Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл: 6 юл:
Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы [[1962 йыл]]дың [[17 апрель|17 апрелендә]] [[БАССР]]‑ҙың [[Ҡалтасы районы]] [[Краснохолмский]] ҡасабаһында тыуған.
Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы [[1962 йыл]]дың [[17 апрель|17 апрелендә]] [[БАССР]]‑ҙың [[Ҡалтасы районы]] [[Краснохолмский]] ҡасабаһында тыуған.
[[1990 йыл]]да [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]н тамамлай, М. Ғ. Мортазина класында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда солист булып эшләй башлай. [[1993 йыл]]дан Көнбайыш Европа илдәре ([[Швеция]], [[Испания]], [[Германия]] һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә йөрөй. [[1995 йыл]]да З. Исмәғилов операларында төп ролдәрҙе башҡарғаны өсөн, [[Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы]] лауреаты исеме бирелә.

[[1998 йыл]]да [[Италия]]ның Милан ҡалаһында Юғары музыка мəктəбен (Л. Беренго класы; [[2000 йыл]]дан алып шунда уҡ уҡыта) һəм Альбиссола‑Марина ҡалаһында Р. Скотто опера академияһын (Р. Скотто класы) тамамлаған. [[2010 йыл]]дан башлап Манхэттен музыка мəктəбендə (Нью‑Йорк ҡалаһы, [[АҠШ]]) уҡыта.

10:41, 1 март 2018 өлгөһө

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы
Тыуған көнө 17 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Ҡалтасы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17.04.1962, БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Краснохолмский ҡасабаһында тыуған) — йырсы (меццо‑сопрано). Профессор (2000).

Биографияһы һәм белеме

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы 1962 йылдың 17 апрелендә БАССР‑ҙың Ҡалтасы районы Краснохолмский ҡасабаһында тыуған. 1990 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, М. Ғ. Мортазина класында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булып эшләй башлай. 1993 йылдан Көнбайыш Европа илдәре (Швеция, Испания, Германия һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1995 йылда З. Исмәғилов операларында төп ролдәрҙе башҡарғаны өсөн, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелә.

1998 йылда Италияның Милан ҡалаһында Юғары музыка мəктəбен (Л. Беренго класы; 2000 йылдан алып шунда уҡ уҡыта) һəм Альбиссола‑Марина ҡалаһында Р. Скотто опера академияһын (Р. Скотто класы) тамамлаған. 2010 йылдан башлап Манхэттен музыка мəктəбендə (Нью‑Йорк ҡалаһы, АҠШ) уҡыта.

Ижади эшмәкәрлеге

Бай тембрлы матур тауышҡа, сағыу сəхнə оҫталығына эйə. Төп партиялары:

  • Любаша («Батша кəлəше» — «Царская невеста», Н. А. Римский‑Корсаков; дебют, 1990)
  • Кармен (Ж.Бизеның ш. уҡ исемле операһы)
  • Маддалена («Риголетто», Дж. Верди)
  • Яубикə («Шəүрə»)
  • Көнбикə («Салауат Юлаев») һәм башҡалар.

Концерт репертуарында операларҙан ариялар, ватан һəм сит ил композиторҙарының вокаль музыкаһы. Бельгия, Германия, Испания, Франция, Швейцария һәм башҡа илдəрҙə гастролдəрҙə була. Италияның Мантуя ҡалаһында (1997), Алькамо һəм Кортемилья ҡалаларында (1998), Сан‑Ремо ҡалаһында (1999), Францияның Марманде ҡалаһында (1999) үткән халыҡ‑ара конкурстар лауреаты. Испанияның Барселона ҡалаһында (1994), Италияның Варалло ҡалаһында (1995, 1996) һәм Адрия ҡалаһында (1998) үткән халыҡ‑ара конкурстар дипломанты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар