Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Alfiya55 Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы: Шәхес исем-шәрифен үҙе о…
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы''' ([[9 февраль]] [[1937 йыл|1937]], [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|БАССР]], [[Стәрлебаш районы]], [[Ҡабыҡҡыуыш]] ауылы) — совет һәм [[Рәсәй]] ғалимы, лингвист-ғәрәп теле белгесе.
'''Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улыы''' ([[9 февраль]] [[1937 йыл|1937]], [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|БАССР]], [[Стәрлебаш районы]], [[Ҡабыҡҡыуыш]] ауылы) — совет һәм [[Рәсәй]] ғалимы, лингвист-ғәрәп теле белгесе.


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы 1937 йылдың 9 февралендә [[БАССР]]-ҙың [[Стәрлебаш районы]]ның Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған.
Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы 1937 йылдың 9 февралендә [[БАССР]]-ҙың [[Стәрлебаш районы]]ның Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған.


1945 йылда Ҡабыҡҡыуыш башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, 5, 6 кластарҙы [[Табылды]] ете йыллыҡ мәктәптә, 7 класты [[Ҡарағош]] мәктәбендә тамамлай (өлгөлө билдәләре менән).
1945 йылда Ҡабыҡҡыуыш башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, 5, 6 кластарҙы [[Табылды]] ете йыллыҡ мәктәптә, 7 класты [[Ҡарағош]] мәктәбендә тамамлай (өлгөлө билдәләре менән).

07:04, 26 октябрь 2017 өлгөһө

Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Ҡабыҡҡыуыш, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө лингвист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улыы (9 февраль 1937, БАССР, Стәрлебаш районы, Ҡабыҡҡыуыш ауылы) — совет һәм Рәсәй ғалимы, лингвист-ғәрәп теле белгесе.

Биографияһы

Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы 1937 йылдың 9 февралендә БАССР-ҙың Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған.

1945 йылда Ҡабыҡҡыуыш башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, 5, 6 кластарҙы Табылды ете йыллыҡ мәктәптә, 7 класты Ҡарағош мәктәбендә тамамлай (өлгөлө билдәләре менән).

1952 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт республика физик культураһы техникумына (БРТФК) уҡырға инә, 1955 йылда физкультура уҡытыусыһы һөнәре буйынса техникумды тамамлай; Күмертау ҡалаһындағы «Шахтер» балалар спорт йәмғиәтенә физкультура инструкторы итеп тәғәйенләнә.

Техникумда спорт уйындары (волейбол, баскетбол), саңғы, атыу һәм йөҙөү спорты менән шөғөлләнә.

Башҡортостандың йөҙөү буйынса чемпионы һәм рекордсыһы (1954), Куйбышев (1955), Туапсе (1956), Краснодар (1960) ҡалаларындағы һәм СССР-ҙың Ҡораллы көстәре (Ташкент, 1957) Рәсәй беренселеге призеры.

1966 йылда Стәрлетамаҡ киске машиналар төҙөү техникумын техник-электрик (ЭППУ бүлеге) һөнәре буйынса тамамлай.

1978 йылда (ситтән тороп) Башҡорт ауыл хужалығы институтының механик факультетын инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай.

Педагогия һөнәре буйынса эш стажы — 28 йыл, инженер һөнәре буйынса — 29: өлкән инжнер-электрик, баш энергетик, баш инженер, «Агропромэнерго» директоры.

Шулай уҡ әҙәбиәт хеҙмәткәре булып Стәрлебаш районы «Ленин юлы» гәзитендә һәм Стәрлетамаҡ районы «Коммунизм байрағы» гәзитендә эшләне.

Совет армияһында (1956—1959) Төркөстан хәрби округында (Туркво) хеҙмәт итә, хәрби һөнәре — топограф-геодезист. Хеҙмәт ҡушыуы буйынса альпинизм менән шөғөлләнә. Памир һәм Тянь-Шань тауҙарының түбәләренә менә.

Совет Армияһында хеҙмәтен үтәгәндә Афғанстан менән бәйле (1959) бер нисә махсус задание башҡара. Өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡыр хәрби часть командованиеһы тарафынан бүләкләнә, КПСС ағзалығына кандидат итеп ҡабул ителә.

1973-74 йылдарҙа — Сәмәркәнд юғары танк командалыҡ училищеһының (СВТКУ) бүлеге начальнигы.

Ғәрәп теле менән 5 йәшенән атаһы етәкселегендә шөғөлләнә башлай. 10 йәшендә оригиналда Ҡөрьәнде 7 тапҡыр уҡып сыға. Дамаскиҙа (Сүрия) Ислам университетында белем ала — уҡыу, имтихандар, имам һәм ғәрәп теле уҡытыусыһы сертификаты (1993). Иордан университетында (Амман, 1995) стажировка үтә. 1992 йылдын 2006 йылға тиклем Ишембай ҡалаһындағы 2-се һанлы Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт Республика гимназия-интернатында ғәрәп телен уҡыта.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (тәржемә һәм Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер итеү өсөн (Мәскәү, 1994), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), филология фәндәре кандидаты (2004) — Ҡөрьәнде филология яҡтан тикшергәне өсөн. Күп баҫмалар авторы, шул иҫәптән: «Ғәрәп теленән дәреслек», «Ғәрәп теленең грамматикаһы», «Ҡөрьәнде нисек уҡырға», «Сәғүд көндәлеге», «Ике изгелек ерендә», «Европала Ҡөрьәнде өйрәнеү һәм Ҡөрьәндең башҡортса тәржемәһе» — диссертацияһы темаһы, «Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн ғәрәп теле буйынса программа»; шулай уҡ «Башҡорт телендәге ғәрәп, фарсы алынмалары һүҙлеге»нең редакторы һәм төҙөүсеһе.

Ике тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылды (2006, 2009). Һуңғы эш урыны: Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһының сит телдәр кафедраһы доценты (хәҙер БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы), 2006—2012 йылдар.

Баҫмалары

Европейская коранистика и башкирский перевод Корана. — Уфа: Башкирский гос. университет. 2003ISBN/ISSN 5747709380

Һылтанмалар

http://encycl.bash-portal.ru/suiar_n.htm

Иҫкәрмәләр