Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы: өлгөләр араһындағы айырма

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
20 юл: 20 юл:


== Географияһы ==
== Географияһы ==
[[Ағиҙел]], [[Кама]] һәм [[Волга]] йылғаларының һул ҡушылдыҡтарына 480 м бейеклегендәге һыуайырғыс барлыҡҡа килтерә.
[[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]], [[Кама]] һәм [[Волга]] йылғаларының һул ҡушылдыҡтарына 480 м бейеклегендәге һыуайырғыс барлыҡҡа килтерә.
Ағиҙел йылғаһының үрге ағымынан [[Ашҡаҙар]]ҙың түбәненә тиклем һуҙылған. Кама йылғаһынан Урал тауҙарына ([[Күмертау]] ҡалаһы яғына) ҡарай 400 км арауыҡта ята.
Ағиҙел йылғаһының үрге ағымынан [[Ашҡаҙар]]ҙың түбәненә тиклем һуҙылған. Кама йылғаһынан Урал тауҙарына ([[Күмертау]] ҡалаһы яғына) ҡарай 400 км арауыҡта ята.
Битләүҙәре тигеҙлектәргә текә килеп төшө. Нәк дәү бастион кеүек. Бейеклектәре диңгеҙ кимәленән Бөгөлмә эргәһендә 370 м-ҙан [[Бәләбәй]] ҡалаһы янында 420 м-ға етеп тора.
Битләүҙәре тигеҙлектәргә текә килеп төшө. Нәк дәү бастион кеүек. Бейеклектәре диңгеҙ кимәленән Бөгөлмә эргәһендә 370 м-ҙан [[Бәләбәй]] ҡалаһы янында 420 м-ға етеп тора.

20:35, 12 август 2017 өлгөһө

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионыТатарстан, Башҡортостан, Һамар өлкәһе, Ырымбур өлкәһе
Юғары нөктәһе418 м 
Рәсәй
Волга буйы федераль округы
 Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы Викимилектә

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы — Урал алды тигеҙлегендә урынлашҡан, Ағиҙел, Кама, Волга йылғаларына ҡойоусо һул ҡул ҡушылдыҡтарҙың 480 м бейеклектәге һыу айырғыс ҡалҡыулығы. Тигеҙһеҙ ҡалҡыулыҡлы плато.

Географияһы

Ағиҙел, Кама һәм Волга йылғаларының һул ҡушылдыҡтарына 480 м бейеклегендәге һыуайырғыс барлыҡҡа килтерә. Ағиҙел йылғаһының үрге ағымынан Ашҡаҙарҙың түбәненә тиклем һуҙылған. Кама йылғаһынан Урал тауҙарына (Күмертау ҡалаһы яғына) ҡарай 400 км арауыҡта ята. Битләүҙәре тигеҙлектәргә текә килеп төшө. Нәк дәү бастион кеүек. Бейеклектәре диңгеҙ кимәленән Бөгөлмә эргәһендә 370 м-ҙан Бәләбәй ҡалаһы янында 420 м-ға етеп тора. Дим йылғаһы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығын икегә бүлеп үтә. Димдең уң яҡ ярынан ҡалҡыулыҡтың Стәрлебаш-Федоровка өлөшө ята. Бында уртаса бейеклек 300-400 м араһында тирбәлә. Көнъяҡ-көнсығыш йүнәлештә, Урал тауҙарына ҡарай бейеклек арта бара. Миәкә һәм Стәрлебаш райондары сигендә ятҡан Смородиновка ауылы эргәһендә 461 м-ға еткән урын бар. Стәрлебаш ауылы янында бейеклек 480 м -ға етә.

Ҡалҡыулыҡ эзбизташтан, алевролиттан, мергелдән, балсыҡтан һәм ҡомташтан тора. Карст ҡатламында убылған ерҙәр, упҡындар, мәмерйәләр бар. Ҡайһы бер мәмерйләрҙең диуарында боронғо һүрәттәр табылған.

Ландшафт башлыса урманлы даланан һәм даланан тора. Үҫемлектәр донъяһы бай.

Биләмәнең сирек өлөшөн урмандар алып тора (имән, йүкә, ҡайын, уҫаҡ). Урмандар күпселектә өс яруслы. Беренсе ярусты имән менән йүкә биләй. Икенсе яруста сәтләүек ҡыуағы, йәш имәндәр һәм өсөнсөһө - үләндәр.

Ғәҙәти урман үләндәре янында дала үләндәренән ер сәтләүеге лә осрай. Урыны менән яҫы япраҡлы ағастар менән ылыҫлы ағастар ҡушылған урмандар бар. Ҡылғанлы далалар һәм сейә, терн, һары акация, ноғот борсағы ҡыуаҡтары үҫкән ташлы далалар бар. Ҡалҡыулыҡта ландшафт өсөн вертикаль бүлемләнеү (айырымланыу) хас. Һырттары һөҙәк битләүҙәрҙән яланғасыраҡ.

Бөгөнгө көндә урманлы дала һәм дала өлөшө кеше эшмәкәрлегенән ныҡ үҙгәргән. Һөрөп ауыл хужалығы ерҙәренә әйләндерелгән. Рельеф йылғалар тарафынан ашалып, эрозияға дусар ителгән (йырҙалары 100 - 150 м -ға тиклем батып ингән).

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы биләмәләрендә: Туймазы, Шкапов, Ромашкинск, Усень-Ивановск нефть ятҡылыҡтары бар.

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Башҡортостандың Баҡалы,Саҡмағош, Шаран, Туймазы, Бүздәк, Благовар, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондары урынлашҡан.

Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан Зәй, Ыҡ, Оло Ыҡ, Кандырла, Дымка, Сок, Стивензя йылғалары башлана. Ҡалҡыулыҡ биләмәһенән Дим йылғаһы үтә.

Күренекле урындары

Ҡалҡыулыҡта Урал алдының иң ҙур күлдәре Ҡандракүл менән Асылыкүл урынлашҡан. Әлшәй районына ҡараған биләмәһендә элек-электән А.Чехов исемендәге санаторий эшләп килә. Бында дала үләндәренән яһалған сифатлы ҡымыҙ менән дауалайҙар. Әле ул санаторий базаһында балалар өсөн һауыҡтырыу лагеры ойошторолған. Эргәһендә генә "Чеховская" минераль һыу скважинаһы бар.

Һылтанмалар