индерелгән. 1919 йылдың 15 июлендә өйәҙ Пермь губернаһы составынан алынып яңы брлыҡҡа килгән Екатеринбург губернаһына күсерелгән.

1923 йылдың 3 ноябрендә өйәҙ бөтөрөлгән, уның территорияһы Урал өлкәһе Шадрин округы составына ингән.

Административ бүленеш

1913 йылда өйәҙ составына 49 улус ингән[2]:

  • Әмин,
  • Баҡлан,
  • Барневский,
  • Басман,
  • Батуринский,
  • Бродоколмакский,
  • Бугаевский
  • Буринский,
  • Буткинский,
  • Беликульский,
  • Белоярский,
  • Верхтеченский,
  • Водениковский,
  • Вознесенский,
  • Галкинский,
  • Далматовский — Далматов ҡалаһы,
  • Замараевский,
  • Иванищевский,
  • Канашский,
  • Каргапольский,
  • Ҡыҙылбай,
  • Кондинский — Кондинское ауылы,
  • Красномыльский,
  • Крестовский,
  • Кривской,
  • Крутихинский,
  • Макаровский,
  • Макарьевский,
  • Мехонский,
  • Николаевский,
  • Ново-Петропавловский,
  • Ольховский,
  • Осиновский,
  • Першинский,
  • Песковский,
  • Песчанский,
  • Петропавловский,
  • Смолинский,
  • Сугоякский,
  • Сухринский,
  • Теча-Башҡорт — Мөслим ауылы
  • Теча-Рус — Теченское ауылы
  • Түләк,
  • Үксән — Үксән ауылы,
  • Бәғәрәк-Тамаҡ — Түбәнге (Нижняя) ауылы,
  • Ҡарабол-Тамаҡ,
  • Мейәс-Тамаҡ
  • Широковский,
  • Яуығлы.

Иҡтисады

Өйәҙ ерҙәре түбәндәгесә бүленгән: крәҫтиән ғаиләһенә бүленгән ер учаскаһы (надел) — 13 021,67 км2 (1 191 871 дисәтинә), хосуси милекселәргә — 63,15 км2 (5 780 дИҫәтинә), ҡаҙнаға — 4 074,70 км2 (372 957 дИҫәтинә), төрлө учреждениеларға — 91,59 км2 (8 383 дисәтинә) булған; барлығы 17 251,11 км2 (1 578 991 дисәтинә). Шадринск өйәҙе ер (земство мәғлүмәттәре) участкалары (угодья) түбәндәгесә бүленә: усадьбалар өсөн — 231,35 км2 (21 175 дисәтинә), һөрөнтө ерҙәр — 5 703,04 км2 (521 999 дисәтинә), болон һәм бесәнлектәр — 2 523,96 км2 (231 018 дисәтинә), урмандар — 2 584,17 км2 (236 529 дИҫәтинә), эшкәртеү өсөн уңайлы башҡа ерҙәр — 4 004,47 км2 (366 528 дисәтинә), барлыҡ уңайлы ерҙәр — 15 047,00 км2 (1 377 249 дисәтинә); ҡалғандары — уңайһыҙ ерҙәр. Бөтөн һөрөнтө ерҙәр тигеләй крәҫтиәндәргә бирелгән, урмандарҙы күп өлөшө — ҡаҙна ҡулында. Шадринск өйәҙе, яҡшы тупрағы арҡаһында, Пермь өлкәһенең төп игенселек биләмәләре булып тора. Өйәҙҙә таралған иң төп ашлыҡ — яҙғы бойҙай һәм һоло, артабан ужым һәм яҙғы арыш; бойҙай уртаса 163,8 мең тоннаға яҡын (10 млн бот), һоло — 81,9 мең тоннанан артыҡ (5 млн бот), арыш — 16,4 мең тоннаға тиклем (1 млн бот) йыйыла. Артып ҡалған ашлыҡты өлөшләтә Шадринскиҙа араҡы ҡойоу заводында эшкәрткәндәр, ә күп өлөшөн өйәҙ сиктәренән ашлыҡлата сығарғандар. Ашламалар булмағанлыҡтан, Шадринск өйәҙенең тупраҡ байлығы кәмегән; унда крәҫтиән хужалыҡтарын ныҡ хәлһеҙләндергән иген уңмаған йылдар булған. 1899 йылда 154 057 баш, эре мөгөҙлө малдар 1 215 101 баш, Һарыҡ 1 319 825 баш, кәзә 22 368 баш, сусҡалар 220 015 баш булған. Күл буйында йәшәгән ауыл халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Кәсепселек промыслалары, бигерәк тә күн эшкәртеү, итекселек, тире иләү һәм һарыҡ тиреһенән әйбер тегеү үҫешкән булған. Фабрикалар һәм заводтар араһында иң мөһимдәре он тарттырыу предприятиелары (мукомольни) булған. Сауҙа, бигерәк тә йәрминкә сауҙаһы, үҫешкән булған; барыһынан да мөһимерәге Ивановсий ауылындағы Крестовский-Ивановский йәрминкәһе (Шадринск ҡалаһынан 27 саҡрымда), 1900 йылда унда 3 712 000 һумлыҡ тауар (йәнлек тиреләре, сәй, мануфактура һ.б.) килтерелгән һәм 3 209 000 һумлыҡ һатылған; Ивановск ауылында уҙған йәрминкәләрҙә (1 июль — 1 сентябрь) дәүләт банкыһының бүлектәре һәм почта-телеграф конторалары асылған; әллә ни ҙур булмаған (заштатный) Далматов ҡалаһында ла хатта халыҡ ҡайнап торған йәрминкәләр уҙған.

Урындағы үҙидара

Земство дауаханалары — 5 (2-һе ҡалала); земство хеҙмәтендәге врачтар — 10. 89 башланғыс мәктәп, уларҙың 2 халыҡ мәғарифы министрлығына ҡараған (1 — сит илдән килгәндәр өсөн), 61 земство (4 сит илдәрҙән килгән христиандар өсөн) һәм 26 сиркәү янындағы мәктәптәр. Өйәҙ земствоһының 1900 йылға бюджеты: килем — 308 637 һум, сығым — 312 167 һум, шулар эсенән земство идаралығына — 19 710 һум, халыҡ мәғарифына — 77 817 һу, медицинаға — 81 289 һум.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар