Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: {{Писатель → {{Яҙыусы, Оригинал имени → Төп исеме, Изображение → Рәсеме, Имя при рождении → Тыуған ваҡытта using AWB
ә →‎top: clean up, replaced: Вафат булыу урыны → Вафат булған урыны using AWB
8 юл: 8 юл:
| Тыуған урыны = [[Өфө губернаһы]], [[Өфө өйәҙе]], [[Йәрми (Шишмә районы)|Йәрми]] ауыл<ref name="Х">Хәҙерге [[Башҡортостан]], {{ТыуғанУрыны|Шишмә районы}}.</ref>
| Тыуған урыны = [[Өфө губернаһы]], [[Өфө өйәҙе]], [[Йәрми (Шишмә районы)|Йәрми]] ауыл<ref name="Х">Хәҙерге [[Башҡортостан]], {{ТыуғанУрыны|Шишмә районы}}.</ref>
| Вафат булыу датаһы = 19.10.1972
| Вафат булыу датаһы = 19.10.1972
| Вафат булыу урыны = {{ВБУ|Өфө}}
| Вафат булған урыны = {{ВБУ|Өфө}}
| Гражданлығы = Российская империя, СССР
| Гражданлығы = Российская империя, СССР
| Эшмәкәрлек төрө = Сәсән
| Эшмәкәрлек төрө = Сәсән

15:01, 14 август 2017 өлгөһө

Йәрми Сәйете
Исеме:

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы

Тыуған көнө:

29 сентябрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Йәрми ауыл[1]

Вафат булған көнө:

19 октябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Сәсән

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944)

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы, әҙәби псевдонимы Йәрми Сәйете (29 сентябрь 1884 — 19 октябрь 1972) —— Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944).

Биографияһы

Сәйет Әхмәт улы Исмәғилев, Йәрми Сәйете 1884 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Йәрми ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, күп балалы ғаилә хәстәрлеге уға төшә. 16—17 йәштәрендә ул шиғырҙар, йырҙар сығарып, үҙе уйнап, үҙе йырлап, яҡын-тирә ауылдарҙа киң таныла.

Китабын баҫтыра һәм халыҡ араһында танылыу яулай. Шулай итеп, Сәйет Исмәғилевтың Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа Өфө губернаһында музыкант-импровизаторлыҡ даны ныҡ таралып өлгөрә. Был турала хатта 1915 йылда Өфөлә сыға торған «Тормош» газетаһында махсус материалдар ҙа баҫыла.

Октябрь социалистик революцияһынан һуңғы осорҙа гына сәсән ижады бөтөнләй башҡаса үҫеп китә. 1926—1927 йылдарҙа Шишмә театрында артист булып та эшләй.

1940 йылда Сәйет Исмәғилевтың беренсе йыйынтығы баҫыла. Был китапҡа ингән, халыҡ араһында таралған йырҙарынан сығып, уның ижади йөҙөн тулыраҡ билдәләргә мөмкинлек тыуа.

Сәсәндең йырҙары халыҡ тормошо, уның тарихы менән органик бәйләнешле булыуын һәр әҫәренән күрергә мөмкин. Сәйет Исмәғилевтың күпселек йырҙары агитацион характерҙа башҡарылалар.

1938 йылда Сәйет Исмәғилев СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына. 1944 йылда уға Халыҡ сәсәне тигән маҡтаулы исем бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәйет Исмәғилев Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-скрипач булып эшләй. Халыҡ хыялдарын йырлау, көндәлек тормоштағы ыңғай күренештәрҙе һүрәтләү, йәшәү шатлығын, халыҡҡа бәхет килтергән Коммунистар партияһын данлау йырҙары халыҡ күңелендә урын алалар.

Башҡорт сәсәндәре араһында уның үҙенсәлекле һыҙаттары бар: әҫәрҙәре йыр стихияһына ҡоролған. Ул тәмҫил жанрына таянып, әҫәрҙәрендә символик образдың үҙенсәлекле бер төрөн булдырҙы.

Китаптары

  • «Йырҙар һәм шиғырҙар» — Өфө, 1940, 108 бит. (Матбуғатҡа М. Хәй әҙерләгән.)
  • «Сәйет йырҙары» — Өфө, 1944, 48 бит.
  • «Сәсән һүҙе» — Өфө, 1950, 64 бит.
  • «Һайланма әҫәрҙәр» — Өфө, 1958, 104 бит.
  • Ике тормош. Йырҙар. Өфө, 1961, 67 бит.
  • Сәсән йырҙары. Шиғырҙар һәм йырҙар. Өфө, 1964, 95 бит.

Сығанаҡтар

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Башҡортостан китап нәшриәте, 2001 йыл. — ISBN 5-295-02743-0

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.