Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: {{Писатель → {{Яҙыусы, Изображение → Рәсеме, Имя при рождении → Тыуған ваҡыттағы исеме, Дата рождения → Ты using AWB
50 юл: 50 юл:
* Кинзя: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 760 с.{{ref-ru}}
* Кинзя: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 760 с.{{ref-ru}}
* Кинйә: Роман. 2-се китап. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 554 бит.
* Кинйә: Роман. 2-се китап. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 554 бит.
* Кинйә: Роман. 3-сө китапю Өфө. 2009.
* Кинйә: Роман. 3-сө китап. Өфө. 2009.
* Кинйә: Романю 1-се китап. Өфө. 2016.
* Кинйә: Роман. 1-се китап. Өфө. 2016.


== Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында ==
== Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында ==

08:32, 15 июнь 2017 өлгөһө

Ғәли Ибраһимов
Исеме:

Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы

Тыуған көнө:

16 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Стәрлетамаҡ

Вафат булған көнө:

26 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (70 йәш)

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945 «Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Ибраһимов Ғәли Ғизетдин улы, Ғәли Ибраһимов (16 ғинуар 191926 ноябрь 1989) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле башҡорт яҙыусыһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, БАССР-ҙың (1969) һәм РСФСР-ҙың (1979) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1983). 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы

Ғәли Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Утыҙынсы йылдар башында нефть ятҡылыҡтары асылғас, ата-әсәһе менән Ишембайға күсеп килә, бында урта мәктәпте тамамлай. 1937—1939 йылдарҙа Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыш тамамланғас, Ишембайға ҡайтып, нефть техникумында тәүҙә инглиз теленән уҡыта, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын үтәй. Шул уҡ йылдарҙа, ситтән тороп, Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙер — Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Һуңыраҡ Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курсында уҡый. 1959 йылдан оҙаҡ осор «Ағиҙел» журналының яуаплы секретаре булып эшләй.

1989 йылда 70 йәшендә оло әҙиптең йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Әҙәби ижады

Ғәли Ибраһимов 1935—1937 йылдарҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра. 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫыла. Был әҫәр башҡорт әҙәбитендә һуғыш ваҡиғаларын һәм совет һалдаттарының тиңһеҙ батырлығын киң эпик планда һүрәтләүгә йүнәлтелгән тәүге тәжрибәләрҙең береһе була. Артабанғы йылдарҙа әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән «Умырзая йыры» тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы донъя күрә. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн Ғәли Ибраһимов БАССР-ҙың (1969) һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» (1979) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, 1986 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Китаптары

  • Бәхетле ғүмер.(Әхмәт Шакири менән берлектә): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1940. — 40 бит.
  • Бер полк кешеләре: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 334 бит.
  • Дуҫтар илендә: Юл яҙмалары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 99 бит.
  • Дуҫтар сафында. Ил сиге һаҡсылары тураһында хикәйәләр: — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1960. — 78 бит.
  • Йәшен ташы: Повесть — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. — 190 бит.
  • Иҙел егете Илғужа: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 124 бит.
  • Умырзая: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 259 бит.
  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 360 бит.
  • Ай битен йыуғанда: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 320 бит.
  • Подснежник: Роман и повести. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 272 с. (рус.)
  • Умырзая: Роман һәм повестар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975. — 488 бит.
  • Кинйә: Тарихи роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1977. — 560 бит.
  • Кинзя: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 760 с. (рус.)
  • Кинйә: Роман. 2-се китап. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 554 бит.
  • Кинйә: Роман. 3-сө китап. Өфө. 2009.
  • Кинйә: Роман. 1-се китап. Өфө. 2016.

Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында

  • Ф. Биишев. «Бер полк кешеләре» романында ыңғай образдарҙың бирелеше. «Әҙәби Башҡортостан», 1958, № 4.
  • Х. Рәхмәтуллин. «Йәшен ташы». «Ағиҙел», 1961, № 10.
  • С. Сафуанов. Һайланма әҫәрҙәргә баш һүҙ. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969.
  • Р. Байымов. Ике повесть — ике йүнәлеш. «Ағиҙел», 1973, № 10.
  • Н. Зарипов. Умырзая романына баш һүҙ. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
  • Ғ. Хөсәйенов. Тарих һәм тарихи роман. «Ағиҙел», 1978, № 9.
  • Гәрәева Г.Н. Юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. — «Ватандаш» журналы, 2009 й., №3, 104-113-сө биттәр.
  • Гәрәева Г.Н. Тарихи прозаның милли колориты. — «Ватандаш» журналы, 1997 й., №2, 87-94-се биттәр.
  • Чанышева Ф.Ғ. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 29 апрель.
  • Солтанов Й.Ә. Тарих биттәре. — «Ағиҙел», 1986 й., №10, 122-127-се биттәр.
  • Мортазин Ҡ.Д. Эҙләгәндәр — тапҡандар. — «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1997 й., №4, 27-29-сы биттәр.
  • Мортазин Ҡ.Д. Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» романында сәсән образы. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 1998 й., №5, 33-35-се биттәр.
  • Мортазин Ҡ.Д. Тарихи прозала сәсәндәр образы. — «Ватандаш» журналы, 1999 й., №1,68-73-сө биттәр.
  • Мортазин Ҡ.Д. Төрлө биҙәк-биҙәгестәр. — «Ағиҙел», 2002 й., №6, 145-148-се биттәр.
  • Асанбаев Н.В. Минең бөйөк дуҫым. — «Башҡортостан» гәзите, 2002 й., 28-29 август.
  • Мусин Н.С. Ҡоромаҫ шишмә. — «Башҡортостан» гәзите, 1994 й., 14 ғинуар.
  • Аралбаев Ҡ.Ә. Тамырҙарға тоғролоҡ. — «Ағиҙел», 2004 й., №1, 176-180-се биттәр.
  • Әлибаев З.Ә. Кинйә абыҙға мәңгелек һәйкәл ҡуйҙы. — «Башҡортостан» гәзите, 2009 й., 24 ғинуар.
  • Псәнчин В.Ш. Һүҙ — әҫәр көҙгөһө. — В.Ш. Псәнчин. Һүҙ тылсымы. Өфө. 1996 й., 125-133-сө биттәр.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Хәтер

  • Ишембай ҡалаһының Ленин проспектындағы 29-сы йортта һәм Өфө ҡалаһының Пушкин урамындағы 56-сы йортта яҙыусы иҫтәлегенә таҡтаташтар ҡуйылған.
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ғәли Ибраһимов исемендәге премия булдырылған.

Сығанаҡтар

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр