Ханнанов Рәсих Нурғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл: 13 юл:


Ул алты пьеса, ике музыкаль [[комедия]], очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.
Ул алты пьеса, ике музыкаль [[комедия]], очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.
Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.
Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, [[Низаметдинов Салауат Әхмәҙи улы|С. Низаметдинов]], А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

07:07, 13 декабрь 2017 өлгөһө

Ханнанов Рәсих Нурғәли улы
Зат ир-ат
Һөнәр төрө журналист

Биографияһы

Рәсих Нурғәли улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. Киномеханик булып эшләй. 1954-1962 йылдарҙа «Хеҙмәткә дан», «Ҡыҙыл таң» газеталарында эшләй.

Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы — алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.

Ижады

«Һин онотма» исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. Китап донъяға сыҡҡас, ундағы шиғырҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә.

Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итә. Уның «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары донъя күрә.

Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы. Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар