Ассирия: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
73 юл: 73 юл:


==== Б. э. т. ХХ—ХІХ быуаттар ====
==== Б. э. т. ХХ—ХІХ быуаттар ====
Яҡынса б.э.т. 1970 йылда власть төп ашшурлыларға күскән. Тап шул осорҙан беҙҙең көндәргә саҡлы тышҡы сауҙаға һәм кредит операцияларына дәүләт монополияһы урынлаштырылған Шумер һәм Аккад «тоталитар» батшалағында булыуы мөмкин булмаған аккад сауҙагәрҙәренә {{comment|өҫтөнлөк|привилегия}} биреүсе ишшиаккум Илушуманың яҙыуы килеп еткән. Яҙыуҙа ҡала диуарын тергеҙеү хаҡында ла һүҙ бара, һәм был Ашшурҙың үҙ аллығын асыҡ раҫлай. Б.э.т. XX—XIX быуаттар сауҙаның һәм {{comment|етештереүҙең|производство}} һәм {{comment| һатыу өсөн тауар етештереү һәләтлеге|товарность}} үҫешенән күренеп торған. Үҙҙәренең ҡалаһының мөһим сауҙа юлдарына яҡынлығы менән файҙаланып, ашшур һәм аккад сауҙагәрҙәре сауҙа агенттары сифатында күрше илдәргә башта ашшур туҡымаларын һатырға ашыҡҡандар, һуңғараҡ улар [[Металдар|металл]] һәм кредит спекуляцияһы менән шөғөлләнгәндәр; ер һатып алыу килешеүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Кесе Азияла уларҙың мөһим сауҙа колонияһы (''карум'') булып Каниш ҡалаһы тора. Билдәле булған икенсе яҙыуҙы Илушуманың улы — ишшиаккум Эришум I ҡалдырған, ул шулай уҡ сауҙаның пошлинаһыҙлығын раҫлаған, әммә барыһына ла өҫтәп әйткәндә, инеш өлөшөндә ҡала йыйылышы йәки кәңәше тураһында яҙылған, тимәк, Эришум ҡарарҙы бер үҙе генә ҡабул итмәгән. Шулай итеп, иртә Ашшур элекке осорға, б.э.т. 3-сө меңйыллыҡҡа, {{comment|идара итеүҙең|властың}} община һәм коллегиаль институтына кире әйләнеп ҡайтҡан.
Яҡынса б.э.т. 1970 йылда власть төп ашшурлыларға күсә. Тап шул осорҙан тышҡы сауҙаға һәм кредит операцияларына дәүләт монополияһына эйә Шумер һәм Аккад «тоталитар» батшалағында мөмкин булмағанса аккад сауҙагәрҙәренә {{comment|өҫтөнлөк|привилегия}} биреүсе ишшиаккум Илушуманың яҙыуы беҙҙең көндәргә килеп еткән. Яҙыуҙа ҡала диуарын тергеҙеү хаҡында ла һүҙ бара, һәм был Ашшурҙың үҙ аллылығын асыҡ раҫлай. Б.э.т. XX—XIX быуаттар сауҙаның һәм тауар {{comment|етештереүҙең|производство}}, етештереүсәнлектең һөҙөмтәһе үҫеше менән билдәләнә. Ҡаланың мөһим сауҙа юлдарына яҡынлығынан файҙаланып, ашшур һәм аккад сауҙагәрҙәре сауҙа агенттары сифатында күрше илдәргә башта ашшур туҡымаларын һатырға ашыға, һуңғараҡ улар [[Металдар|металл]] һәм кредит спекуляцияһы менән шөғөлләнә; ер һатып алыу килешеүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Кесе Азияла уларҙың мөһим сауҙа колонияһы (''карум'') булып Каниш ҡалаһы тора. Икенсе билдәле яҙыуҙы Илушуманың улы — ишшиаккум Эришум I ҡалдыра, ул шулай уҡ сауҙаның пошлинаһыҙлығын раҫлай, әммә шуға өҫтәп инеш өлөштә ҡала йыйылышы йәки кәңәше тураһында бәйән итә, тимәк, Эришум ҡарарҙы үҙе генә ҡабул итмәй. Шулай итеп, иртә Ашшур элекке осорға, б.э.т. 3-сө меңйыллыҡҡа, {{comment|идара итеүҙең|властың}} община һәм коллегиаль институтына кире әйләнеп ҡайта.


==== Б. э. т. ХVIII быуат ====
==== Б. э. т. ХVIII быуат ====

10:33, 10 июль 2017 өлгөһө

Ассирия
Aššur

Ассирия империяһы
Ассирия империяһы

 
 
 
 
 
 
 
Б.э.т. XXIV быуат — Б.э.т. 609 йыл
Баш ҡала

Ашшур (б.э.т. 2600—870 йй. тирәһе),
Экаллатум һәм Шубат-Энлиль
(б.э.т. 1807—1720 йй. тирәһе),
Кар-Тукульти-Нинурта
(б.э.т. 1210—1207 йй. тирәһе),
Кальху (б.э.т. 870—745 йй. тирәһе),
Дур-Шаррукин (б.э.т. 717—706 йй.),
Ниневия (б.э.т. 745—612 йй.),
Харран (б.э.т. 612—610 йй.),
Каркемиш (б.э.т. 610—605 йй.)

Телдәр

аккад теле, арамей теле, шумер теле

Халҡы

12 000 000

Преемственность

Мидия →

Вавилония →

 Ассирия Викимилектә

Ассирия (аккад теле: Aššur, ғәр. أشورAššûr, йәһ. אַשּׁוּרAššûr, арам. ܐܫܘܪ Ašur, арам. ܐܬܘܪ Atur, әрмән: Ասոր Asor, ассир.: Atur) — Төньяҡ Ике йылға араһындағы (Междуречье) (хәҙерге Ираҡ территорияһында) боронғо дәүләт. Ассирия, б.э.т. XXIV—VII быуаттарҙа (яҡынса б.э.т. 609 йылда), Мидия һәм Вавилония уны ҡыйратҡанға саҡлы, ике мең йыл самаһы йәшәй. Яңы Ассирия державаһы бөйөк дәүләте (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихында беренсе империя булып һанала.

Б.э.т. IX быуаттың тәүге яртыһында ассирийлылар хәрби баҫып алыу походтарын башлай. Улар бөтөн Месопотамияны, Фәләстанды һәм Кипрҙы, хәҙерге Төркиә һәм Сүриә, шулай уҡ Мысыр территорияларын (уны 15 йылдан юғалтҡандар) яулап ала. Яуланған ерҙәрҙә, яһаҡ түләү йөкләмәләрен һалып, провинциялар барлыҡҡа килтерәләр, ә иң оҫта һөнәрселәрҙе ассирия ҡалаларына күсерәләр (моғайын, шуға күрә лә Ассирия сәнғәтендә тирә-яҡ халыҡтар мәҙәниәттәренең йоғонтоһо һиҙеләлер). Ассирийлылар үҙҙәренең империяһында, бөтөн баш күтәреүселәрҙе көсләп күсереп депортация һәм ҡаты язалап, бик ҡанһыҙ идара итә.

Ассирия б.э.т. VIII быуаттың өсөнсө сирегендә Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) идара иткән осорҙа иң ҡеүәтле үҫешкә өлгәшә. Уның улы Саргон II Урартуны ҡыйрата, Төньяҡ Израиль батшалығын яулай һәм батшалыҡ сиктәрен Мысырға саҡлы киңәйтә. Уның улы Сеннахериб Вавилондағы ихтилалдан һуң был ҡаланы ер менән тигеҙләй. Иҫ киткес ҡупшылығы менән күҙҙең яуын алған үҙе төҙөткән Ниневияны баш ҡала итеп һайлай. Ҡала биләмәләре байтаҡҡа арттырыла һәм ҡеүәтле нығытмалар ҡалҡып сыға, яңы һарай төҙөлә, ғибәҙәтханалар яңыртыла. Ҡаланы һәм уның тирә-яғындағы баҡсаларҙы яҡшы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, бейеклеге 10 м булған һыу үткәргес акведук ҡорола.

Баш ҡалаһы Ниневия (хәҙерге Мосул ҡалаһы яны) булған Ассирия II меңйыллыҡ башынан алып яҡынса б.э.т. 612 й. саҡлы, Мидия һәм Вавилонияның берләшкән ғәскәрҙәре тарафынан емертелгәнсе, йәшәй. Шулай уҡ Ашшур, Калах һәм Дур-Шаррукин («Саргон һарайы») ҙур ҡалалар була. Тотош идаралыҡ Ассирия батшалары ҡулында була — улар бер үк ваҡытта баш ҡанбабалар (верховный жрец) һәм хәрби башлыҡ юғары вазифаһын биләй, хатта ҡайһы бер ваҡытта казначей ҙа була. Өҫтөнлөклө хәрби етәкселәр батша кәңәшселәре була (провинция идарасылары (управляющие), мотлаҡ армияла хеҙмәт иткәндәр һәм батшаға яһаҡ түләгәндәр). Игенселек менән ҡолдар һәм бойондороҡло хеҙмәтселәр шөғөлләнә.

Тарихы

Хронологияһы

Ассирия тарихында өс осор билдәләнә:

  • Иҫке ассирий осоро (яҡынса б.э.т. 2600—1392 йй.), ҡайһы берҙә ике осорға бүленә:
    • Иртә ассирий осоро (яҡынса б.э.т. 2600—2000 йй.) Ашшурҙағы Ура хакимлығы аҙағына саҡлы;
    • Иҫке ассирий осоро (яҡынса б.э.т. 2000—1392 йй.) Пузур-Ашшур I династияһынан башлап батшалыҡ сифатында тиеү дөрөҫ булмай, Ашшур номовый дәүләт булараҡ һаҡланған;
  • Урта ассирий осоро (б.э.т. 1392—935 йй.);
  • Яңы Ассирия (б.э.т. 935—605 йй.).

Иҫке Ассирия осоро

Файл:AthurMdinta.jpg
Ашшур планы. Иҫке Ассирия ҡатламдары ҡара менән билдәләнгән.
Шүлгә осорондағы Ура династияһының III дәүләте. Б.э.т. 2050 йй. тирәһе
Шамша-Адад I дәүләте. Б.э.т. XXIII быуат башы
|
Нарам-Суэн осоронда Аккад батшалығы. Б.э.т. XXIII быуат аҙағы
Шамша-Адад I яулап алыуҙары алдынан.
Эришум II осорондағы Ашшур территорияһын индереп,
Сүриә һәм Месопотамия батшалыҡтары. Б.э.т. 1810 йй. тирәһендә
Хаммурапи баҫып алыуҙарынан һуң.
Ямхад, Катна һәм Иҫке Вавилон батшалығы, б.э.т. 1750 йыл

Тәүҙә, Иҫке Вавилон осоронда, Ашшур сағыштырмаса ҙур булмай, номовый, сауҙагәрҙәр төп ролде уйнаған башлыса сауҙа дәүләте үҙәге була. Б.э.т. XVI быуатҡа саҡлы Ассирия дәүләте «алум Ашшур», йәғни «Ашшур халҡы йәғни общинаһы» тип атала, а батша титулы фәҡәт Ашшур аллаһтың эпитеты була. Ашшурҙың иң боронғо тарихы (б.э.т. XXI быуатына саҡлы) деталдәрҙә билдәһеҙ. Иҫке Ассирия осоро тигән төшөнсә күбеһенсә яһалма булып тора, сөнки был ваҡыт арауығында Ассирия әлегә булмаған да. Ҡайһы бер йөҙйыллыҡтарҙа тарих локаль рәүештә бөтөнләй сәйәси үҙаллылығы булмаған Ашшурҙа бара. Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы ассирия сығанаҡтары батшалар исемлегенә Ашшурға эйә булған державаларҙың гегемон батшаларының исемен дә индергән. Исемлеккә шулай уҡ Ашшурҙың монарх булмаған үҙ аллы ишшиаккумдары ла индерелгән. Дөйөм алғанда, Ассирияның был осорон, хронологик уңайлылыҡ маҡсатында, тарихҡаса тиклемге дәүер тип атау ҡабул ителә.

Б. э. т. ХХVI—ХХV быуаттар

Б.э.т. 3-сө меңйыллыҡтың икенсе яртыһында Ғәрәбстан ярымутрауында климаттың үҙгәреүе сим улдары ҡәбиләләренең Евфраттың урта ағымына, артабан төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күсенеүенә килтерә. Сәми улдары төньяҡ төркөмөнә үҙенең сығышы һәм теле менән Месопотамияның Евфраттың Тигр йылғаһына яҡынлашҡан ерендә ултырған аккадтар тип аталған ҡәбиләләр менән тығыҙ бәйләнгән боронғо ассирийлылар ҡарай. Улар аккад теленең төньяҡ диалектында һөйләшә. Урта Тигрҙа (моғайын, субарей торағы йәки шумер колонияһы урынында) төҙөгән беренсе ҡаланы улар үҙҙәренең юғары аллаһы исеме менән Ашшур тип атай. Һуңғараҡ, б.э.т. XV быуатҡа саҡлы, Ассирия дәүләтенең нигеҙен тәшкил иткән ҡалаларға (Ниневия, Ашшур, Арбела һ. б.) нигеҙ һалына.

Б. э. т. ХХIV—ХХІ быуаттар

Ашшур Аккад (б.э.т. XXIV—XXII бб.) батшалығына инһә лә, дәүләт эсендә әллә ни әһәмиәте булмай. Аккад ҡолатылғандан һуң, Ашшур, емерелгән булһа ла, Месопотамияның гутийҙар яулап алған үҙәктәренән киҫелеп ҡалғанлыҡтан, ҡыҫҡа осор бойондороҡһоҙлоҡта йәшәй. Һуңынан, б. э. т. XXI быуатта Ура III династияһы («Шумер һәм Аккад батшалығы») державаһына инә, Зәрҡүм наместнигының, "Ура батшаһы ҡоло"ноң, шул уҡ быуат менән билдәләнгән яҙыуы һаҡлана. Күрәһең, династияның йылъяҙмаларында тап шул Ашшур Шашрум — «Шүлгә батша Шашрумды юҡ иткән йыл», «Амар-Суэн батша икенсе тапҡыр Шашрумды һәм Шурудхумды юҡ иткән йыл», беренсе тапҡыр яулап алыу менән бәйле, б.э.т. 2052 йыл тирәһендә, икенсе тапҡыр б.э.т. 2040 йыл тирәһендәге күтәрелеш менән бәйле, — телгә алына. Яҡынса б.э т. 2034 йылда Урта Ике йылға араһы аша әмөриҙәрҙең баҫып алыуы башлана, Шу-Суэн уларға ҡаршы тороу маҡсатында Евфраттан Тигрға саҡлы «гипс» сүллеге ҡыры буйлап диуар төҙөй, уның Ашшур өҫтөнән контроль юғалтыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел (Шу-Суэндың сановниктарының береһе Арбеланы контролдә тотҡан). Әмөриҙәр урап үткән Ашшур бары Ибби-Суэн дәүерендә азат булыуы ихтимал. Күпмелер ваҡытҡа ҡаланы хурриттар биләүе мөмкин, ә хөкөмдар Ушпия идаралығы был ваҡытҡа (б.э.т. XXI аҙағы) йәки иртәрәк дәүергә ҡараған тип фаразларға була.

Б. э. т. ХХ—ХІХ быуаттар

Яҡынса б.э.т. 1970 йылда власть төп ашшурлыларға күсә. Тап шул осорҙан тышҡы сауҙаға һәм кредит операцияларына дәүләт монополияһына эйә Шумер һәм Аккад «тоталитар» батшалағында мөмкин булмағанса аккад сауҙагәрҙәренә өҫтөнлөк биреүсе ишшиаккум Илушуманың яҙыуы беҙҙең көндәргә килеп еткән. Яҙыуҙа ҡала диуарын тергеҙеү хаҡында ла һүҙ бара, һәм был Ашшурҙың үҙ аллылығын асыҡ раҫлай. Б.э.т. XX—XIX быуаттар сауҙаның һәм тауар етештереүҙең, етештереүсәнлектең һөҙөмтәһе үҫеше менән билдәләнә. Ҡаланың мөһим сауҙа юлдарына яҡынлығынан файҙаланып, ашшур һәм аккад сауҙагәрҙәре сауҙа агенттары сифатында күрше илдәргә башта ашшур туҡымаларын һатырға ашыға, һуңғараҡ улар металл һәм кредит спекуляцияһы менән шөғөлләнә; ер һатып алыу килешеүҙәре тураһында мәғлүмәт юҡ. Кесе Азияла уларҙың мөһим сауҙа колонияһы (карум) булып Каниш ҡалаһы тора. Икенсе билдәле яҙыуҙы Илушуманың улы — ишшиаккум Эришум I ҡалдыра, ул шулай уҡ сауҙаның пошлинаһыҙлығын раҫлай, әммә шуға өҫтәп инеш өлөштә ҡала йыйылышы йәки кәңәше тураһында бәйән итә, тимәк, Эришум ҡарарҙы үҙе генә ҡабул итмәй. Шулай итеп, иртә Ашшур элекке осорға, б.э.т. 3-сө меңйыллыҡҡа, идара итеүҙең община һәм коллегиаль институтына кире әйләнеп ҡайта.

Б. э. т. ХVIII быуат

Баҫып ингән әмөрейҙәр III Ура династияһын юҡ иткән, б.э.т. XIX быуат дауамында аҡрынлап Урта һәм Түбәнге Ике йылға араһы тәхеттәрен яулап алған. Улар Тигр һәм Евфрат йылғаларының үрге ағымдарын да урап үтмәгән. Б.э.т. 1807 йылдар тирәһендә Ашшур яңы барлыҡҡа килгән, ләкин ныҡлығы булмаған бик ҙур Шамши-Адад I державаһына ингән. Ашшур был дәүләттнң үҙәге булмаған, әммә Шамши-Адад I унда үҙенең улын ставленник итеп тәғәйенләгән. Бөтөн территорияла урта евфрат диалктына нигеҙләнгән вавилон яҙмаһы индерелгән, иҫке ассирий шына яҙыуы бөтөрөлгән, пошлинаһыҙ сауҙа туҡтатылған. Б.э.т. XVIII быуат уртаһында держава Шамша-Адад I державаһы тарҡалған һәм вавилон батшаһы Хаммурапи Ашшурҙы яулап алған. Урта Ике йылға араһына тағы бер, был юлы касситтарҙың, сираттағы баҫҡынсылығы Ашшурҙың Вавилон менән бәйләнешен өҙгән. Б.э.т. 1720 йыл тирәһендә әмөрей Шамша-Адад I нәҫеле хакимы бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙгән. Артабанғы хакимдар көсһөҙ булған йәки һис юғында тағы ла ҡала кәңәшмәһенә бойондороҡло булған, шулай ҙа Ашшурҙың яңынан ҡалҡынып үҫерлек бөтөн мөмкинлеге булған.

Б. э. т. ХVII—ХV быуаттар

Б.э.т. 1700 йыл тирәһендә Ашшурҙа Шамша-Адад I династияһын Адасидтар вариҫтары ал алмаштырған. Әмөрейҙәрҙең Экаллатум һәм Шубат-Энлилдәге таралышҡан ставкаларынан дәүләт үҙәге ахырҙа Ашшурға күсерелгән. Ҡайһы бер дәүерҙәрҙә Ашшур тағы ла Вавилонға буйһонғолап ҡуйған. Б.э.т. 1595 йыл тирәһендә Мурсили I-ҙең Вавилонға походы, Вавилонда әмөрейҙәрҙең еңелеүе һәм касситтар династияһының күтәрелеүе Ашшурға аҙ йоғонто яһаған. Ләкин б.э.т. XV быуатта ул көсәйгән Митанниҙың вассалы булып киткән, династия ставленик сифатында хакимлҡ итеүен дауам иткән. Митанний өҫтөнлөгөнән ҡотолған дәүерҙә иҫке ассирий осоро тамамланған.

Урта Ассирия осоро

Яҡынса б.э.т. 1220 йылда Боронғо Көнсығыш, бронза быуаты афәте алдынан ҡыҫҡа ситуация. Микен мәҙәниәте, Боронғо Мысыр, Тукульти-Нинурте I-нең урта ассирий осоронда ҡеүәтенең юғарылығында Хетт батшалығы (ассирийлылар юҡҡа сығарған Митанниҙың өлөшө менән), Ассирия (яулап алынған Митанни, Аррапхэ һәм Вавилония менән).

Б.э.т. XIV—IX быуаттарҙа Ассирия Төньяҡ Месопотамияны һәм уға сиктәш биләмәләрҙе бер нисә тапҡыр буйһондорған.

  • Ашшур-Убаллит I (б.э.т. 1353—1318 йй.) — империяның формалаша башлауы.
  • Адад-Нирари I (б.э.т. 1295—1264 йй.) — империя формалаштырыуҙы тамамлаған.
  • Б.э.т. XIV—XIII бб. икенсе яртыһы — хеттар һәм вавилонлылар менән һуғыштар.
  • Б.э.т. XII б. — балҡандағы мушктар ҡәбиләләре менән көрәштә бөлгөнлөк һыҙаты.
  • Тиглатпаласар I (б.э.т. 1114—1076 йй.) — яңы күтәрелеш.
  • Яҡынса б.э.т. — күскенсе арамейҙарҙың ҡыҫылыуы, сираттағы тарҡалыш. Тиглатпаласар I-ҙең вафатынан һуң ассирийлылар Евфраттың көнбайышында ғына нығынып ҡалмаған, хатта уның көнсығышындағы территорияларҙы яулай алған. Артабанғы ассирий батшаларының Вавилония батшалары менән әрһеҙ арамейҙарға ҡаршы бер файҙа ла килтермәгән. Ассирия үҙенең аҫаба ерҙәренә ҡабат ҡыҫырыҡланған, ә уның иҡтисади һәм сәйәси тормошо тулыһынса емерелгән. Б.э.т. XI б. аҙағынан б.э.т. X б. аҙағына саҡлы Ассириянан беҙҙең көндәргә саҡлы бер ниндәй ҙә документ йәки яҙма килеп етмәгән тиерлек.

Яңы Ассирия осоро

Ассирия 9-7 бб.

Ассирия тарихында яңы осор арамейҙарҙың баҫып инеүенән иҫен йыйғандан һуң башланған. Ассирияның иң юғары үҫеш нөктәһе — б.э.т. VIII—VII быуат. Яңы Ассирия империяһы (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихындағы беренсе империя булған.

  • Адад-Нирари II (б.э.т. 911—891 йй.) — илде көрсөктән сығарған, артабанғы хакимдар — нигеҙҙә баҫҡынсылар.
  • Адад-Нирари III (б.э.т. 810—783 йй.) — тәүҙәрәк әсәһе Шаммурамат ҡурсыуы арҡаһында идара иткән.
  • Б.э.т. VIII б. тәүге яртыһы — Урарту һөжүмдәре арҡаһында биләмәләрен юғалтыу.
  • Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) — Ассирияның яңынан күтәрелеүе, разгром Урартуны тар-мар итеү.
  • Салманасар V (яҡынса б.э.т. 727—722 йй.) — Израиль батшалығын яулап алыу.
  • Б.э.т. 671 й. — Ассархаддон (б.э.т. 680—669 йй.) — Египтаҙың яулап алыуы.
  • Ашшурбанапал (б.э.т. 668—627 йй.) — Ассирия власының Лидияға, Фригияға, Мидияға таралыуы, Фивыны ҡыйратыу.
  • Б.э.т. 630 йй. — быға тиклем союзда торған мидийлыларҙың һөжүме.
  • Б.э.т. 609 й. — һуңғы территория — Үрге Месопотамияның көнбайышындағы Харран — Вавилония тарафынан яулап алынған.

Ассирия ғәскәре

Тиглатпаласар III (б.э.т. 745—727 йй.) идаралығы осоронда элек ер биләмәләре булған яугирҙарҙан торған ассирий ғәскәре үҙгәртеп ҡоролған. Шул осорҙан армияның нигеҙен дәүләт иҫәбенә ҡоралланған ярлы ер биләүселәр тәшкил иткән. Шулай, әсирҙәр ҙә ҡушылған, «батша отряды» тип аталған даими ғәскәр барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ батшаны һаҡлаған махсус яугирҙар отряды ла булған. Даими армия һаны шул саҡлы үҫкән, Тиглатпаласар III ҡайһы бер походтарын ҡәбилә ярҙамсы армиян ылыҡтырмайынса ойошторған.

Ассирий ғәскәрендә бер төрлө ҡорал ҡабул ителгән. Һалдаттар металл башаҡлы уҡ һәм йәйә, һиртмәктәр-боронғо таш атыу ҡоралы, осо бронзанан яһалған һөңгөләр, ҡылыстар, хәнйәрҙәр, тимер суҡмарҙар менән ҡоралланған. Һаҡлағыс ҡоралланыу ҙа камиллаштырылған: торҡаның баштың соңҡаһын һәм яңаҡ өлөштәрен ҡаплаусы аҫылмалары булған; ҡамауҙа ҡатнашҡан һуғышсылар оҙонса бронза пластинкалар һырып тегелгән сүстән эшләнгән оҙон тотош хәрби күлдәк кейгәндәр. Ассирий яугирҙарының ҡалҡандары формаһы һәм материалы буйынса ла, тәғәйенләнеше буйынса ла төрлө — еңел түңәрәк һәм дүрткелдәрҙән алып бейек япмалы тура мөйөшлө — булған. Яугирҙың юлдар һалғанда, оборона ҡоролмалары төҙөгәндә, яулап алынған ҡәлғәләрҙе емергәндә (ғәҙәттә улар нигеҙенә саҡлы емерелгән) ҡулланылған оҙон ағас һаплы бронза кәйләһе, шулай уҡ тимер балтаһы булған. Ҡорал һәм кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар запастары батша арсеналдарында һаҡланған.

Кисир төп ғәскәр булып иҫәпләнгән. Кисир тиҫтәләрҙән торған иллеләргә бүленгән. Бер нисә кисир эмука (көс) барлыҡҡа килтергән.

Ассирий пехотаһы ауыр һәм еңелгә бүленгән. Ауыр пехота һөңгөләр, ҡылыстар һәм һаҡлағыс ҡорамалдар — панцирҙар, торҡалар һәм ҙур ҡалҡандар менән ҡоралланған. Еңел пехота уҡсыларҙан һәм һиртмәкселәрҙән-таш атыусыларҙан торған. Хәрби берәмек ғәҙәттә ике яугирҙан: уҡсынан һәм ҡалҡан йөрөтөүсенән торған.

Шуның менән бергә ауыр ҡораллы хәрби берәмектәр булған. Ассирий пехотаһы ҡалҡанлы ауыр пехота ышығында һуғышҡан уҡсыларҙың тығыҙ рәттәрендә хәрәкәт иткән. Йәйәүле ғәскәр дошманға уҡтар, дротиктар һәм таштар сөйгән.

Ассирий ғәскәренең мөһим өлөшөн б.э.т. 1100 йылдарҙан файҙаланылған хәрби ике тәгәрмәсле арбаларлар тәшкил иткән. Уларға ике-дүрт ат еккәндәр, ә кузовына уҡтар тултырылған һаҙаҡтар нығытылған. Уның экипажы ике һуғышсынан — һөңгө һәм ҡалҡан менән ҡоралланған уҡсынан һәм күсерҙән торған. Ҡайһы берҙә экипаж уҡсы менән күсерҙе ышыҡлаған ике ҡалҡан йөрөтөүсе менән нығытылған. Хәрби колесницалар тигеҙ урында ҡулланылған һәм регуляр булмаған ғәскәрҙәргә ҡаршы хәрәкәттең ышаныслы сараһы булған.

