Япония — Көнсығыш Азиялағы утрауҙарҙа урынлашҡан дәүләт. Япон диңгеҙенән көнсығышта Тымыҡ океанда тора, Ҡытай, Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея, Рәсәй менән сикләшә. Төньяҡта Охот диңгеҙе , ә көньяҡта Көнсығыш Ҡытай диңгеҙенән алып Тайвангә тиклем территорияны биләй.
Япония 6852 утрауҙан торған Япония архипелагында урынлашҡан. Дүрт иң эре утрауҙары — Хонсю, Хоккайдо, Кюсю һәм Сикоку — ил майҙанының 97 процентын тәшкил итә. Күпселек утрауҙары таулы, күптәре вулканлы. Японияның иң юғары нөктәһе — Фудзияма (3776 м) вулканы. Халҡының һаны (126 миллион кеше) буйынса ул донъяла унынсы урынды биләй. Үҙ эсенә Японияның баш ҡалаһы Токио менән уның эргәһендәге префектураларҙы индергән Оло Токио (30 миллиондан ашыу кеше) менән донъялағы иң ҙур ҡала агломерацияһы булып тора.
↪ дауамы…
|
Еңеү көнө — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы, һәр йыл 9 майҙа билдәләнә.
Еңеү көнөндә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә (Мәскәү) сәскәләр һалына, баш ҡалала, герой ҡалаларҙа парад, байрам салюты ойошторола.
1945 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия Берлинға яҡынлаша. Операция алдынан совет ғәскәрҙәрендә бөтәһе 1 900 000 һуғышсынан торған 149 уҡсы, 12 кавалерия дивизияһы, 13 танк һәм 7 механизацияланған корпус, 15 айырым танк һәм үҙйөрөшлө бригада иҫәпләнә. Операцияла Польша Ғәскәренең 1-се һәм 2-се армияларының 10 пехота, 1 танк дивизияһы, шулай уҡ 1 айырым кавалерия дивизияһы ҡатнашып, уларҙа йәмғеһе 155 900 кеше була. Берлинға һөжүмдә бөтәһе 2 миллиондан ашыу һалдат һәм офицер, 6 250 танк һәм үҙйөрөшлө орудие, 41 600 орудие һәм миномет, 7 500 самолет ҡатнаша.
↪ дауамы…
|
Ит — һуйылған мал йә ашарға яраҡлы ҡырағай хайуан кәүҙәһенең май, тарамыш, тоташтырғыс туҡымалар менән бергә арҡыры-буй мускуллы өлөшө, һөйәк туҡымалары менән (һөйәкле ит) ҡуша йә тик мускул туҡымаһынан ғына ла (һөйәкһеҙ ит) була.
Шулай уҡ тел, бауыр, бөйөр, мейе, йөрәк, үпкә, эс-ҡарынын да ит тип атайҙар. Ит башлыса ризыҡ булараҡ ҡулланыла.
Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары ит төшөнсәһенә индерелмәй.
Ашау өсөн тәғәйенләнгән иттең күп өлөшө мал һуйыу урындарында махсус ит тоҡомло малды салыу юлы менән етештерелә. Ризыҡ итеп башҡа хайуандарҙың ите лә ҡулланыла (эре һәм ваҡ ҡырағай хайуандар, һөйрәлеүселәр, ер-һыу хайуандары һәм башҡалар). Донъя халыҡтарының аш-һыуында төрлө хайуандарҙың ите ҡулланыла. Был башлыса ит төрҙәрен табыу ысулдарына һәм традицияларына бәйле.
Итте «пробирка эсендә үҫтереү» юлдары ла өйрәнелә.
↪ дауамы…
|
Иран-Ираҡ һуғышы (Фарсы ҡултығындағы тәүге һуғыш йәки Ҡултыҡтағы беренсе һуғыш тип тә атала) — Ираҡ менән Иран араһындағы 1980—1988 йылдарҙағы хәрби бәрелеш. Иранда йыш ҡына «Изге оборона» атамаһы (фарс. دفاع مقدس — деф-йе могаддас), ҡайһы берҙә — «Көсләп тағылған һуғыш» (фарс. جنگ تحمیلی — джанг-тахмиль) атамалары ҡулланыла, ә Ираҡта ғәрәптәрҙең Фарсыны яулағанда Кадиссия йылғаһы буйындағы еңеүе хөрмәтенә «Сәддам Хөсәйен Кадиссияһы» (ғәр. قادسية صدام
— Саддам кадиссийят) атамаһы таралған.
Дауамлылығы, йәлеп ителгән ресурстары, кеше ҡорбаны буйынса, Иран-Ираҡ һуғышы Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур хәрби бәрелеш була. Уның барышында химик ҡорал әүҙем ҡулланыла.
↪ дауамы…
|