Гомологик хромосомалар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[Файл:Karyotype.png|280px|thumb|{{small|Графическое представление нормального человеческого [[кариотип]]а в виде [[Идеограмма|идеограмм]] всех его [[Хромосома|хромосом]]}}]]

'''Гомологик хромосомалар''' — ҙурлыҡтары, центромераһының урыны, формалары, биҙәге, гендарының төрө һәм һаны буйынса бер төрлө булған парлы хромосомалар.
'''Гомологик хромосомалар''' — ҙурлыҡтары, центромераһының урыны, формалары, биҙәге, гендарының төрө һәм һаны буйынса бер төрлө булған парлы хромосомалар.



17:50, 28 март 2018 өлгөһө

Графическое представление нормального человеческого кариотипа в виде идеограмм всех его хромосом

Гомологик хромосомалар — ҙурлыҡтары, центромераһының урыны, формалары, биҙәге, гендарының төрө һәм һаны буйынса бер төрлө булған парлы хромосомалар.

Уларҙағы гендар (урындары) локустары буйынса тап киләләр. Был парлы хромосомаларҙың бер үк локусын биләгән парлы гендар аллель гендар тип атала. Йәғни, улар бер үк РНК йәки бер үк аҡһымды кодлай. Енси үрсеү ваҡытында организм был хромосоманың береһен әсәй организмынан, ә икенсеһен атай организмы аша ала[1].

Диплоид (2n) организмдарҙа геном гомологик (парлы) хромосомаларҙан тора. Йәғни, күҙәнәк ядроһында хромосомаларҙың һәр төрө икешәр була. Мейоз барышында гомологик хромосомалар айырым өлөштәре менән үҙ-ара алмашырға мөмкиндәр. Был күренеш кроссинговер тип атала. Кроссинговер генетик материалдың рекомбинацияһына алып килә һәм организмдарға хас үҙгәреүсәнлектең бер сәбәбе (сығанағы) булып тора

Гомологик хромосомалар бер-береһенең күсермәһе йәки копияһы түгел. Уларҙа шул уҡ гендар йыйылмаһы булһа ла, был гендарҙағы нуклеотидтар теҙмәһе бер үк төрлө түгел.

Составы менән тап килеп, хромосомалағы гендар бер иш (гомозигота) аллель булыуы ла, составы төрлө булып төрлө (гетерозигота) аллель булырға ла мөмкин.

Йәғни, гомологик хромосомаларҙың бер үк локустарын бер үк гендың төрлө варианттары биләргә мөмкин. Бынан тыш, ҡайһы бер мутациялар һөҙөмтәһендә (дупликация, инверсия, популяциялар һәм делеция) гомологик хромосомаларҙағы гендарҙың торошо, урыны үҙгәрергә мөмкин

Иҫкәрмә

  1. Reece, Jane; Campbell, Neil. Biology. — San Francisco: Benjamin Cummings, 2002. — ISBN 0-8053-6624-5.