Аҙна: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл: 19 юл:
Иран календары буйынса аҙна шәмбе көн башлана һәм йома көн менән тамамлана.
Иран календары буйынса аҙна шәмбе көн башлана һәм йома көн менән тамамлана.
* [[Шәмбе]] (фарсы شنبه‎);
* [[Шәмбе]] (фарсы شنبه‎);
*[[Йәкшәмбе]] (lang-fa| یکشنبه‎);
*[[Йәкшәмбе]] (lang-fa یکشنبه‎);
*[[Дүшәмбе]] (lang-fa| دوشنبه‎);
*[[Дүшәмбе]] (lang-fa دوشنبه‎);
*[[Шишәмбе]] (lang-fa| سه شنبه‎);
*[[Шишәмбе]] (lang-fa سه شنبه‎);
*[[Шаршамбы]] (lang-fa| چهارشنبه‎);
*[[Шаршамбы]] (lang-fa چهارشنبه‎);
*[[Кесаҙна ]] (Кесе йома) (lang-fa| پنجشنبه‎);
*[[Кесаҙна ]] (Кесе йома) (lang-fa پنجشنبه‎);
*[[Йома]](lang-fa| جمعه‎) йәки аҙна (lang-fa| آدینه‎)
*[[Йома]](lang-fa جمعه‎) йәки аҙна (lang-fa آدینه‎)
[[Йәкшәмбе]]нән алып кесе йомаға тиклем көн атамалары "шәмбе" һүҙенә фарсыса рәт һандарын ҡушыу юлы менән яһалған: йәкшәмбе — «бер-шәмбе», дүшәмбе — «ике-шәмбе» һәм башҡалар. [[Йома]] көнөнөң атамаһы ғәрәп телендәге "йыйылыу" - йәмәғәт менән уҡылған [[йома намаҙы]] менән бәйле килеп сыҡҡан <ref>[https://www.wikizero.com/ru/%D0%98%D1%80%D0%B0%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D0%BA%D0%B0%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B4%D0%B0%D1%80%D1%8C]</ref>

16:40, 7 апрель 2018 өлгөһө

Аҙна — ваҡыт берәмеге, ете тәүлектән торған ваҡыт араһы. Бер көндән күберәк, бер айҙан кәмерәк. Хәҙерге ваҡытта ҡулланылған тәртип буйынса, шул иҫәптән мосолман һәм григориан календарҙары буйынса, ете көндән тора.

Аҙнаның ете көн дауамлығы ISO 8601 Халыҡ-ара стандартында раҫланған[1]:
аҙна — ете тәүлек ваҡыт арауығы (ISO 8601, пункт 2.2.9)[1]
календар аҙна — дүшәмбенән башланған көндәр арауығы (ISO 8601, пункт 2.2.8.)[1].

Бер йылда 48 аҙна була. Аҙнаның һәр көнөнә исем бирелгән.

Башҡортса аҙна көндәре

Башҡорттар ISO 8601, пункт 2.2.8. буйынса календар аҙнаны дүшәмбенән башлап һанай. Мосолман календары буйынса иһә аҙна йома көн менән тамамлана һәм шәмбенән башлана. Шуға күрә башҡорт телендә "йома" һүҙе "аҙна" тигәндең синонимы ла булып тора.

*Минең ҡулда алты һум аҡса, бер йомаға етерлек аҙыҡ бар ине. Т. Йәнәби
  • Хәсән Өфөлә бер йома буйы торҙо. Т. Байышев. [2]

Көн атамаларының килеп сығышы

Башҡорттар, мосолман булһалар ҙа, кесе йома һәм йоманан башҡа аҙна көндәренең атамаларын ғәрәптән түгел, фарсы теленән алған. Фарсы телендәге пәнжешәмбе һүҙен генә башҡорт телендә элгәре "кесаҙна" тип йөрөтһәләр, һуңғы йылдарҙа "кесе йома" тип атауға күстеләр. Кесаҙна - кесе аҙна тигәндән алынған булған. Билдәле булыуынса "аҙна" һәм "йома" һүҙҙәре синоним булараҡ йәшәп килгән.

Иран календары буйынса аҙна шәмбе көн башлана һәм йома көн менән тамамлана.

Йәкшәмбенән алып кесе йомаға тиклем көн атамалары "шәмбе" һүҙенә фарсыса рәт һандарын ҡушыу юлы менән яһалған: йәкшәмбе — «бер-шәмбе», дүшәмбе — «ике-шәмбе» һәм башҡалар. Йома көнөнөң атамаһы ғәрәп телендәге "йыйылыу" - йәмәғәт менән уҡылған йома намаҙы менән бәйле килеп сыҡҡан [3]

Сығанаҡтар

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993.
  • Иранский календарь [2]

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 Международный стандарт представления даты и времени ISO 8601. (инг.)
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 423 бит
  3. [1]

Аҙна көндәре
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе