Әбсәләмов Ғаяс Ғүмәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
28 юл: 28 юл:


== Ғаилә хәле ==
== Ғаилә хәле ==
Ҡатыны Оськина Людмила Николаевна, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡатыны Оськина Людмила Николаевна, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.



== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
* Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ([[1974]])
* Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ([[1974]])
* Октябрь Революцияһы ордены ([[1982]])
* Октябрь Революцияһы ордены ([[1982]])



== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

20:36, 14 апрель 2018 өлгөһө

Әбсәләмов Ғаяс Ғүмәр улы
Тыуған көнө

12 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны

Үзбәкстан, Сәмәрҡәнд өлкәһе, Пахтакор районы, Ҡарнаб ауылы

Гражданлығы

СССР, Рәсәй

Эшмәкәрлеге

слесарь-сигәләүсе

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974), Октябрь Революцияһы ордены (1982)

Әбсәләмов Ғаяс Ғүмәр улы (12 март 1937) — Башҡортостандың Күмертау вертолет заводы эшсеһе, слесарь-сигәләүсе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974) һәм Октябрь Революцияһы ордены (1982) кавалеры.

Биографияһы

Әбсәләмов Ғаяс Ғүмәр улы 1937 йылдың 12 мартында Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Пахтакор районы Ҡарнаб ауылында тыуған. Атаһы Әбсәләмов Ғүмәр Ваккас улы колхозда ташсы, һуғыштан һуң комбайнсы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Әсәһе Рәхимә Ғарип ҡыҙы колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Ғаяс Әбсәләмов тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай, унан һуң район үҙәгендә 10 класты тамамлай. Үҙе хәтерләүенсә, 4 кластан башлап, уҡыу йылы башында ике ай буйы колхозда мамыҡ йыйыуҙа эшләйҙәр. Һәр каникул осорнда шулай уҡ колхозда эшләйҙәр. 10 класты тамамлағандан һуң һыу быраулау эшендә (һыу етешмәй) эшләй. Ғаяс Әбсәләмов мәктәптә бик яҡшы уҡый, шуға күрә уҡытыусыһы, класс етәксеһе уны артабан уҡырға, белем алырға өндәй. Ошо маҡсат менән уны Чимкентта пресс-автомат заводына эшкә урынлаштыра (был йәшерен завод була, заводта баш бухгалтер булып эшләгән әсәйе аша урынлаштыра), әсәйенең өйөндә йәшәргә урын бирә, уҡырға инергә әҙерләнеү өсөн кәрәкле әҙәбиәт исемлеген төҙөй. Ғаяс Әбсәләмов имтихандарҙы уңышлы тапшырып Чимкент тау‑металлургия техникумына уҡырға инә һәм, ике йыл ярым уҡып, уңышлы диплом яҡлай, 1960 йылда мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарын эшкәртеү һөнәре буйынса диплом ала.

Уны Тажикстандағы Адрасман уран руднигына эшкә ебәрәләр. Бер нисә ай смена мастеры булып эшләгәндән һуң армия сафына алына. Ленинабад ҡалаһында хеҙмәт итә. Сержант составы мәктәбендә уҡый, мәктәпте тамамлағандан һуң уны мәктәптә үҙе кеүек командирҙар әҙерләргә ҡалдыралар. Аҙаҡ взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Уран байыҡтырыу фабрикаһын, фабрика янындағы институтты һәм идаралыҡты һаҡлайҙар. 1963 йылда уның взводы ярышта бик яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, часть командиры - полковник, алдан биргән вәғәҙәһе буйынса, уны шул көндә үк демобилизациялай. Ғаяс Әбсәләмов Башҡортостанға, Күмертау ҡалаһына ата-әсәһе янына килә (улар 1959 йылда күсеп ҡайтҡан була). Шунан һуң Адрасман руднигына эшкә китә. Унда мастер, өлкән мастер, тау эштәре прорабы булып эшләй. 1965 йылда эштән сыға һәм ҡартайған ата-әсәһен ҡарар өсөн Күмертау ҡалаһына ҡайта. Тәүҙә Күмертау брикет фабрикаһында мастер булып эшләй, 1968 йылда Күмертау вертолет заводына эшкә урынлаша. Башта слесарь ярҙамсыһы булып эшләй. Имтихан тапшырып III разряд ала. Тиҙҙән вертолет йыйыу буйынса яңы эш участогы асыла, Ғаяс Әбсәләмовты ошо цехҡа слесарь-сигәләүсе итеп күсерәләр.

Ҡаҙаныштары

Тырыш, егәрле Әбсәләмов Ғаяс Ғүмәр улы яңынан-яңы хеҙмәт үрҙәрен яулай, биш йыллыҡтар йөкләмәһен ваҡытынан алда һәм бик яҡшы сифат менән үтәй. 1974 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 25 мартындағы Ҡарары менән Ғаяс Әбсәләмов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән (№935958) бүләкләнә. Орденды Өфө ҡалаһында Шәкиров тапшыра. Тырыш хеҙмәте өсөн авиация сәнәғәте министры В. А. Казаков уны исемле сәғәт менән бүләкләй. 1980 йылда СССР авиация сәнәғәте Министрлығы һәм авиация сәнәғәте эшселәре профсоюзы Үҙәк Комитеты ҡарары менән Ғаяс Әбсәләмовҡа "Сифат отличнигы" ("Отличник качества" (№10/1471) (СССР авиация сәнәғәте Министрлығының 1980 йылдың 15 июлендәге № 536/к һанлы ҡарары) билдәһе тапшырыла. 1982 йылда СССР Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 12 авгусы Ҡарары менән Ғаяс Әбсәләмов Октябрь Революцияһы ордены менән (№99488) бүләкләнә. Орденды авиация сәнәғәте министры үҙе заводҡа килеп тапшыра. Хеҙмәт ветераны миҙалы менән бүләкләнгән. Хәҙерге көндә хаҡлы ялда. Күмертау ҡалаһы хеҙмәт даны музейының Почет китабына индерелгән.

Ғаилә хәле

Ҡатыны Оськина Людмила Николаевна, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1982)

Иҫкәрмәләр