Бынан тыш, ассирий ғәскәрендә бөтөнләй яңы ғәскәр төрҙәре яралғыһы — атлы ғәскәр һәм «инженер» ғәскәрҙәре — барлыҡҡа килгән. Күп һанлы һыбайлылар ассирий ғәскәрендә тәүге тапҡыр б.э.т. IX быуатта барлыҡҡа килгән. Башта һыбайлы атҡа эйәрһеҙ ултырған, ә һуңғараҡ өҙәңгеһеҙ бейек эйәр уйлап сығарылған. Һыбайлылар бер парҙа һуғышҡандар: береһе йәйә менән, икенсеһе һөңгө һәм ҡалҡан менән ҡоралланған. Һыбайлылар ҡылыс һәм суҡмар менән ҡоралланған булған. Әммә ассирийлыларҙың атлылары әлегә регуляр булмаған һәм хәрби арбаларҙы ҡыҫырыҡламаған.

Ассирий ғәскәрҙәрендә ер ҡаҙыу, юл, күпер һәм башҡа төрлө эштәрҙе башҡарыуҙа ҡулланылған инженер ғәскәрҙәре үҫешенә башланғыс һалынған. Ғәскәрҙәр ҡәлғә диуарҙарын емереүҙә ҡулланылған тарандар һәм катапульталар, ҡамау башнялары һәм штурмлау баҫҡыстары, шулай уҡ һыу аша сығыу саралары — муртайҙар (ҡайһы бер һуғышсылар йылға аша ошо бурдюктарҙа сыҡҡандар, уларҙан шулай уҡ һалдар һәм йөҙөүсе күперҙәр ҡорғандар) менән ҡоралланған булған.

Финикий оҫталары Ассирия өсөн дошман судноларын таранлаусы галера тибындағы осло моронло хәрби караптар төҙөгәндәр. Ишкәкселәр унда ике ҡатҡа урынлашҡандар. Караптар Тигрҙа һәм Евфратта төҙөлгәндәр һәм Фарсы ҡултығына төшөрөлгәндәр.

Дин

Ассирия дине вавилон ышаныуҙарынан аҙ айырылған. Вавилонға аккадлыларҙан ассирийҙарға мираҫ булып ҡалған бөтөн ассирий намаҙҙары, гимндары, имләүҙәре, мифик иртәктәре күскән. Ассирийлыларҙың изге урыны вавилонлыларҙың изге урынына әйләнгән.

Ассирий хоҙайҙары пантеоны башында бөтөн аллаларҙы ғына түгел, үҙен дә булдырған — Ассирий батшалығының яҡлаусыһы — Ашшур торған. Ассирияла һуғыш алиһәһе Иштар һәм Рамман — дошмандарҙы ҡыйратыусы культы таралыу тапҡан. Ассирияла аллалар менән бер рәттән бик күп һанлы ер һәм күк эйәләре — ануннактар һәм игигтар ололанған.

Космогония, аллалар тураһындағы тәғлимәт кеүек, ихтимал, шулай уҡ байтаҡ үҙгәрештәргә дусар ителгән: донъя тыуҙырыусы тип йә бер хоҙайҙы йә теге хоҙайҙы атағандар. Мәҫәлән, Бэла тураһында ул тәүтормош хаосынан күк һәм ерҙе, яҡтыртҡыстарҙы, йәнлектәрҙе, ә ер менән ҡандың ҡатнашмаһынан кешене тыуҙырған тиелә. Мардуктың күтәрелгәненән башлап донъяны ул тыуҙырған тигән миф барлыҡҡа килгән. Вавилонлылар фекеренсә, донъя өс айырым өлкәнән: күктән, ерҙән һәм йәһәннәмдән тора. Донъяны Мардук тыуҙырыуы тураһындағы мифта уның тәүтормош хаос сағылышын кәүҙәләндергән Тиамат алиһә менән көрәше хикәйәләнгән. Ул Тиаматты еңә һәм, яҙмыштың изге яҙма төшөрөлгән таҡтаһына эйә булып, уны урталай яра, һәм алиһәнең тәненән ер һәм һауа барлыҡҡа килтергән тиелә.

Теге донъя тормошона ышаныу етерлек сағыу һүрәтләнгән, ләкин шумерҙарҙағы кеүек, бик тә төшөнкөлөк рухында бирелгән. Үлгәндәр ябылған зиндан ете ҡат диуар мненән уратып алынған; унда бер нур ҙа үтеп инмәй. Ҡайһы берҙә бер ғазаптар ҙа, сир ҙә һәм үлем дә булмаған бәхетлеләр утрауҙары иҫкә алына, ләкин ул утрауҙарға тик һирәктәр генә, һайланып алынғандар ғына, етә имеш.

Сәнғәт

Ассирия — ҡалалары башнялы ҡәлғә диуарҙары менән нығытылған һуғышсан дәүләт. Баш ҡалалары — Дур-Шаррукин, Ниневия — яһалма платформаларҙа төҙөлгән. Һарайҙар диуарҙары арыҫландарға һунар һәм еңеү менән тамамланған ҡаты алыштар сәхнәләре менән биҙәлгән. Ассирия мәҙәниәте күпселек ваҡытта вавилон традицияларына эйәргән. Вавилон һәм шумер әҙәбиәте әҫәрҙәре ассирий ғибәҙәтханаларында, мәктәптәрендә һәм китапханаларында өйрәнелгән. Ҡайһы берҙә йылъяҙмалар тарихи романдарға оҡшап киткән. Пейзаж һәм портрет һымаҡ әҙәби алымдар киң ҡулланылған. Батшалар һәр ваҡыт ҡыйыу һәм киң күңелле итеп һүрәтләнгән, ә дошмандар мәкерле һәм ҡурҡаҡ итеп күрһәтелгән. Сәнғәттә хәрби сюженттар өҫтөнлөк алған.

Ассирия әҙәбиәте

Боронғо Ассирияның иң мөһим әҙәби һәйкәлдәренең береһе булып б.э.т. VIII—VII быуаттарҙа йәшәгән һәм Синахериб батша һарайында йәшәгән «Күсереүсе Ахикарҙың өгөт-нәсихәте» тора[1].

Ассирия хакимдары

Ашшур хаким ишшиаккум (шумер һүҙе энсиҙе аккадлаштырыу) титулын йөрөткән. Ысынбарлыҡта уның власы нәҫелдән килгән, ләкин тулы булмаған. Ул күпселеген тиерлек дини культ эштәре һәм уға бәйле төҙөлөш менән булған. Ишшиаккум шулай уҡ ҡанбаба (шангу) һәм хәрби юлбашсы булған. Ғәҙәттә ул тағы ла укуллу вазифаһын, йәғни, моғайын, юғары ер файҙаланыу белгесе һәм аҡһаҡалдар кәңәше башлығы бурысын башҡарған. Был «ҡала йорто» тип йөрөтөлгән Кәңәш Ашшурҙа ҙур йоғонто менән файҙаланған, мөһим дәүләт эштәрен атҡарыу уның вәкәләттәренә ҡараған. Кәңәш ағзалары үҙҙәрен «лимму» тип атаған. Уларҙың һәр береһе сиратлап йыл дауамында идара итеү (үҙҙәренең Кәңәше күҙәтеүе аҫтында) ғәмәлдәрен башҡарған һәм, моғайын, казначейство башында торған. Сираттағы лимму исеме шул йылдың атамаһына әйләнгән. (Шуның өсөн лиммуны йыш ҡына хәҙерге фәндә грек термины эпоним менән билдәләйҙәр). Ләкин яйлап Кәңәш составы хакимға яҡын торған кешеләр менән йыш алмаштырылған. Хаким власы көәйгән һайын община үҙидараһы органдарының әһәмиәте төшә барған. Ишшиаккум ысын монархҡа әйләнгәндән һуң да лимму күрһәтеү тәртибе артабан да һаҡланған.

Иҫкәрмәләр

  1. Балязин В. Мудрость тысячелетий. Энциклопедия.. — Москва: ОЛМА-ПРЕСС, 2004. — С. 16. — 848 с. — ISBN 5-224-00562-0.

Әҙәбиәт

Башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәре

  • Салават Галлямов. Башкорды от Гильгамеша до Заратуштры. Уфа: РИО РУМНЦ, РБ ISBN 5-295-03513-1
  • Салават Галлямов. Введение в сопоставительное изучение грамматики башкордского, кордского и английского языков. Уфа: РИО РУМНЦ, РБ, 1999
  • Салават Галлямов. Башкордский язык и санскрит. М.-СПб, 2003, 308 с.
  • Салават Галлямов. Башкордская философия (в 4-х томах). Уфа: Китап, 2005 ISBN 5-295-03698-7
  • Салават Галлямов. Древние арии и вечны Курдистан (серия «Тайны древней цивилизации»). М.,Вече, 2007, 555 с. ISBN 978-9533 1407-7
  • Салават Хамидуллин. Бурджаны в истории Евразии. — Уфа: Гилем, 2013[1]
  • Салават Хамидуллин. История башкирских родов. Многотомник. (Составитель и редактор). — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014—2015. (авторҙаш)

Салауат Хәмиҙуллин фильмографияһынан

  • «Из глубины веков»;
  • «На стыке времен»;
  • Цикл телевизионных документальных фильмов «Историческая среда»; на официальном сайте телеканала БСТ

Һылтанмалар

  • / Д. Ч. Садаев. История древней Ассирии Ассирия // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907. НЕ Центральный Ассирийский Ресурс. Портал BAR-ATRA.ru Популярная статья об Ассирии Армяно-Греко-Ассирийский СОЮЗ
  1. «Бурджаны в истории Евразии». Текст рецензии на монографию на сайте «РБ -XXI век»