Стефана Велизар Теодоряну: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл: 34 юл:
[[Категория:1897 йылда тыуғандар]]
[[Категория:1897 йылда тыуғандар]]
[[Категория:1995 йылда вафат булғандар]]
[[Категория:1995 йылда вафат булғандар]]
[[Категория:Румынияла тыуғандар]]

05:11, 15 май 2018 өлгөһө

Стефана Велизар Теодоряну
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Румыния
Тыуған көнө 17 октябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Мориц[d], Граубюнден[d], Швейцария
Вафат булған көнө 31 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (97 йәш) или 30 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (97 йәш)
Вафат булған урыны Румыния
Ерләнгән урыны кладбище Беллу[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Румын теле
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, яҙыусы
 Стефана Велизар Теодоряну Викимилектә

Стефана Велизар Теодоряну (17 октябрь 1897, Санкт-Мориц — 30/31 май 1995) — румын романсыһы, шағир һәм тәржемәсе; яҙыусы  ЙонельТеодорянуның  ҡатыны[2][3]. Ире уны әҙәбиәткә дәртләндерә,  һуңғы попоран традиционализм вәкиле була, уны румын православиеһы менән бәйләп, «әхлаҡ темаһы» менән тулыландыра. Икенсе донъя һуғышында  барлыҡҡа килгән тәүге эштәре күберәген эске конфликттарға һәм төпкөлдә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың «әхлаҡи триумфына» арналған. Иренең күп әҫәрҙәрен үҙенең эштәре менән тулыландырып, Стефана Теодоряну үҙ ваҡытында тәнҡитселәрҙең маҡтауына лайыҡ була, әммә аҙаҡтан «идиллик» һәм «дидактик китаптары» өсөн уларҙың кире фекеренә дусар була.

Ире кеүек антикоммунист булараҡ, Велизар Румынияла коммунистик режим тарафынан эҙәрлекләнгән яҙыусыларға һәм сәйәси эшмәкәрҙәргә ярҙам итә. Ул артабан да  баҫтырып сығарыуҙы дауам итә, башлыса,  берлектә тәржемә эштәренә күсә (1960 йылдар аҙағында) һәм рус әҙәбиәте классиктарынан румын телендәге тәржемәләре менән танылыу  ала. Шул уҡ ваҡыт арауығында ул тол ҡала —  ғаиләгә «коммунистик баҫымдың» ҡыҙған осоронда ире үлеп китә:  кейәүе Пэсторель, шулай уҡ дуҫы Дина Пилл да төрмәгә ябыла, ә күп кенә таныштары Румыниянан ҡаса. Һуңыраҡ, ваҡиғалар ыңғайға киткәс, Велизар тымыҡ һәм тыныс тормош менән йәшәй башлай, һәм, ахыр сиктә, Văratec монастырына китә. Уның һуңғы эше Теодореану менән мөнәсәбәттәре тураһындағы хәтирәләрҙән, шулай уҡ Пилл ғаиләһенә ебәргән баҫылып сыҡҡан хаттарҙан тора.  

Биографияһы

Иртә тормошо һәм  беренсе әҙәби сығышы

Стефана Швейцарияның курорт ҡалаһы Санкт-Морицта тыуа; атаһы дипломат Lupaşcu Ştefan (1872-1946) һәм әсәһе француз подданныйы Мария Мазурье. Стефананың атаһы, масон ложаһының юғары вазифалы ағзаһы булараҡ, сығышы менән Молдавия дворяндарынан була. Атаһының  дипломатик һәм эш сәфәрҙәрендә йыш булыуы менән бәйле, Стефананы нигеҙҙә румын туғандары тәрбиәләй.

Стефана Францияла башланғыс мәктәптә уҡый. Һуңынан Бухареста ҡыҙҙар өсөн үҙәк мәктәпте тамамлай. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ике туған ағайҙары менән Яссала йәшәй, нәҡ улар аша  беренсе тапҡыр 1916 йылда юрист һәм сәйәсмән Освальд Теодорянуның улы студент һәм йәш яҙыусы Ионель Теодорянуны осрата.  Стефананың һүҙҙәре буйынса, ул уны  шунда уҡ «ҡара күҙҙәре» һәм тәүге әҙәби тәжрибәләре менән йәлеп итә. 1919 майына  Ионелдең Стефанаға арналған мөхәбәт шиғырҙары «Әҙәби журналда» баҫылып сыға. 

1920 йылда Стефана Ионелға кейәүгә сыға: церемонияла Viaţa Românească әҙәби түңәрәге ағзалары ҡатнаша, шул иҫәптән Ибрэиляну Гарабет та була. Шулай итеп, ул билдәле юморсит  Пэсторелдең килене булып китә. Тиҙҙән никахтан ике балаһы тыуа: игеҙәктәр Штефан  «Цефон» (йәки «Афан») һәм Освальд «Гого». Йәш ғаилә Яссала Когэлничану урамында йәшәй, һәм  оҙайлы ваҡыт Александр Филиппед һәм Петр Пони  менән күрше йәшәйҙәр. Ғаиләнең яҡын дуҫы булып романсы Михаил Садовяну була, 1934 йылда уның менән улар Төркиәгә бара. 

Стефана йыш ҡына Viaţa Românească  салонының ҡунағы була; 1929 йылда үҙ эше менән Bilete de Papaga  журналында  баҫылып сыға. Стефана шулай уҡ Revista Fundaţiilor Regale һәм Familia журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. Псевдонимы «Велизар» иренең төп әҫәре — «Меделие» романында ҡулланыла (1925).

Романдарҙың икенсе донъя һуғышы 

1938 йылда Бухарест ҡалаһына күсә, хәҙер ғаилә Ромулус урамында айырым йортта йәшәй. Уларҙың  шулай уҡ Михай Эминеску урамында ла йорттары була, уны Ионел Йәһүд общинаһы федерацияһынан адвокат сифатындағы хеҙмәте өсөн ала. Велизар үҙе Икенсе донъя һуғышына тиклем «Calendar vechi» (Иҫке календарь) романын баҫтырып сығара һәм уның өсөн Румын интеллектуалдар ассоциацияһынан премия ала. Был китаптан һуң 1940 йылда «Viaţa cea de toate zilele» (Повседневная жизнь), ә 1943 йылда лирик китабы «Cloşca cu pui» (Курица и девочка) донъя күрә. 

Теодорянуның  прозаһы орнаментация һәм лиризм юнәлешле була. 1939 йылдың июлендә баһалаусы Эуген Ловинеска Теодорянуның «бик нескә таланты» ул ваҡыттағы ҡатын авторҙарҙан бер яҡ ситтә тора: уның әҫәрҙәрендә Целла Сергиның һәм Лючия Деметриустың «психологик эротизмы» ла, Сорана Гуриандың «дәртәләндергес хислелеге» лә юҡ  тип яҙа. Тикшереүсе Елена Панаит әйтеүенсә, персонаждар төҙөү кимәлендә, әҙәби хаттар күҙлегенән ҡарағанда ла, Теодоряну әҫәрҙәрендә  Рабиндранат Тагор, Лев Толстой , Иван Тургеневтың һиҙелерлек йоғонтоһо күренә. Стефана үҙе олоғайғансы Тагорҙы яратып уҡый.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Bianca Burța-Cernat. Fotografie de grup cu scriitoare uitate: proza feminina interbelică. — Bucharest: Cartea Românească, 2011. — Burța-Cernat с. — ISBN 978-973-23-2946-7.
  • Ion Lazu. Odiseea plăcilor memoriale. — Bucharest: Editura Biblioteca Bucureștilor, 2012. — Burța-Cernat с. — ISBN 978-606-8337-37-1.