Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы''' (24 октябрь 1905, Ырымбур губернаһы, Ыры…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

07:29, 19 ноябрь 2017 өлгөһө

Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы (24 октябрь 1905, Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе Әхмәр ауылы (Ырымбур өлкәһе Яңы Сергеевка районы) — 21 ноябрь 1996, Өфө) — журналист. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Журналистар союзы ағзаһы (1965).

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1920 йылда Туҡсоран кантонының производство комитетында контролер-эш башҡарыусы булып башлай. 1921−1923 йылдарҙа — комсомолдың Туҡ Соран кантоны комитеты секретары, 1925 йылдан алып комсомолдың Ырымбур губерна комитетында эшләй. Ырымбур педагогия техникумын тамамлағандан һуң 1928—1930 йылдарҙа «Йәш юҡһыл» (ҡара: «Йәшлек») һәм «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренең мөхәррир урынбаҫары, Тамъян-Ҡатай кантонының пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары.

1933 йылда Мәскәүҙә Н.К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһын тамамлай.

19331938 йылдарҙа — В. И. Ленин, К.Маркс һәм Ф.Энгельс хеҙмәттәрен башҡорт телендә нәшер итеү буйынса Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең баш мөхәррире, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бүлеге мөдире урынбаҫары.

1937 йылдан алып «Башҡортостан» гәзитенең яуаплы мөхәррире. Аҙнабаевтың хәтирәләренән:

Мин «Башҡортостан»ға мөхәррир булып килгән осор ауыр йылдар, ғәҙелһеҙлектең, шәхес культының сәскә атҡан йылдары ине

[1].

1938 йылда ялған ғәйепләү буйынса репрессиялана һәм 1956 йылға тиклем төрмәләрҙә (1938—1946 йылдарҙа һәм 1949—1954 йылдарҙа төрмәлә), лагерҙарҙа, һөргөндәрҙә була.

1956 йылда аҡлана.

1957 йылдан алып 1971 йылғаса, пенсияға киткәнгә тиклем, Башҡортостан китап нәшриәтендә өлкән мөхәррир, ауыл хужалығы редакцияһы мөдире вазифаларын башҡара.

Республика матбуғатына етәкселек итеү буйынса яуаплы вазифаларҙа эшләп, Ҡасим Ҡотлобирҙе улы бер үк ваҡытта ҙур фәнни-педагогик эш алып бара, партия хеҙмәткәрҙәренең һәм журналистарҙың квалификацияһын камиллаштырыу курстарында лекциялар уҡый.

Шәхес культы заманында ғәйепһеҙгә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн (17 йыл) Сталин лагерҙарында, тәрмәләрҙә, һөргәндәге интегеүҙәре тураһындағы иҫтәлектәренән Ҡасим Ҡотлобирҙе улы Аҙнабаев үҙен ныҡлы, сыҙам көрәшсе үҙ халҡының ҡаһарман улы итеп күрһәтә, ҡаҡшамаҫ, көслө рухлы, намыҫлы кеше булып күҙ алдына баҫа[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • [1] Утыҙ етенсе йылғы мөхәррир
  • {{БЭ|index.php/component/content/article/8-statya/457-a-nabaev-asim-otlobir-e-uly|Аҙнабаев Ҡасим Ҡотлобирҙе улы}