Ғүмәров (йыр): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
19 юл: 19 юл:
| След_номер =
| След_номер =
}}
}}
«'''Ғүмәров'''» — [[башҡорт халыҡ йыры]], [[оҙон көй]]. Тәүге тапҡыр [[1930 йыл]]да [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Әбйәлил районы]]нда И. В. Салтыков тарафынан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында [[Заһир Исмәғилев]] яҙмаһында баҫылып сыға. Йыр варианттарын С. Ә. Ғәлин, Р. Л. Ғәбитов, Х. С. Ихтисамов, Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, К. Й. Рәхимов, Н. Д. Шоңҡаров, [[Хөсәйен Әхмәтов]] һ.б. яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр.
«'''Ғүмәров'''» — [[башҡорт халыҡ йыры]], [[оҙон көй]]. Тәүге тапҡыр [[1930 йыл]]да [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Әбйәлил районы]]нда И. В. Салтыков тарафынан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында [[Заһир Исмәғилев]] яҙмаһында баҫылып сыға. Йыр варианттарын С. Ә. Ғәлин, Р. Л. Ғәбитов, Х. С. Ихтисамов, Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, К. Й. Рәхимов, Н. Д. Шоңҡаров, [[Хөсәйен Әхмәтов]] һәм башҡалар яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр.


== Йырҙың риүәйәте ==
== Йырҙың риүәйәте ==

16:05, 13 октябрь 2017 өлгөһө

«Ғүмәров»
Йыр Ғ. Х. Ирназарова, Ғата Сөләймәнов
Яҙҙырылған

1930 йыл

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡорт телендә

Авторы

халыҡ

«Ғүмәров» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районында И. В. Салтыков тарафынан яҙып алына, «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында Заһир Исмәғилев яҙмаһында баҫылып сыға. Йыр варианттарын С. Ә. Ғәлин, Р. Л. Ғәбитов, Х. С. Ихтисамов, Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, К. Й. Рәхимов, Н. Д. Шоңҡаров, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡалар яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр.

Йырҙың риүәйәте

Йырҙың тексы

Бесән генә саптым күбәләп,
Ылау гына саптым түбәләп.
Тиләү менән Табын мәхрүм ҡалды,
Старшина булды Күбәләк.

Аяҙ гына көндө саңҡ-саңҡ итә
Урал гына тауҙың бөркөтө.
Ҡараңгы ла төндә ҡайырып үпкән,
Һай, афарин, Күбәләк егете.

Беренсе вариант

Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Рәхмәт ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы) кешеһе Ғәлиәкбәр Ғүмәров исеме менән аталған. Ғүмәров (версияларҙың береһе буйынса, күбәләк һәм тиләү ырыуҙарының старшинаһы булған), халыҡты ҡыҫырыҡлауҙарҙан яҡлап, урындағы власть менән низағҡа инә һәм йәшенеп йөрөргә мәжбүр була. Йырҙы ул вафаты алдынан сығара.

Икенсе вариант

Ғүмәров Күбәләк-Тиләү волосында бик данлыҡлы һәм билдәле шәхес, уҡымышлы, зиһенле, белемле, тап­ҡыр, тәүәккәл кеше була. Шуға күрә лә уны 48 ауыл­ды берләштергән Күбәләк-Тиләү волосы йыйынында старшина итеп һайлайҙар. Уға был ваҡытта ни бары 17 йәш була. Ә бит элек иң тәүҙә аҡһаҡалдарҙың, оло­ларҙың һүҙе үткән. Тимәк, егет ысынлап та хәтәр зирәк булған. Ғүмәровты старшина итеп һай­лау ваҡиғаһы ун туғыҙынсы быуаттың икенсе ярты­һына тура килә. Ғүмәровты Боғаҙаҡ күленә батырып үлтерәләр, ә уның ҡатыны Мәүлиха өс бала менән тол ҡала, дүртенсеһенә ауырлы була. Дүртенсе балаһы тыуғас, уның бер апһыны таныша килгән һәм, сәй эскәндә сәйгүнгә ағыу һалып, Мәүлиханы ағыулап үлтерә. Был ваҡытта уға ни бары 26 ғына йәш була. Уның балалары Бибиямал, Ғәлиастан, Маһи­ра, Хәйҙәр үкһеҙ етем ҡала. Ғүмәровтың әсәһенең исе­ме Гөлзар була.

1-се строфаның өсөнсө юлын: «Тиләү менән Табын тотто һабын», — тип тә йырлайҙар. Ғөмүмән, был йыр­ҙы Күбәләк-Тиләү яҡтарында белмәгән кеше һирәктер. 2-се куплет Ғүмәров менән Мәүлиханың мөхәббәте ха­ҡында.

Хәҙерге көндә старшина Ғүмәровтың нәҫелдәре Рәхмәт һәм башҡа ауылдарҙа йәшәй.

«Ғүмәров» йырының һуҙып йырланған төп ижеге ике тапҡыр үҙгәртеп ҡабатлана, ул мажор пентатоникаһының төп тондарын һалмаҡ характерҙа уратып йырлауҙан ғибәрәт. Һуңғы фраза йырҙың драматизмын көсәйтеп ебәрә. Йырҙы Заһир Исмәғилев һәм Хөсәйен Әхмәтов тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.


Башҡарыусылар

«Ғүмәров» йырын Ғ. Х. Ирназарова, Ғата Сөләймәнов башҡара.

Әҙәбиәт