Ишембай районы (1937—1940): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Ryanag Ишембай районы (1937-1940) битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Ишембай районы (1937—1940)
(айырмалар юҡ)

04:16, 16 май 2017 өлгөһө

Ишимбайский район
Ишембай районы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

БАССР

Берләштерә

3 ауыл советы

Административ үҙәк

Ишембай ҡасабаһы

Барлыҡҡа килеүе

1937

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Ишембай районы — Башҡорт АССР-ында 1937 йылдың 20 мартында ойошторола һәм 1940 йылдың 10 февралендә бөтөрөлә.

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында» 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары нигеҙендә[1] Башҡортостанда 6 район ойошторола: Байҡыбаш, Воскресенск, Ишембай, Ҡандра, Матрай һәм Покровка райондары[2].

Ишембай районына Маҡар районы (Күсәпҡол ауыл советы, Байғужа ауыл советы (Ишембай районы) һәм Стәрлетамаҡ районынан айырылған Наумов ауыл советының ерҙәре күсә. Яңы район үҙәге булып Ишембай эшселәр ҡасабаһы билдәләнә.

1936 йылда, беренсе саҡырыуға һайлауҙар үткәс БАССР Юғары Советы беренсе саҡырыу депутаттары исемлеге, Ишембай районынан ике кеше һайлана: Аллаҡыуатов округынан Андрианов, Семён Михайлович һәм Ишембай округынан Астафьев, Константин Иванович.

10.02.1940 йылда сыҡҡан «Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү һәм Ишембай эшселәр ҡасабаһын ҡалаға әйләндереү тураһындағы» РСФСР Юғары Советы Президиумы указы менән Ишембай районы бөтөрөлә[2], Ишембай республика ҡарамағындағы ҡалаға, Күсәпҡол — яңы ҡаланың өлөшөнә әйләнә, район территорияһы элекке администрация идаралығына күсә.

Иҫкәрмәләр