Аҡһымдар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
182 юл: 182 юл:


Аҡһым-транспортёрҙар махсуслашҡан тәртиптә эшләй. Һәр береһе тик билдәле төр матдәне генә үткәрә йәки билдәле бер сигналды тапшыра.
Аҡһым-транспортёрҙар махсуслашҡан тәртиптә эшләй. Һәр береһе тик билдәле төр матдәне генә үткәрә йәки билдәле бер сигналды тапшыра.
=== Ябай һәм ҡатмарлы аҡһымдар ===
=== Ябай һәм ҡатмарлы аҡһымдар ===
'''Ябай аҡһымдар (протеиндар'''): альбуминдар, глобулинлар, гистон , коллаген, кератин һәм башҡалар. Ябай аҡһымдар полипептид сылбырҙан ғына тора.
'''Ябай аҡһымдар (протеиндар'''): альбуминдар, глобулинлар, гистон, коллаген, кератин һәм башҡалар. Ябай аҡһымдар полипептид сылбырҙан ғына тора.


'''Ҡатмарлы аҡһымдарҙың (протеидтар)''' составында полипептид сылбырҙан тыш аҡһым булмаған компоненттар ( простетик төркөм) инә.
'''Ҡатмарлы аҡһымдарҙың (протеидтар)''' составында полипептид сылбырҙан тыш аҡһым булмаған компоненттар (простетик төркөм) инә.
'''Ҡатмарлы аҡһымдарҙың химик тәбиғәте буйынса төркөмдәре''':
'''Ҡатмарлы аҡһымдарҙың химик тәбиғәте буйынса төркөмдәре''':


*'''нуклеопротеидтар''' аҡһымһәм нуклеин кислоталарының берләшмәһе. Улар араһында иң өйрәнелгәне рибосомалар. Улар бер нисә РНК молекулаларынан һәм рибосома аҡһымдарынан тора.
* '''нуклеопротеидтар''' — аҡһымһәм нуклеин кислоталарының берләшмәһе. Улар араһында иң өйрәнелгәне рибосомалар. Улар бер нисә РНК молекулаларынан һәм рибосома аҡһымдарынан тора.
Хроматин эукариот күҙәнәктәрҙең төп нуклеопротеиды. ДНК –ан һәм и структур аҡһымдар гистондарҙан тора (күҙәнәк ядроһында, митохондрияларҙа, хлоропластарҙа);
Хроматин — эукариот күҙәнәктәрҙең төп нуклеопротеиды. ДНК -ан һәм и структур аҡһымдар — гистондарҙан тора (күҙәнәк ядроһында, митохондрияларҙа, хлоропластарҙа);
*'''гемопротеидтар''' аҡһым булмаған компоненты гемдан , 4 пирроль ҡулсанан , уларға бәйләнгән (азот атомы аша) ике валентлы тимер ионынан тора.
* '''гемопротеидтар''' — аҡһым булмаған компоненты гемдан , 4 пирроль ҡулсанан, уларға бәйләнгән (азот атомы аша) ике валентлы тимер ионынан тора.
Бындай аҡһымдарға : гемоглобин, миоглобин, цитохромдар инә.
Бындай аҡһымдарға : гемоглобин, миоглобин, цитохромдар инә.
Уларҙы хромопротеидтар тип тә атайҙар.Сөнки, гем был матдәләргә төҫ бирә.
Уларҙы хромопротеидтар тип тә атайҙар. Сөнки, гем был матдәләргә төҫ бирә.
*'''металлопротеидтар''' –простетик төркөмөндә металл булған ҡатмарлы аҡһымдар. Хлорофилл дың гемында магний, цитохром составында баҡыр бар;
* '''металлопротеидтар''' -простетик төркөмөндә металл булған ҡатмарлы аҡһымдар. Хлорофилл дың гемында магний, цитохром составында баҡыр бар;
* '''липопротеидта'''р простетик төркөмө булып липидтар тора. Улар күҙәнәк мембранаһын төҙөйҙәр;
* '''липопротеидта'''р — простетик төркөмө булып липидтар тора. Улар күҙәнәк мембранаһын төҙөйҙәр;
* '''фосфопротеидтар''' простетик төркөмө булып фосфор кислотаһы ҡалдығы тора. Уларға казеин (һөттә), овальбумин һәм вителлин (йомортҡала), ҡайһы бер ферменттар инә;
* '''фосфопротеидтар''' — простетик төркөмө булып фосфор кислотаһы ҡалдығы тора. Уларға казеин (һөттә), овальбумин һәм вителлин (йомортҡала), ҡайһы бер ферменттар инә;
* '''гликопротеидтар''' простетик төркөмө булып углеводтар тора (мәҫәлән, шайыҡтағы муцин).
* '''гликопротеидтар''' — простетик төркөмө булып углеводтар тора (мәҫәлән, шайыҡтағы муцин).


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

02:40, 10 ғинуар 2018 өлгөһө

Аҡһымдар
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә protein science[d] һәм химия белков[d]
Кодирующий ген белок–кодирующий ген[d]
Модель элементы протеин[d]
 Аҡһымдар Викимилектә

Аҡһымдар — аминокислоталар ҡалдығынан торған юғары молекуляр органик берләшмәләр[1]. Тере матдәнең даими һәм иң мөһим өлөшө булып, төҙөлөш һәм функция нигеҙен тәшкил итәләр.

Пептид бәйләнеш ярҙамында сылбырға теҙелгән альфа-аминокислоталарҙан торған юғары молекулалы органик матдәләр.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Күҙәнәктең органик матдәләренән һаны һәм әһәмиәте буйынса аҡһымдар беренсе урында тора.

Бөтә аҡһымдарҙың составына ла водород, кислород, азот атомдары инә. Күп кенә аҡһымдарҙың составына, былагрҙан тыш, көкөрт атомдары инә (С — 54 %, О — 23 %, Н — 7 %, N — 17 %, S — 2 %). Шулай уҡ составына металл атомдары — тимер, цинк, баҡыр, магний, марганец, фосфор атомдары ингән аҡһымдар бар.

Башҡа органик берләшмәләрҙән айырмалы рәүештә, аҡһымдарҙың күп кенә үҙенсәлектәре бар. Иң элек аҡһымдарға ғәйәт ҙур молекуляр масса хас.

Этил спиртының молекуляр массаһы—46, һеркә кислотаһының—60, бензолдың—78, глюкозаның — 180 булһа, альбуминдың (йомортҡа аҡһымдарының береһе) —36000, гемоглобиндың (ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәренең аҡһымы) —152000, миозиндың (мускул-дарҙағы аҡһымдарҙың береһе)—500 000 тирәһен тәшкил итә.

Башҡалар менән сағыштырғанда аҡһым молекулалары ифрат ҙур. Уларҙың төҙөлөшөндә меңәрләгән атом ҡатнаша (Һөт аҡһымы- казеиндың формулаһы: C1894H3021O576N468S21)

Бындай молекулаларҙың ҙурлығын күрһәтеү өсөн уларҙы макромолекула (гр. «макрос» — ҙур, гигант) тип атайҙар.

Органик берләшмәләр араһында аҡһымдар иң ҡатмарлыһы. Улар полимерҙар тип аталған берләшмәләргә ҡарай. Полимер молекулаһын мономер тип аталған сағыштырмаса ярайһы уҡ ябай структураның күп тапҡыр ҡабатланған оҙон сынйыры тәшкил итә. Әгәр мономерҙы А хәрефе менән билдәләһәк, полимерҙың структураһын ошолай күрһәтергә булыр ине: А—А—А—А—А.

Тәбиғәттә аҡһымдарҙан тыш башҡа күп полимерҙар бар, мәҫәлән, ңеллюлоза, крахмал, каучук. Химия промышленносында күп яһалма полимерҙар барлыҡҡа килтерелгән (полиэтилен, лавсан, капрон һәм башҡалар). Тәбиғи һәм яһалма полимерҙарҙың күбеһе бер төрлө мономерҙарҙан төҙөлгән.

Аҡһымдарҙың мономерҙары оҡшаш, әммә улай уҡ бер төрлө түгел.

Аҡһымдың мономерҙары булып ά-аминокислоталар тора. Аминокислотаның молекулаһы ике өлөштән тора. Бер өлөшө бөтә аминокислоталарҙа ла бер төрлө.

Был функциональ төркөмсәләр: карбоксил төркөмө — СООН (кислота үҙсәнлектәрен бирә) һәм аминотөркөм — NH2 (нигеҙ үҙсәнлектәрен бирә).

Аминокислоталар бер-береһенән молекулаһының икенсе өлөшө — радикал буйынса айырыла.

Күп төрлө аминокислоталарҙың булыуы билдәле. Әммә һәр тәбиғи аҡһым мономеры сифатында — хайуандар, үҫемлектәр, микробтар, вирустарҙа — тик 20 ά-аминокислота булыуы билдәле. Улар «тылсымлы» тигән исем алған.

Бөтә организм аҡһымдарының бер үк аминокислоталарҙан төҙөлгән булыуы — Ерҙәге тереклектең бер тамырҙан булыуына тағы бер дәлил.

Аҡһым молекулаһын барлыҡҡа килтергәндә аминокислоталарҙың бер-береһенә тоташыуы бөтә аминокислоталар өсөн дә дөйөм булған төркөмсәләр аша башҡарыла.

Химик реакция барышында бер аминокислотаның карбоксил төркөмө күрше аминокислотаның амин төркөмө менән бәйләнешкә инә. Һөҙөмтәлә,һыу молекулаһы айырылып сыға һәм бушанған валентлыҡ иҫәбенә аминокислоталарҙың ҡалған өлөштәре тоташа.

Аминокислоталар араһында пептид бәйләнеш тип аталған ныҡлы ковалент бәйләнеш -NН—СО— барлыҡҡа килә.

Аминокислоталарҙан барлыҡҡа килгән берләшмә пептид тип атала. Ике аминокислотанан яһалған пептид — дипептид, өс аминокислотанан — трипептид, күп аминокислоталарҙан яһалғаны полипептид тип атала.

Бөтә аҡһымдар полипептидтарҙы, йәғни тиҫтәләгән, хатта йөҙәрләгән аминокислоталар быуындарынан торған сынйырҙы, тәшкил итә.

һәр тере организмда күп һандағы һәр төрлө аҡһымдар була. Шул уҡ ваҡытта һәр төрҙөң үҙенә генә хас үҙенсәлекле аҡһымдары бар.

Хатта төрлө төрҙәге хайуандарҙа бер үк функцияны үтәгән аҡһымдар бер-береһенән айырыла. Мәҫәлән, бөтә умыртҡалы хайуандар: балыҡтар, амфибиялар, ҡоштар, һөтимәрҙәр ҡанының ҡыҙыл күҙәнәктәрендә бөтә хайуандарҙа бер үк функцияны үтәүсе — кислород йөрөтөүсе аҡһым гемоглобины бар.

Әммә һәр хайуан төрөнөң гемоглобины үҙенсә, структураһы һәм үҙсәнлектәре буйынса башҡа хайуандарҙың гемоглобинынан айырылып тора.

Аҡһымдарҙың күп төрлөлөгө

Аҡһымдар — пептид бәйләнеше менән сылбырға йыйылған альфа-аминокислоталарынан торған юғары молекуляр төҙөлөшлө органик матдәләр.

Тере организмдарҙа аҡһымдарҙың аминокислота составы генетик код менән билдәләнә. Синтез ваҡытында күп осраҡта 20 стандарт аминокислота ҡулланыла.

Уларҙың комбинациялары күплеге аҡһым молекулалары үҙенсәлегенең төрлөлөгөн бирә.

Аҡһымдарҙың ғәйәт күп төрлөлөгө:

  • аҡһымдарҙа аминокислоталарҙың составына (нисә төр),
  • аминокислоталар быуыны һанына,
  • уларҙың сынйырҙа урынлашыу тәртибенә бәйләнгән.

Был осраҡта структуралар төрө астрономик һандарға етә. Мәскәүҙә биохимик конгреста һинд ғалимы Синг үҙенең докладында ошондай ҡыҙыклы иҫәпләүҙәр килтерҙе.

34 000 молекуляр массалы аҡһымдың 300-гә яҡын аминокислота быуыны бар (бер аминокислота быуынының уртаса молекуляр массаһы 110-ға тигеҙ).

Был аҡһымдың составына 20 аминокислотаның бөтәһе лә түгел, тик 12-һе генә инә, тип ҡарайыҡ. Бындай шарттарҙа ошо аҡһым өсөн мөмкин булған изомерҙар һаны 10300 -гә тигеҙ.

Бының ниндәй ҙур һан икәнен һиҙемләр өсөн, 10300 тиклем бер тинлектәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Был тинлек аҡсалар өйөмө 10300 г ауырлыҡта (бер тинлек аҡса 1 г). Ер шарының массаһы 1027 г.

Аҡһымдарҙың структураһы

Пептид бәйләнеш барлыҡҡа килеү схемаһы (уңда). Аҡһымдарҙы синтезлағанда бындай реакция аҡһым фабрикаһы — рибосомала бара

Әгәр ҙә бер аминокислота быуынының оҙонлоғо 35— 37 нм икәнен иҫәпкә алғанда, йөҙәрләгән аминокислота ҡалдыҡтарынан торған аҡһым макромолекулаһының оҙонлоғо бер нисә тиҫтә нанометр булырға тейеш.

Ысынында иһә аҡһым молекулалары күпкә бәләкәйерәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре 5—7 нм диаметрлы шар рәүешендә. Аҡһымдың полипептид сынйыры нисектер бөгәрләнеп, уңайлап һалынған, һәр аҡһымға айырым бер төрлө итеп һалыу хас.

Полипептид сынйырҙағы эҙмә-эҙлелек һәм уның билдәле тәртиптә компакт формаға төрөлөү ысулдары аҡһым структуралары, йәки төҙөлөш кимәлдәре тип атала. Аҡһым молекулаһының төҙөлөшөн тулыһынса характерлау өсөн уның беренсел, икенсел һәм өсөнсөл структуралары тураһында белеү кәрәк.

Төҙөлөш кимәлдәре

Аҡһым молекулаларының төҙөлөш кимәлдәре: 1 — беренсел, 2 — икенсел, 3 — өсөнсөл, 4 — дүртенсел

К. Линдстрём-Ланг аҡһым молекулаҙының 4 төҙөлөш кимәлен айырырға тәҡдим итә: беренсел, икенсел, өсөнсөл, дүртенсел.[2].

Беренсел структура

Аҡһым молекулаһында аминокислоталар ҡалдыҡтарының эҙмә-эҙлеклелеге уның беренсел структураһын билдәләй.

Был, икенсе төрлө әйткәндә, аҡһымдың формулаһы. Беренсел структураны, йәки аминокислоталар ҡалдыҡтарының эҙмә-эҙлеклелеген уны кодлаусы ген һәм генетик код билдәләй. Полипептид сылбырҙа аминокислота ҡалдыҡтары үҙ-ара бик көслө поляр ковалент бәйләнеш — пептид бәйләнештәре тотоп тора.


Икенсел структура

Бөтәһенән йышыраҡ полипептид сынйыры тулыһынса йәки өлөшләтә спираль булып бөгәрләнә (α- структура). Был осраҡта аминокислота радикалдары спиралдең тыш яғында ҡала.

Спиралдең уратымдары тығыҙ урынлашҡан. Бер уратымдың NН-төркөмдәре менән күрше уратымда урынлашҡан СО-төркөмдәре араһында водородлы бәйләнештәр барлыҡҡа килә.

Йәки сылбыр гармун күреге кеүек бөкләнә (β- структура). Бында ла күрше күрек биттәре араһында NН-төркөмдәре менән СО-төркөмдәре барлыҡҡа килтергән водородлы бәйләнештәр урынлаша.

Водородлы бәйләнештәр ковалент бәйләнештәргә ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәк, әммә, күп тапҡыр ҡабатланып, улар ныҡлы бәйләнеш булдыра.

Күп һанлы водородлы бәйләнештәр менән «тегелгән» полипептид спираль (α- структура) йәки күрек (β- структура) ярайһы уҡ ңыҡлы структураны тәшкил итә

Был аҡһымдың икенсел структураһы.

Өсөнсөл структура

Разные способы изображения трёхмерной структуры белка на примере триозофосфатизомеразы. Слева — «стержневая» модель, с изображением всех атомов и связей между ними; цветами показаны элементы. В середине — мотив укладки. Справа — контактная поверхность белка, построенная с учётом ван-дер-ваальсовых радиусов атомов; цветами показаны особенности активности участков

Полипептид спираль артабанғы рәтләп һалыуға дусар ителә. Ул хикмәтле рәүештә йомарлана (глобула). Әммә һәр аҡһымдың үҙенә генә хас һәм даими урыны була. һөҙөмтәлә өсөнсөл структура тип аталған конфигурация хасил була.

Өсөнсөл структураны гидрофоб аминокислоталарҙың радикалдары араһында барлыҡҡа килгән гидрофоб бәйләнештәр тотоп тора.

Был бәйләнештәр водородлы бәйләнештәргә ҡарағанда көсһөҙөрәк. Гидрофоб радикалдар һыуҙан этеләләр һәм бер-береһе менән йәбешәләр. Шулай итеп, һыу мөхите аҡһым молекулаһына билдәле бер тәртиптәге структураны ҡабул иттергән кеүек була, һәм ул биологик йәһәттән активлаша.

