Органик булмаған химия: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
"Неорганическая химия" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
ә З. ӘЙЛЕ Неорганическая химия битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Органик булмаған химия
(айырмалар юҡ)

10:42, 19 декабрь 2017 өлгөһө

Органик химия — химияның барлыҡ химик элементтарҙың һәм уларҙың органик булмаған берләшмәләренең тәҙөлөшөн, реакция һәләтен һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Был өлкә  органик матдәләрҙән башҡа  (бер нисә ябай, ғәҙәттә, органик булмағандарға ҡараған органик ябай берләшмәләрҙән тыш, углерод ингән берләшмәләр класы[1]) үҙ эсенә барлыҡ химик берләшмәләрҙе ала. Углеродлы органик һәм органик булмаған берләшмәләр араһында айырма ҡайһы бер күҙаллауҙар буйынса ирекле[2]. Органик булмаған химия химик элементтарҙы, уларҙан барлыҡҡа килгән ябай  һәм ҡатмарлы матдәләрҙе (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнә. Заманса техника материалдарын булдырыуҙы тәьмин итә. 2013 йылға ҡарата билдәле органик булмаған матдәләр һаны 500 мең тирәһе

Органик булмаған химияның теоретик нигеҙе булып тора периодик закон һәм уның буйынса эшләнгән Менделеевтың периодик системаһы тора. Органик булмаған химияның төп бурысы - заманса техника талап иткән кәрәкле яңы материалдар булдырыу ысулдарын эшләү һәм фәнни яҡтан нигеҙләү. 

Рәсәйҙә органик булмаған химия өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән Рәсәй Фәндәр академияһының А. В. Николаев исемендәге Ограник булмаған химия институты (ИНХ СО РАН, Новосибирск), [1] Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты (ИОНХ РАН, Мәскәү), Керамика материалдарының физик-химик проблемалары институты (ИФХПКМ, Мәскәү), "Бик ҡаты материалдар" Фәнни-техник үҙәге (НТЦ СМ, Троицк) һәм башҡа учреждениелар шөғөлләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре журналдарҙа баҫыла ("Органик химия журналы" һ. б.).

Төшөнсә тарихы

Органик булмаған химияһы атамаһының тарихы  химияның элементтарҙы, берләшмәләрҙе, шулай уҡ тере булмаған нәмәләрҙән барлыҡҡа килгән матдәләрҙең реакцияһын тикшереү менән шөғөлләнгән өлөшөн күҙаллауҙан барлыҡҡа килә. Әммә ваҡыт үтеү менән  1828 йылда абруйлы немец химигы Фридрих Велерҙың аммоний цианатының (NH4OCN) органик булмаған берләшмәһенән мочевина синтезлауы тере һәм тере булмаған тәбиғәт араһындағы сиктәрҙе юя. Мәҫәлән, тере йән эйәһе бик күп органик булмаған матдә етештерә. Икенсе яҡтан, бөтә органик берләшмәләрҙе лабораторияларҙа синтезларға мөмкин. Әммә химияны өлкәһендә бүлергә кәрәк һәм был бик көнүҙәк, сөнки органик химия һәм органик булмаған химияла матдә төҙөлөшө айырыла. Был һәр тармаҡта тикшеренеү ысулдарын һәм алымдарын ябай ғына системалау мөмкинлеге бирә.  

Химик элементтарҙың классификацияһы

Рәсәй, 2009: периодик системаһы д. и. Менделеевтың периодик системаһы, 1871 йыл. Почта маркаһы

Химик элементтарҙың периодик системаһыенделеев таблицаһы) —  элементтарҙың төрлө үҙенсәлектәрен атом ядроһы зарядына бәйле билдәләүсе химик элементтар классификацияһы. Система 1869 йылда рус химигы Д. И. Менделеев булдырған периодик закондың график сағылышы булып тора.  Уның тәүге вариантын Д. И. Менделеев 1869—1871 йылдарҙа эшләй һәм элементтарҙың үҙенсәлеген уларҙың атом ауырлығына бәйле урынлаштыра. Бөтәһе периодик системаның бер нисә йөҙ  вариантын тәҡдим итә[3]. Хәҙерге вариантында элементтар ике өлөшлө таблицанан ғибәрәт, уның һәр бағанаһы (төркөм) төп физик-химик үҙенсәлектәрҙе билдәләй, ә юлдар билдәле кимәлдә бер-береһенә оҡшағанлыҡты күрһәтеүсе периодтар.

Ябай матдәләр

Иҫкәрмәләр

  1. К неорганическим соединениям углерода обычно относят некоторые соли (карбонаты, цианиды, цианаты, тиоцианаты) и соответствующие им кислоты, а также оксиды углерода, карбонилы металлов и карбиды.
  2. Spencer L. Seager, Michael R. Slabaugh. Chemistry for Today: general, organic, and biochemistry. // Thomson Brooks/Cole, 2004. — Р. 342. ISBN 0-534-39969-X
  3. В книге В. М. Потапов, Г. Н. Хомченко «Химия», М. 1982 (стр. 26) утверждается, что их более 400.

Әҙәбиәт

  • Капустинский А. Ф. Очерки по истории неорганической и физической химии в России. М.-Л., 1949
  • Жамбулова М. Ш. Развитие неорганической химии (Историко-методологический аспект). Алма-Ата, 1981.- 187 с.
  • Неорганическое материаловедение в СССР. Под ред. И. В. Тананаева — Киев: Наукова думка, 1983. — 720 с.
  • Популярная библиотека химических элементов. Т. 1,2. / Под ред. И. В. Петрянова-Соколова — М.: Наука, 1983. — 575 с., — 572 с.
  • Реми Г. Курс неорганической химии. Т. 1. М.: Изд-во иностранной литературы, 1963. — 920 с.
  • Реми Г. Курс неорганической химии. Т. 2. М.: Мир, 1974. — 775 с.
  • Шрайвер Э. Неорганическая химия. Т. 1,2. / Э. Шрайвер, П. Эткинс — М.: Мир, 2004. — 679 с., — 486 с.
  • Энциклопедия неорганических материалов / Под ред. И. М. Федорчен-ко. В 2-х т. — Киев: Укр. сов. энциклопедия, 1977. — 1652 с.
  • Аблесимов Н. Е. Синопсис химии: Справочно-учебное пособие по общей химии — Хабаровск: Изд-во ДВГУПС, 2005. — 84 с. — http://www.neablesimov.narod.ru/pub04c.html
  • Аблесимов Н. Е. Сколько химий на свете? ч. 1. // Химия и жизнь — XXI век. — 2009. — № 5. — С. 49-52.
  • Ахметов Н.С. Общая и неорганическая химия. — 4 изд., испр. — Москва: Высшая школа, Издательский центр «Академия», 2001. — С. 253-269. — 743 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-06-003363-5, 5-7695-0704-7.

Һылтанмалар

  • Органик булмаған химия