Ханнанов Рәсих Нурғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт, викилаштырыу
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Ханнанов Рәсих Нурғәли улы''' ([[28 октябрь]] [[1931 йыл]]) — журналист, шағир һәм яҙыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1959 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1960 йылдан КПСС ағзаһы. 1992—1994 йылдарҙа [[Ҡыҙыл таң (гәзит)|Ҡыҙыл таң]] республика гәзите мөхәррире. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). [[Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия|Шәһит Хоҙайбирҙин]] (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты.

== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
Рәсих Нурғәли улы Ханнанов [[1931]] йылдың 28 октябрендә [[Ҡырмыҫҡалы]] ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый. Киномеханик булып эшләй. [[1954]]-[[1962]] йылдарҙа «Хеҙмәткә дан»,
Рәсих Нурғәли улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Ҡырмыҫҡалы]] ауылында тыуған.
«Ҡыҙыл таң» газеталарында эшләй.

Урта белем алғандан һуң, 1949—1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда киномеханик булып эшләй.

1951—1956 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.

1956—1958 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый.

[[1957 йыл]]дан матбуғат өлкәһендә хеҙмәт һала: башта «Хеҙмәткә дан» район гәзитендә, ә [[1962 йыл]]дан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитендә эшләй. Был баҫмала әҙәби жеҙмәткәр, үҙ хәбәрсе, 1971 йылдан — мөхәррир урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа мөхәррир була.
Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы [[Фәрит Иҫәнғолов]]тың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы — алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.

== Ижады ==
== Ижады ==
«Һин онотма» исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. [[Китап]] донъяға сыҡҡас, ундағы [[шиғыр]]ҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә.
«Һин онотма» исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. [[Китап]] донъяға сыҡҡас, ундағы шиғырҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә.

Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итә. Уның «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары донъя күрә.

16:20, 21 октябрь 2018 өлгөһө

Ханнанов Рәсих Нурғәли улы
Зат ир-ат
Һөнәр төрө журналист

Ханнанов Рәсих Нурғәли улы (28 октябрь 1931 йыл) — журналист, шағир һәм яҙыусы. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы, 1959 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1960 йылдан КПСС ағзаһы. 1992—1994 йылдарҙа Ҡыҙыл таң республика гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Әнғәм Атнабаев (2005) исемендәге лауреаты.

Биографияһы

Рәсих Нурғәли улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған.

Урта белем алғандан һуң, 1949—1951 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда киномеханик булып эшләй.

1951—1956 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.

1956—1958 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый.

1957 йылдан матбуғат өлкәһендә хеҙмәт һала: башта «Хеҙмәткә дан» район гәзитендә, ә 1962 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитендә эшләй. Был баҫмала әҙәби жеҙмәткәр, үҙ хәбәрсе, 1971 йылдан — мөхәррир урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа мөхәррир була.

Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы — алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.

Ижады

«Һин онотма» исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. Китап донъяға сыҡҡас, ундағы шиғырҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә.

Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итә. Уның «Йәшлек ҡанаттары», «Диңгеҙ ҡарлуғасы», «Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә», «Юл буйынса күк сәскә», «Күңел нуры», «Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!», «Әйтем юҡҡа әйтелмәй», «Ҡатынға бүләк» кеүек йыйынтыҡтары донъя күрә.

Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы. Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. «Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә», «Минең әсәй гөл ярата ине» йырҙары Татарстанда «Йылдың иң яҡшы йыры» тигән исем алды. «Минең Өфөм — Уралдың саф гөлө», баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар