Шәмбе: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
42 юл: 42 юл:
* [[Шаббат]]
* [[Шаббат]]


== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==
*Суббота // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
*Суббота // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.

15:08, 7 апрель 2018 өлгөһө

Шәмбе — аҙнаның йома менән йәкшәмбе араһындағы көнө. Йәһүд һәм христиан йолаһы буйынса иң һуңғы (етенсе) аҙна көнө булып тора.

Календарҙа шәмбе тотҡан урын

Етенсе көн («шәмбе») - донъя яралтыу тамамланған көн һанала

Йәһүдилектын килгән йола буйынса, шәмбе — аҙнанынң һуңғы көнө. Был килешеү Израиль һәм АҠШ-та стандарт булып тора, әммә Европала күптәр уны аҙнаның алтынсы көнө тип һанай. Улар йәкшәмбе көндө аҙна һуңы тип иҫәпләй [1]

Христианлыҡ йолалары көслө булған илдәрҙә шәмбене аҙнаның етенсе көнө тип ҡарауҙы дауам итәләр. Был антик осорҙон һуңғы киҫемендәге инаныстарға ла тап килә, улар аҙна көндәрен ете классик планета менән бәйләгән [2], Ай, Марс, Меркурий, Юпитер, Венера, Сатурн).

Инглиз телле квакерҙар ғәҙәттәгесә шәмбене «етенсе көн» һанай, мәжүсиҙәрҙең — Saturday һүҙен танымай.

Ислам дине тотҡан күпселек ғәрәп илдәре шәмбене аҙнаның беренсе көнө тип һанай.

Илебеҙҙә шәмбе көн традициялары

Кремлдә 1920 йылдың 1 майында Ленин Владимир Ильич ҡатнашлығында үткәрелгән Бөтә Рәсәй шәмбе өмәһе (субботнигы)

Шәмбе — күпселек илдәрҙә ял көнө.

Урыҫ халҡы был көндө "мунса көнө" тип тә атай

Шәмбе көн бурыс ҡайтарыу йолаһы ла булған. Батша Рәсәйендә мәктәп һәм семинарияларҙа аҙна эсендә эш боҙған уҡыусыларға экзекуцияуткәрелә торған булған, улар субботка тип аталған. Пасх буйынса етенсе аҙнала көньяҡ губернияларҙа киндер сәскәндәр.

Рәсәйҙә һәм элекке СССР илдәренең ҡайһы берҙәрендә совет осоронан (1919 йылдың 10 майынан) шәмбе өмәләре үткәрелеп килә. Был эш түләүһеҙ, ирекмәндәр тарафынан башҡарыла. Ғәҙәттә ул яҙ көнө йәмәғәт урындарында таҙалыҡ булдырыу, төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу кеүек эштәр менән үткәрелә.

1967 йылдың 7 мартынан СССР-ҙа ике көн ял иғлан ителә, шәмбе рәсми рәүештә ял көнө булып китә.

Башҡорт халҡында шәмбе

Башҡорттар, мосолман булараҡ, йоманы аҙнаның етенсе көнө, ә шәмбене беренсе көнө тип һанаған. Дин тотоусылар өсөн был әле лә шулай. Шәмбе көн менән бәйле ҡайһы бер хөрәфәттәр ҙә йәшәп килгән.

Бөгөн генә йома, иртән - шәмбе,

Береһе көнгә - урыҫ аҙнаһы,

Көндәр юрта шулай бер-бер артлы,

Асыла, ябыла ғүмер ҡапҡаһы.

Ғ. Амантай[3]

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. ГРАМОТА.РУ — справочно-информационный интернет-портал «Русский язык»
  2. Солнце не является планетой
  3. *Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 687-се бит

Сығанаҡтар

  • Суббота // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993. - 687-се бит


Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе