Сөннәт намаҙҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Сөннәт намаҙҙары'''— биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарынан тыш уҡыла торған намаҙҙар.
'''Сөннәт намаҙҙар'''— башҡорт телендә биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарынан тыш уҡыла торған намаҙҙарҙы шулай атайҙар. Ғәрәп телендәге атамаһы - рәтибәт.


Аллаһы тәғәлә тарафынан беҙгә биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән.Ошо биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарҙан башҡа көн һайын уҡыла торған «сөннәт намаҙҙары» ла бар.
Аллаһы тәғәлә тарафынан беҙгә биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән.Ошо биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарҙан башҡа көн һайын уҡыла торған «сөннәт намаҙҙары» ла бар.
17 юл: 17 юл:
Сөннәт намаҙҙарының бөтә рәҡәғәттәрендә лә «Фатиха сүрәһе», өҫтәүенә, бер сүрә уҡыла.
Сөннәт намаҙҙарының бөтә рәҡәғәттәрендә лә «Фатиха сүрәһе», өҫтәүенә, бер сүрә уҡыла.


Сөннәт намаҙҙарында сүрәләр, тәкбирҙәр, сәләмдәр барыһы ла йәшерен әйтелә.
Сөннәт намаҙҙарында сүрәләр, тәкбирҙәр, сәләмдәр барыһы ла йәшерен әйтелә.

== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==
* Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
* Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5

20:37, 19 май 2018 өлгөһө

Сөннәт намаҙҙар— башҡорт телендә биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарынан тыш уҡыла торған намаҙҙарҙы шулай атайҙар. Ғәрәп телендәге атамаһы - рәтибәт.

Аллаһы тәғәлә тарафынан беҙгә биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән.Ошо биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарҙан башҡа көн һайын уҡыла торған «сөннәт намаҙҙары» ла бар. Сөннәт намаҙы тип шундай намаҙға әйтәләр:

  • пәйғәмбәребеҙ уны Аллаһы тәғәләнән айырым бойороҡ булмай тороп уҡыған.
  • Аллаһы тәғәләгә яҡынлығын арттырыу өсөн, ҙур сауапҡа ирешеү өсөн уҡыған.
  • пәйғәмбәребеҙ уны һис бер ваҡыт ҡалдырмай торған булған.

Сәхәбәләр ҙә, пәйғәмбәрҙән күрмәксе, уны уҡый торған булғандар. Шунлыҡтан уны беҙ ҙә уҡыйбыҙ. Уны уҡыу менән беҙ сауаплы булабыҙ. Уҡымаһаҡ, гонаһлы булмайбыҙ.

Сөннәт намаҙҙары иртәнге намаҙҙа ике, өйлә намаҙында алты (дүрт һәм ике), ахшам намаҙында ике, йәстү намаҙында ике рәҡәғәттер. Иртәнге намаҙҙың сөннәте фарызынан элек, өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте фарызынан элек вә ике рәҡәғәте фарызынан һуң, ахшам вә йәстү намаҙҙарының сөннәттәре фарыздарынан һуң уҡылалыр.

Бынан аңлашыла, икенде намаҙы фарыз ғына булып, сөннәте юҡ икән. Ҡалған намаҙҙарҙың фарыздары ла, сөннәттәре лә бар икән. Иртәнге намаҙ фарыз һәм сөннәте мерән дүрт рәҡәғәт, өйлә намаҙы ун рәҡәғәт, ахшам намаҙы биш рәҡәғәт, йәстү намаҙы алты рәҡәғәт икән.

Сөннәт намаҙҙары бары ла фарыз намаҙҙар кеүек үк уҡыла. Айырма шунда ғына: фарыз намаҙҙар өс вә дүрт рәҡәғәтле булһа, һуңғы рәҡәғәттәрендә «Фатиха сүрәһе» нән башҡа сүрә уҡылмай.

Сөннәт намаҙҙарының бөтә рәҡәғәттәрендә лә «Фатиха сүрәһе», өҫтәүенә, бер сүрә уҡыла.

Сөннәт намаҙҙарында сүрәләр, тәкбирҙәр, сәләмдәр барыһы ла йәшерен әйтелә.

Әҙәбиәт

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Б 46 Бикбулат С. Дин дәрестәре: Ғәрәп яҙмаһындағы татарса текстан тәрж. — Өфө: Китап, 1996. — 80 бит. JSBN 5-295-01833-4
  • Был биттең сығанағы: [1]

Аҙаҡ килеп, сөннәт намаҙҙары өсөн аҙан вә камәт (намаҙ алдынан аяҡ үрә баҫып уҡыла торған доға.— С. Г.) әйтелмәй.