Йырҙа: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
9 юл: 9 юл:
'''Төп йырҙа''' — йылға ағымының иң күп өлөшө тупланған йырҙа.
'''Төп йырҙа''' — йылға ағымының иң күп өлөшө тупланған йырҙа.


Ҙур йылғалар йырҙаһы киңлеге бер нисә тиҫтә метрҙан километрҙарға тиклем етә (мәҫәлән, [[Обь]], [[Лена (йылға)]], [[Амазонка]] йылғаларының түбәнге ағымы), шул уҡ мәлдә йырҙаның тәрәнәйеүе киңәйеүенә ҡарағанда яйыраҡ бара. Йырҙаның буйы [[ятыу]] һәм [[шаршы)]]лар менән аралашып бара. Тигеҙлектәрҙәге йырҙалар , ғәҙәттә, бормаланып ята һәм [[ҡом]]ло, [[ләм]]ле һәм [[ҡырсынташ]]лы урындарҙа өңөп инеп, [[ҡултыҡ]] барлыҡҡа килтерә. Тау йылғалары иһә турараҡ, йыш ҡына [[һикәлтә]]ләр, [[шарлауыҡ]]тар барлыҡҡа килтереп аға, ҙур-ҙур [[һарыҡташтар]] уратып алған була.
Ҙур йылғалар йырҙаһы киңлеге бер нисә тиҫтә метрҙан километрҙарға тиклем етә (мәҫәлән, [[Обь]], [[Лена (йылға)]], [[Амазонка]] йылғаларының түбәнге ағымы), шул уҡ мәлдә йырҙаның тәрәнәйеүе киңәйеүенә ҡарағанда яйыраҡ бара. Йырҙаның буйы [[Йылға ятыуы|ятыу]] һәм [[шаршы]]лар менән аралашып бара. Тигеҙлектәрҙәге йырҙалар , ғәҙәттә, бормаланып ята һәм [[ҡом]]ло, [[ләм]]ле һәм [[ҡырсынташ]]лы урындарҙа өңөп инеп, [[ҡултыҡ]] барлыҡҡа килтерә. Тау йылғалары иһә турараҡ, йыш ҡына [[һикәлтә]]ләр, [[шарлауыҡ]]тар барлыҡҡа килтереп аға, ҙур-ҙур [[һарыҡташтар]] уратып алған була.


== Йылғаларҙың төрлө ағымында йырҙаһы ==
== Йылғаларҙың төрлө ағымында йырҙаһы ==

16:47, 13 октябрь 2018, ағымдағы өлгө

Йырҙа
Рәсем
 Йырҙа Викимилектә
Кесе Инйәр тау йылғаһы йырҙаһы

Йырҙа — үҙәндең һыу ағымы , ташҡын осоронда уның аша йылғаларҙың төбөндә ятҡан нәмәләр һәм ташыу һыу йыуып хасил иткән иң түбән өлөшө.

Йырҙалар үҙҙәрен хасил иткән процестарға ярашлы бер нисә төр була.

тигеҙлектәге йылға йырҙаһы

Төп йырҙа — йылға ағымының иң күп өлөшө тупланған йырҙа.

Ҙур йылғалар йырҙаһы киңлеге бер нисә тиҫтә метрҙан километрҙарға тиклем етә (мәҫәлән, Обь, Лена (йылға), Амазонка йылғаларының түбәнге ағымы), шул уҡ мәлдә йырҙаның тәрәнәйеүе киңәйеүенә ҡарағанда яйыраҡ бара. Йырҙаның буйы ятыу һәм шаршылар менән аралашып бара. Тигеҙлектәрҙәге йырҙалар , ғәҙәттә, бормаланып ята һәм ҡомло, ләмле һәм ҡырсынташлы урындарҙа өңөп инеп, ҡултыҡ барлыҡҡа килтерә. Тау йылғалары иһә турараҡ, йыш ҡына һикәлтәләр, шарлауыҡтар барлыҡҡа килтереп аға, ҙур-ҙур һарыҡташтар уратып алған була.

Йылғаларҙың төрлө ағымында йырҙаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Үрге ағым — йылға үҙ бассейнындағы иң текә ерҙәрҙән ағып төшә, һыу тиҙлеге юғары һәм йылға йырҙаһын йыуып киңәйтә һәм тәрәнәйтә бара.
  2. Урта ағым — йырҙаның ауышлығы һәм ағым тиҙлеге кәмей бара, ярҙарын көслө емермәй.
  3. Түбәнге ағым — йылға ағыҙып килтергән ҡом менән ләм йырҙаға ултыра.

Өҫтәмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Техаста ҡороп барған йылғаның ҡомло йырҙаһы. АҠШ

Йылғаның һыу кимәле кәмегәндә уның эсенән утрауҙар, ҡаырластар ҡалҡып сыға, ҡултыҡтар бүленеп ҡалып, ятыуҙар, бәләкәй күлдәр хасил итә. Шул рәүешле күп ҡултыҡлы йырҙа барлыҡҡа килә.

Фарватер — йырҙаның суднолар хәүефһеҙ йөҙөп йөрөй алырлыҡ ярайһы тәрән урыны.

Күскенсе йырҙа — тәүлек эсендә йәки бер нисә сәғәттә тиҙ йыуылып барған ярҙар арҡаһында ағымын үҙгәртеп торған йырҙа.

Башҡортостан йылғаларының йырҙа үҙенсәлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда Һыусумған атамалы ваҡ йылғалар бер нисә районда осрай. Был йылғалар яҙғы ташҡында төп йырҙаға барып етә, әммә һыу ҡайтҡас, йәки ҡоролоҡ йылдарында һыуы ер аҫтына китеп юғала. Мәҫәлән, Бөрйән районының Исламбай ауылы янында, Күгәрсен районының Юлдыбай ауылы янында, Белорет районының Ноҡат һәм Шығай ауылдары янында шундай һыу сығанаҡтары бар [1].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чеботарев А. И. Гидрологический словарь. — Л.: Гидрометеоиздат, 1978. — 308 с.
  • Н.И. Маккавеев. русло реки и эрозия в её бассейне. — М.: Геогр. фак. МГУ, 2003. — 355 с. — 300 экз. — ISBN 5-89575-063-X.
  • Кондратьев Н. Е., Попов И. В., Снищенко Б. Ф. Основы гидроморфологической теории руслового процесса. — Л.: Гидрометеоиздат, 1982. — 272 с.
  • «География. Энциклопедия для детей». Изд-во «Аванта+», Москва, 2004.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «русло» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Hydrology-stub

  1. Лекции.Орг