Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
27 юл: 27 юл:


2015 йылда гимназияла 18 йыл директор булып эшләгәндән һуң Тәнзилә Малабаева вазифаһын гимназияла уҡып сыҡҡан [[Ғәлиуллин Рөстәм Мөхәррәм улы]]на тапшыра. Әммә ул бер йыл ғына эшләй. 2016 йылда гимназияның яңы директоры итеп [[Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы]] ҡуйыла<ref>[http://put-okt.com/melnews/2885-vlyublennyy-v-svoe-delo-pedagog.html Влюблённый в своё дело педагог]</ref>. Ә шул уҡ йылдың октябрендә ул «Башҡортостан республикаһы мәғәрифы отличнигы» билдәһенә лайыҡ була.
2015 йылда гимназияла 18 йыл директор булып эшләгәндән һуң Тәнзилә Малабаева вазифаһын гимназияла уҡып сыҡҡан [[Ғәлиуллин Рөстәм Мөхәррәм улы]]на тапшыра. Әммә ул бер йыл ғына эшләй. 2016 йылда гимназияның яңы директоры итеп [[Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы]] ҡуйыла<ref>[http://put-okt.com/melnews/2885-vlyublennyy-v-svoe-delo-pedagog.html Влюблённый в своё дело педагог]</ref>. Ә шул уҡ йылдың октябрендә ул «Башҡортостан республикаһы мәғәрифы отличнигы» билдәһенә лайыҡ була.
== Характеристикалары ==
Гимназияла 30-ҙан артыҡ уҡыу кабинеттары, ике спорт залы, 200 кеше өсөн ашхана бар. Информатика кабинеты 15 компьеютер һәм интерактив таҡта менән йыһазландырылған<ref>[http://bash-gimka9.ru/materialno-texnicheskoe-obespechenie/ Гимназия сайты. Материаль-техник база]</ref>. Гимназия ерендә хоккей, футбол, баскетбол һәм волейбол менән шөғөлләнер өсөн майҙансыҡтар бар. Интернатта 120 уҡыусы өсөн икешәр йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар менән 60 бүлмә, тренажер залдары һәм атыу өсөн тир бар.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

19:41, 30 июль 2017 өлгөһө

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-cы башҡорт гимназияһы
Файл:9-сы башҡорт гимназияһы.jpg
Нигеҙләнгән

28 февраль 1996

Директор

Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы

Тип

дөйөм урта белем биреү учреждениеһы

Уҡыусылар һаны

700-ҙән артыҡ

Адресы

Рәсәй флагы Башҡортостан Мәләүез, Кострома ур., 35

Сайт

http://bash-gimka9.ru

Телдәр

Башҡорт, рус һәм инглиз

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы — Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһындағы дөйөм белем биреү мәктәбе. 1997 йылдың 28 февралендә рәсми рәүештә асыла.

2008 йылдан гимназия башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫланов исемен йөрөтә[1].

Әлеге ваҡытта Мәләүез ҡалаһының Кострома урамындағы 35-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Тарихы

Мәләүез ҡалаһында башҡорт гимназияһын төҙөү тураһында ҡарар 1993 йылда ҡабул ителә. 1994 йылдың 15 октябрендә уҡыу йортоноң нигеҙенә тәүге таш һалына, ә 1996 йылдың 1 сентябрендә ул 6-сы лицей базаһында эшләй башлай[2]. Был башҡорт гимназияһы тантаналы рәүештә 1997 йылдың 28 февралендә асыла[1]. Тәүге директоры итеп Малабаева Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы була. Гимназия 2004 йылда «Рәсәй иң яҡшы мәктәптәре» бөтә Рәсәй конкурсының региональ этабында «Мәктәптәрҙең мәктәбе» номинацияһында икенсе урынды, ә киләһе йылда беренсе урында яулай. 2005 йылда Мәләүез районының иң яҡшы мәктәбе тип таныла. 2007 йылда гимназия эргәһендә 120 уҡыусы өсөн интернат асыла. Асыу тантанаһында Башҡортостандың шул ваҡытта президенты Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡатнаша. Интернатты төҙөү эштәренең дөйөм хаҡы — 36 миллион һум[3]. 2008 йылда гимназияға Кинйә Арыҫланов исеме бирелә. 2014 йылда «Иң яҡшы белем биреү сайты — 2014» республика конкурсында «Мәктәп сайты» номинацияһында бүләккә лайыҡ була.

2015 йылда гимназияла 18 йыл директор булып эшләгәндән һуң Тәнзилә Малабаева вазифаһын гимназияла уҡып сыҡҡан Ғәлиуллин Рөстәм Мөхәррәм улына тапшыра. Әммә ул бер йыл ғына эшләй. 2016 йылда гимназияның яңы директоры итеп Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы ҡуйыла[4]. Ә шул уҡ йылдың октябрендә ул «Башҡортостан республикаһы мәғәрифы отличнигы» билдәһенә лайыҡ була.

Характеристикалары

Гимназияла 30-ҙан артыҡ уҡыу кабинеттары, ике спорт залы, 200 кеше өсөн ашхана бар. Информатика кабинеты 15 компьеютер һәм интерактив таҡта менән йыһазландырылған[5]. Гимназия ерендә хоккей, футбол, баскетбол һәм волейбол менән шөғөлләнер өсөн майҙансыҡтар бар. Интернатта 120 уҡыусы өсөн икешәр йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар менән 60 бүлмә, тренажер залдары һәм атыу өсөн тир бар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар