Красноусол минераль сығанаҡтары: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
фото
29 юл: 29 юл:


== Тарихы ==
== Тарихы ==
[[Файл:Красноусольские минеральные источники, река Усолка.JPG|thumb|250px|Красноусол минераль сығанаҡтары, Тоҙйылға]]
[[Файл:Иордан в красноусольске.jpg|thumb|250px|Красноусол минераль сығанаҡтары, Тоҙйылға]]
Красноусол минераль сығанаҡтары [[XVI быуат]]тан билдәле. [[Иван Грозный]] дәүере риүәйәттәренән, [[Кама]] һәм [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] буйлап стругаларҙа Башҡортостанға [[Өфө]] зинданын (острог) төҙөргә килгән стрелецтар һәм казактар отряды Ағиҙел йылғаһы ағымы буйлап өҫкә Тоҙйылғаның инешенә тиклем барып еткән. Ошо ерҙә [[Табын]] исемен алған острогҡа нигеҙ һалына.
Красноусол минераль сығанаҡтары [[XVI быуат]]тан билдәле. [[Иван Грозный]] дәүере риүәйәттәренән, [[Кама]] һәм [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] буйлап стругаларҙа Башҡортостанға [[Өфө]] зинданын (острог) төҙөргә килгән стрелецтар һәм казактар отряды Ағиҙел йылғаһы ағымы буйлап өҫкә Тоҙйылғаның инешенә тиклем барып еткән. Ошо ерҙә [[Табын]] исемен алған острогҡа нигеҙ һалына.



15:17, 24 ноябрь 2017 өлгөһө

Красноусол минераль сығанаҡтары
Сығанаҡ төрөшишмә 
Ил
РегионБашҡортостан
 Красноусол минераль сығанаҡтары Викимилектә

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары — Башҡортостандың Ғафури районы Красноусол (1965 йылдан) ҡасабаһында урынлашҡан гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].

Һаҡлау объекты: Уникаль шифалы сығанаҡтар. Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһының тәғәйенләнеше:

1. Шифалы сығанаҡтарҙы һаҡлау.

2. Минераль сығанаҡтарының дауалауҙа файҙаланыуы[2].

Красноусол минераль һыуҙары Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгенең Тоҙйылға йылғаһы үҙәнендә, Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Сығанаҡтарҙың һыуы Усолка йылғаһына ағып төшөп, уны өлөшләтә тоҙло итә.

Тарихы

Красноусол минераль сығанаҡтары, Тоҙйылға

Красноусол минераль сығанаҡтары XVI быуаттан билдәле. Иван Грозный дәүере риүәйәттәренән, Кама һәм Ағиҙел буйлап стругаларҙа Башҡортостанға Өфө зинданын (острог) төҙөргә килгән стрелецтар һәм казактар отряды Ағиҙел йылғаһы ағымы буйлап өҫкә Тоҙйылғаның инешенә тиклем барып еткән. Ошо ерҙә Табын исемен алған острогҡа нигеҙ һалына.

1924 йылда Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау Халыҡ Комиссариаты Красноусол сығанаҡтарына табип Петр Степанович Зотовты, ике шәфҡәт туташын һәм аш бешереүсене йүнәлтә. Сығанаҡтар эргәһендә килгән ауырыуҙар өсөн ағас өйҙәр төҙөлә. «Красноусол» курорты барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң курорт һуғыш инвалидтарын дауалау өсөн файҙалана. Эргәлә балалар щифаханаһы төҙөлә. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында эсәр һыу сифатында «Горький ключ» һыуын шешәләргә ҡойоу ойошторола.

Килеп сығышы

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары ер аҫтынан сығыусы сығанаҡтарға ҡарай. Яҡынса һаны 250 еткән Красноусол сығанаҡтары 3 төркөмгә бүленә: • 1-се төркөм сығанаҡтары карбон эзбисташ ҡатламдарынан торған Тоҙйылғаның ярҙарынан; • 2-се төркөм сығанаҡтары — дүртенсел система тоҡомдары ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән йылға үҙәненең һул һөҙәгенән; • 3-се төркөм сығанаҡтары — йылғаның Көнгөр ярусының гипс ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән уң ярында урынлашҡан. 1-се һәм 2-се сығанаҡтарҙың һыуы тектоник ярыҡтарҙан 500—600 метр тәрәнлектән үҙ-ара ҡушылмай өҫкә күтәрелә.

Характеристикалары

1-се һәм 2-се сығанаҡтарҙың һыуы юғары кимәлдә — 77,5 г/л тиклем минераллашҡан. 11-се сығанаҡта — уртаса минераллашҡан (7,6—13,5 г/л). Горький Ключ сығанағында — аҙ минераллашҡан (2,2 г/л).


Һылтанмалары

http://wiki02.ru/encyclopedia/krasnousolskie-mineralnye-istochniki/t/7318

Статья в Башкирской энциклопедии

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  2. CD Econet