Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл: 2 юл:
| имя = Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
| имя = Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
| оригинал имени =
| оригинал имени =
| изображение =
| изображение = Алимгулов_Арсланбек_Арслангалиевич_1907г.jpg
| ширина =
| ширина =
| должность =
| должность =

08:47, 1 май 2018 өлгөһө

Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
 
Тыуған: 1870({{padleft:1870|4|0}})
Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡамбулат ауылы[1]
Үлгән: 1918({{padleft:1918|4|0}})
Стәрлетамаҡ районы
Белеме: Ырымбур линейное училищеһы

Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы (1870 йыл, Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡамбулат ауылы — 27-28 сентябрь, 1918 йыл, Стәрлетамаҡ) — күренекле уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе.

Файл:Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы.jpg
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы

Биографияһы

Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе Аҙнай һәм Ергән волостарының земство эшмәкәре Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — ?, һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы Стәрле өйәҙе Аллағыуат ауылынан (1874? — 1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланбәк Әлимғолов Ырымбурҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге Шишмә районы Сәфәр ауылында уҡытыусы булып эшләй. 19001910 йылдар тирәһендә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында земство училищеһы мөдире (директоры) була, һуңынан Стәрлетамаҡта - ҡала училищеһында, Ергәндә земство училищеһында уҡыта. Стәрлетамаҡтан оло улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында китергә мәжбүр була. Малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға.

Арыҫланбәк Әлимғолов төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле. Уның мәҡәләләре 1912 йылдан башлап Өфөлә сыҡҡан «Ведомости Оренбургского учебного округа» журналында баҫыла, мәҫәлән, «Башкирские мифологические рассказы» (1915 й. 5-се һанында). 1914 йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡазан университетына урынлаштыртыра алмай, чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен бик ауыр кисерә. Был ваҡиға уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр тип фаразлана.

1917 йылда башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусылар рәтендә була. 1-се (июль, 1917 й.) һәм 2-се (август, 1917 й.) Башҡорт ҡоролтайҙарында делегат була, 1917 йылдың авгусында Башҡорт өлкә шураһына (хөкүмәтенә) ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. Петроградта Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғас, илдә Совет власы урынлаштырыла башлай. А. Әлимғолов ер эштәре буйынса Стәрлетамаҡ өйәҙ комитетының халыҡ комиссары булып һайлана.

Вафаты

1918 йылдың июлендә Стәрлетамаҡты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта Ҡамбулат ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны 1918 йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл Шәмсетдинов һөйләй.

А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул рус зыяратында йәшерен генә ерләнә. Совет власын ойоштороусылар атылған урынында һуғыштан һуң таштан һәйкәл ҡуйыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.

Балалары

А. Әлимғоловтың 8 балаһы була. Улар: Мөҡәддәс (1897—1985), Әхнәф (1906—1970), Искәндәр (1908—1974), Гөлсөм (1912—1968), Тәлғәт (1917—1941), Әнүәр (1919—1941); Фәриҙә, Мәрйәм (йәшләй вафат булалар)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  1. Башкирские исторические предания — DsLib.net www.dslib.net › Филологические науки › Фольклористика
  2. за Июль 1905 года — «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная … vedomosti.journal-ufa.ru/showinf.php?n=7&n_id=186
  3. [PDF]правительство республики башкортостан — Башкирский … https://bspu.ru/files/10424
  4. Улица моего прадеда | Стерлитамакский рабочий — новости …

Сығанаҡтар

  1. Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.
  2. ЦГАООРБ. Ф. 1832. On,4. Д. 171. Л. 1-23. Копия. Машинопись. ДОКУМЕНТЫ (ПОСТАНОВЛЕНИЯ, РЕЗОЛЮЦИИ, РЕШЕНИЯ И ДРУГОЕ) II ОБЛАСТНОГО СЪЕЗДА БАШКИР (№ 21-28)г. Уфа 25-29 августа 1917 г. № 21. О национально-культурной автономии
  3. «Ағиҙел» журналы, 1999 йыл, 7,8,9 һандар, «Ал да нур сәс халҡыңа», Д. Мәһәҙиев, (аталы-уллы уҡытыусы Әлимғоловтарҙың халыҡ алдындағы хеҙмәтен ҙурлап баһалай)