Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: {{Писатель → {{Яҙыусы, Оригинал имени → Төп исеме, Изображение → Рәсеме, Описание изображения → Рәсем аңлатмаһ using AWB
ә →‎Китаптары: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
34 юл: 34 юл:
* Ете даръям: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1999. — 208 бит.
* Ете даръям: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1999. — 208 бит.
* Аҙнабикә: Поэма. — Өфө,2004.
* Аҙнабикә: Поэма. — Өфө,2004.
* Аҙнабикә. Азнабика, мать Салавата: Поэма (башҡорт, урыҫ телдәрендә). — Өфө, 2006.
* Аҙнабикә. Азнабика, мать Салавата: Поэма (башҡорт, рус телдәрендә). — Өфө, 2006.
* Көн менән Төн сиге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2008. — 296 бит.
* Көн менән Төн сиге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2008. — 296 бит.
* Моң-тәлгәш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013. — 303 бит.
* Моң-тәлгәш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013. — 303 бит.

20:43, 14 апрель 2018 өлгөһө

Тамара Искәндәриә
Исеме:

Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы

Тыуған көнө:

10 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР-ҙың Ҡыяуыҡ ауылы
Ишембай районы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы, шағир, драматург, публицист

Ижад йылдары:

1978 - 2017

Йүнәлеше:

әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф

Жанр:

мәҡәлә, очерк, интервью, шиғыр, поэма, балалар өсөн әкиәт, хикәйә, пьеса

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса
рус теле

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Тамара Искәндәриә (Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева) (10 июнь 1958) — башҡорт шағиры, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Тамара Ишбулды ҡыҙы Юлдашева (ҡыҙ фамилияһы Искәндәрова) 1958 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында тыуған. Йәнырыҫ урта мәктәбен тамамлағас, Ишембай трикотаж фабрикаһында тегенсе булып эшләй, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус бүлегендә юғары белем ала.

1981 йылдан алып хәҙергәсә, бына утыҙ биш йылдан ашыу инде, Тамара Искәндәриә республика матбуғатында һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләй. «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы, «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары аша халыҡҡа еткергән һүҙе һәр саҡ тос, төплө, аҡыллы, йылы, ихлас булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әле Тамара Искәндәриә — «Аҡбуҙат» балалар журналы баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Ижади эшмәкәрлеге

Шиғриәткә уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында килә. Студент сағында университеттың «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Уның шиғри ҡулъяҙмаларына билдәле ғалим-тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов юғары баһа бирә. «Тояҡтар йыры», «Ер менән Күк араһында», «Ете даръям», «Көн менән Төн сиге», «Моң-тәлгәш» тигән шиғри йыйынтыҡтары һәм балалар өсөн «Шашка иленә сәйәхәт», «Бәрәкәтле көн» исемле проза әҫәрҙәренән торған йыйынтыҡтары Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күрә. «Каменная река» тигән рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙар китабы ИНЕШ нәшриәтендә баҫыла. Тамара Искәндәриәнең күп яҡлы ижады Муса Ғәли, Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ғәҙилә Бүләкова, Әнғәм Хәбиров мәҡәләләрендә төплө анализлана. Хәҙерге заман башҡорт шиғриәтенең һәм балалар әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе юғары кимәлдәге ижад булараҡ нарыҡлана. Яҙыусының әҫәрҙәре менән уҡыусылар Рәсәй һәм республика гәзит-журналдары аша даими танышып тора.

Китаптары

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Тамара Искәндәриә шиғырҙары
  • Тояҡтар йыры: Шиғырҙар // Йәш тауыштар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 128 бит.
  • Ер менән Күк араһында: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 80 бит.
  • Ете даръям: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1999. — 208 бит.
  • Аҙнабикә: Поэма. — Өфө,2004.
  • Аҙнабикә. Азнабика, мать Салавата: Поэма (башҡорт, рус телдәрендә). — Өфө, 2006.
  • Көн менән Төн сиге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2008. — 296 бит.
  • Моң-тәлгәш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2013. — 303 бит.
  • Шашка иленә сәйәхәт: Фантастик хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2013. — 16 бит.
  • Бәрәкәтле көн: Әкиәттәр, хикәйәләр.— Өфө: Китап, 2016. — 80 бит.
  • Каменная река: Стихи, поэма. — Уфа: ИНЕШ, 2016. — 96 стр.
  • Бир биште, бына усым!: Шиғырҙар. — Өфө, Аҡбуҙат, 2016. — 16 бит.
  • Там, там, Тамсыҡай!: Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар. — Өфө, Аҡбуҙат, 2017. — 55 бит.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)