Өсөнсөл структура — полипептид сылбырҙың пространствола урынлашыу торошо. Өсөнсөл структураны тотоп тороусы бәйләнештәр:

-СООН и -ОН (сложноэфирный мостик) -СООН и -NH2 (солевой мостик)

  • -S-S- (дисульфид күпер);
  • -СООН һәм -ОН (ҡатмарлы эфир күпере);
  • -СООН һәм -NH2 (водород бәйләнештәре);
  • радикалдар араһындағы гидрофоб бәйләнештәр.

Дүртенсел структура

Дүртенсел структура (субъединица, йәки домен) — бер нисә полипептид сылбыр берләшеп төҙөгән аҡһым комплексы. Был комплексты барлыҡҡа килтереүсе полипептид сылбырҙар бер үк төрлө булырға, йәки төрлө сылбырҙар булырға ла мөмкин. Дүртенсел структураны ла өсөнсөл структураны тотоп тороусы бәйләнештәр нығытып тора.

Аҡһымдарҙың үҙсәнлектәре

Төрлө тере объекттарҙан — хайуандарҙан, үҫемлектәрҙән, микроорганизмдарҙан — меңәрләп төрлө аҡһым алынған һәм өйрәнелгән.

Аҡһымдарҙың физик һәм химик үҙсәнлектәренең күп төрлө булыуы хайран ҡалдыра. Был уларҙың аминокислоталар составының төрлөлөгөнән килеп сыға.

һыуҙа бөтөнләй эремәгән һәм еңел эрегән аҡһымдар бар. Химик яҡтан бик үк актив булмаған, төрлө химик агенттарҙың тәьҫиренә тотороҡло булған аҡһымдар бар.

Бик әҙ генә тәьҫир аҫтында, мәҫәлән, тоноҡ ҡына яҡтылыҡтан йәки еңелсә генә ҡағылыуҙан, үҙгәреүсән ифрат тотороҡһоҙ аҡһымдар бар.

Оҙонлоғо йөҙәр нанометрға еткән еп рәүешендәге аҡһымдар бар. 5—7 нм диаметрлы шар кеүек йомро молекулалы аҡһымдар бар.

Әммә һәр ваҡыт аҡһымдың структураһы һәм үҙсәнлектәре ҡәтғи рәүештә уларҙың башҡарған функцияһына тап килә.

Ҡорос кеүек ҡаты, тотороҡло кератин аҡһымынан хайуандарҙың һаҡланыу һәм агрессия ҡоралы — мөгөҙҙәре, тояҡтары, панцирҙары, тырнаҡтары, ҡанаттары, сәстәре яһалған.

Еп һымаҡ молекулалы аҡһымдар мускулдар составына инә. Улар ҡыҫҡарыуға һәм оҙонайыуға һәләтле һәм күҙәнәктәрҙең хәрәкәт реакцияларын тәьмин итә.

Ваҡ йомро молекулалы еңел эреүсән, хәрәкәтсән аҡһымдар матдәләрҙе күсереп йөрөтөү өсөн файҙаланыла.

Юғары активлы, еңел үҙгәреүсән структуралы аҡһымдар катализатор функцияһын үтәй, шулай уҡ тышҡы мөхиттән, күҙәнәккә сигналдарҙы ҡабул итеү һәм тапшырыу өсөн файҙаланыла.

Төрлө физик һәм химик факторҙар — юғары температура, күп кенә химик матдәләр, нурландырыу, механик баҫым яһау — тәьҫире аҫтында аҡһымдың икенсел һәм өсөнсөл (әммә беренсел түгел) структураларын тотоп тороусы көсһөҙ бәйләнештәр өҙөлә һәм молекула тарҡала.

Аҡһымдың тәбиғи структураһы боҙолоуы -денатурация тип атала. Денатурация һөҙөмтәһендә аҡһымдың үҙсәнлектәре үҙгәрә. Ул эреүсәнлеген юғалта, аш һеңдереү ферменттары эшмәкәрлегенә юл асыла, үҙенә хас булған функциялар үҙгәрә. Йомортҡа эсендәге шыйыҡлыҡтың йылытҡандан һуң тығыҙ һәм үтә күренмәүсәнгә әйләнгәнен күҙәткән һәр кешегә һис шикһеҙ денатурация күренеше таныш.

Денатурация процесы ҡайтмалы (ренатурация), йәғни йәйелгән полипептид сынйыр үҙенән-үҙе спираль булып төрөлөүгә, ә спираль — үҙенән-үҙе өсөнсөл структура яһауға һәләтле.

Был аҡһым төҙөлөшөнөң бөтә үҙенсәлектәре уның беренсел структураһы менән, йәғни полипептид сынйырҙа аминокислоталарҙың составы һәм уларҙың сиратлашып килеү тәртибе менән, билдәләнеүен аңлата.

Физик һәм химик факторҙарҙың тәьҫиренән аҡһымдарҙың структураны ҡайтмалы үҙгәртеүгә булған һәләте бөтә тере системаның иң мөһим үҙсәнлеге — ярһыусанлыҡ нигеҙендә ята.

Синтез

Рибосомала аҡһым синтезланыу процесының схемаһы. Өҫтән аҫҡа — инициация, элонгация һәм терминация трансляции

Аҡһымдарҙы төҙөлөшө буйынса төркөмләү

  1. Фибрилляр аҡһымдар— төрлө полипептид сылбырҙар араһында бәйләнештәр барлыҡҡа килтергән структура.

Фибрилляр аҡһымдар күҙәнәктәрҙең һәм туҡымаларҙың структураларын барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан микрофиламенттарҙы, микроторбаларҙы, фибрилл ептәрҙе төҙөй.

Фибрилляр аҡһымдарға кератин һәм коллаген инә.

  1. Глобуляр аҡһымдар —сферик формалағы һыуҙа эреүсән молекулалар.
  2. Мембрана аҡһымдары — күҙәнәк мембранаһын үтәнән-үтә биләп торған аҡһым комплекстары.

Йыш ҡына күҙәнәк араһына һәм цитоплазмаға сығып торған өлөштәре була.

Мембрана аҡһымдары рецептор функцияһын үтәй, сигналдар тапшыра, мембрана аша төрлө матдәләрҙе транспортлауҙа ҡатнаша.

Аҡһым-транспортёрҙар махсуслашҡан тәртиптә эшләй. Һәр береһе тик билдәле төр матдәне генә үткәрә йәки билдәле бер сигналды тапшыра.

Ябай һәм ҡатмарлы аҡһымдар

Ябай аҡһымдар (протеиндар): альбуминдар, глобулинлар, гистон, коллаген, кератин һәм башҡалар. Ябай аҡһымдар полипептид сылбырҙан ғына тора.

Ҡатмарлы аҡһымдарҙың (протеидтар) составында полипептид сылбырҙан тыш аҡһым булмаған компоненттар (простетик төркөм) инә.

Ҡатмарлы аҡһымдарҙың химик тәбиғәте буйынса төркөмдәре:

  • нуклеопротеидтар — аҡһымһәм нуклеин кислоталарының берләшмәһе. Улар араһында иң өйрәнелгәне рибосомалар. Улар бер нисә РНК молекулаларынан һәм рибосома аҡһымдарынан тора.

Хроматин — эукариот күҙәнәктәрҙең төп нуклеопротеиды. ДНК -ан һәм и структур аҡһымдар — гистондарҙан тора (күҙәнәк ядроһында, митохондрияларҙа, хлоропластарҙа);

  • гемопротеидтар — аҡһым булмаған компоненты гемдан , 4 пирроль ҡулсанан, уларға бәйләнгән (азот атомы аша) ике валентлы тимер ионынан тора.

Бындай аҡһымдарға : гемоглобин, миоглобин, цитохромдар инә. Уларҙы хромопротеидтар тип тә атайҙар. Сөнки, гем был матдәләргә төҫ бирә.

  • металлопротеидтар -простетик төркөмөндә металл булған ҡатмарлы аҡһымдар. Хлорофилл дың гемында магний, цитохром составында баҡыр бар;
  • липопротеидтар — простетик төркөмө булып липидтар тора. Улар күҙәнәк мембранаһын төҙөйҙәр;
  • фосфопротеидтар — простетик төркөмө булып фосфор кислотаһы ҡалдығы тора. Уларға казеин (һөттә), овальбумин һәм вителлин (йомортҡала), ҡайһы бер ферменттар инә;
  • гликопротеидтар — простетик төркөмө булып углеводтар тора (мәҫәлән, шайыҡтағы муцин).

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/878-a-ymdar
  2. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Овчинников төшөрмәләре өсөн текст юҡ