Зәкәт: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
49 юл: | 49 юл: | ||
;Ҡөрьән Кәримдән |
;Ҡөрьән Кәримдән |
||
{{Коран/Цитата |
{{Коран/Цитата |
||
|Хаҡ ки, саҙаҡалар |
|Хаҡ ки, саҙаҡалар хәйнрселәргә, фәҡирҙәргә, зәкәт йыйыусыларға (махсус иҫәпкә), (Исламға) күңелдәрҙе йәлеп итеүгә,ҡолдарҙы азат итеүгә, бурыслыларға, Аллаһ юлында сығымдарға, ауыр хәлдә ҡалған мосафирҙарға тәғәйенләнә. Аллаһ тәғәлә шулай бойорған, Ул Белеүсе, Хикмәт Эйәһе!|9|60 |
||
|тәржемә=башҡортса}} |
|тәржемә=башҡортса}} |
||
# |
# Хәйерселәр — бер нәмәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр. |
||
# |
# Фәҡирҙәр — был төркөм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ. |
||
# Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше. |
# Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше. |
||
# |
# Исламға мөхәббәт уятып, кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алыу өсөн тырышҡан кешеләргә, дәғүәтселәргә. |
||
# Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға. |
# Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға. |
||
# Бурыслылар: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа |
# Бурыслылар: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа батҡан осраҡта. |
||
# Йыһат өсөн һуғыш алып барған |
# Йыһат өсөн һуғыш алып барған һуғышсыларға бирелә. Мәҫәлән, Ватанды яҡлап һуғышҡа китеүсегә. |
||
# Юлсыларға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмағандарға. |
# Юлсыларға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмағандарға. |
||
09:44, 31 май 2018 өлгөһө
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Зәкәт — йылына бер тапҡыр һәр мөьмин- мосолман мөлкәтенән ярлылар файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш. Мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе.
Тарихы
Исламда мөлкәттең йыл да Аллаһ ризалығы өсөн мохтаждар файҙаһына түләнә торған ҡырҡтан беренсе өлөшө. Зәкәт һүҙе «таҙарыныу» тип тәржемә ителә. Был фарыз ғәмәл.
Зәкәт түләү Исламда Һижрәттең 2-се йылына фарыз итеп индерелә һәм Исламдың 5 төп шартының береһенә әйләнә. Ҡөрьәндә «зәкәт» һүҙе «намаҙ» менән бергә телгә алына һәм мосолман иманының өлөшө тип раҫлана.
Зәкәт түләү шарттары
Зәкәтте хәлле кешеләр генә түләй. Хәлле кешеләрҙе билдәләр өсөн «нисаб» төшөнсәһе бар. Намаҙ Аллаһы тәғәләгә тән менән ғибәҙәт ҡылыу булһа, зәкәт — малың менән.
- Зәкәт түләүсе мосолман булырға, балиғлыҡ йәшенә еткән, ирекле һәм хәлле кеше булырға тейеш.
- Ул диндә ҡаралған тиклем милекле, йәғни, нисаб тип һаналған күләмдә мал-мөлкәтле булырға тейеш.
- Зәкәт түләр өсөн мөлкәт нисаб кимәленә еткән булырға тейеш.
- Зәкәт итеп бирелә торған өлөш кешенеке булырға тейеш түгел, шулай уҡ харам юл менән табылған мөлкәттән дә зәкәт бирелмәй. Зәкәт тапшырғанда ала торған кешегә был хаҡта әйтмәҫкә лә ярай.
Зәкәт бирелә торған мөлкәт
- Зәкәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә;
- Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәкәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәкәт бирелмәй;
- Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә зәкәт биреү фарыз;
- Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәкәт биреү фарыз;
- Аҡса булып алтын, көмөш, зинәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә.
- Зәкәт бирелә торған мал-тыуарға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә, ат кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнгән булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәкәт бирелмәй. Ишәк, болан, ҡыр кәзәһе кеүек малдан зәкәт бирелмәй;
- Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәкәт бирелә.
Мөлкәттең зәкәт өлөшө
- Бер төр мөлкәттән зәкәт биреү дөрөҫ булһын өсөн, был мөлкәттең иҫәп һаны тулы булырға тейеш. Иҫәп һаны тулы булмаған мөлкәттән зәкәт бирелмәй;
- зәкәт бирелә торған мөлкәттең иҫәп һаны:
- алтын — 20 мыҫҡал;
- көмөш — 140 мыҫҡал;
- ҡуй, һарыҡ, кәзә — 40 баш;
- һыйыр — 30 баш;
- ат — 2 баш;
- һатыу итеү тауары көмөш иҫәбенә һалып иҫәпләнә.
- Иҫәп һаны тулы булған мөлкәттең ҡырыҡтан бер өлөше зәкәт итеп бирелергә тейеш.
Яҙылып бөтмәгән
Зәкәт бирелә торған кешеләр
- Ҡөрьән Кәримдән
Хаҡ ки, саҙаҡалар хәйнрселәргә, фәҡирҙәргә, зәкәт йыйыусыларға (махсус иҫәпкә), (Исламға) күңелдәрҙе йәлеп итеүгә,ҡолдарҙы азат итеүгә, бурыслыларға, Аллаһ юлында сығымдарға, ауыр хәлдә ҡалған мосафирҙарға тәғәйенләнә. Аллаһ тәғәлә шулай бойорған, Ул Белеүсе, Хикмәт Эйәһе! |
- Хәйерселәр — бер нәмәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр.
- Фәҡирҙәр — был төркөм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ.
- Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше.
- Исламға мөхәббәт уятып, кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алыу өсөн тырышҡан кешеләргә, дәғүәтселәргә.
- Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға.
- Бурыслылар: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа батҡан осраҡта.
- Йыһат өсөн һуғыш алып барған һуғышсыларға бирелә. Мәҫәлән, Ватанды яҡлап һуғышҡа китеүсегә.
- Юлсыларға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмағандарға.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Что такое закят? — Фонд «Солидарность»
- Важность закята в Исламе — Al-Iman.ru
- Форма расчета величины закята для денежных средств в рублях — Zakaat.Narod.ru
- Положение закята. — Татарстан в сети Интернет (Перевод с арабского Мингалеева Аяза). Архивировано из первоисточника 18 май 2009.
- О закяте. — Татарстан в сети Интернет (Перевод из журнала "Awake"). Архивировано из первоисточника 18 май 2009.