Мозжерин Василий Иванович: өлгөләр араһындағы айырма
Alfiya55 (фекер алышыу | өлөш) ә added Category:Шәхестәр:Нуриман районы using HotCat |
Alfiya55 (фекер алышыу | өлөш) ә added Category:Нуриман районында тыуғандар using HotCat |
||
40 юл: | 40 юл: | ||
[[Категория:Алфавит буйынса ғалимдар]] |
[[Категория:Алфавит буйынса ғалимдар]] |
||
[[Категория:Шәхестәр:Нуриман районы]] |
[[Категория:Шәхестәр:Нуриман районы]] |
||
[[Категория:Нуриман районында тыуғандар]] |
11:03, 23 октябрь 2018 өлгөһө
Мозжерин Василий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 июль 1926 |
Тыуған урыны | Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 апрель 2008 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мозжерин Василий Иванович (12 июль 1926 йыл, Ишембәт ауылы — 2006 йыл, Өфө) — зоогигиенист, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы, БДАУ профессоры, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы (1943—1945). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Биографияһы
Мозжерин Василий Иванович[1] 1926 йылдың 12 июлендә БАССР-ҙың Өфө кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ишембәт ауылында тыуған.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. 1941—42 йылдарҙа Нуриман районында ветеринар фельдшер, 1947 йылдан — Оло Тәләк районында, 1948—51 йылдарҙа Нуриман районының ветеринар дауаханаһында ветеринар табип булып эшләй. 1956 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыусы булып эшләй. 1970—94 йылдарҙа институттың зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария нигеҙҙәре кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1987—89 йылдарҙа ветеринария факультеты деканы була. 1997 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институында лаборатория мөдире, 1998 йылдан баш ғилми хеҙм‑р булып эшләй.
Мозжерин яһалма аэроионлаштырыуҙың сусҡалар организмына биологик йоғонтоһон тикшерә һәм аэроионлаштырыуҙы Башҡортостандың фермаларында һәм малсылыҡ комплекстарында («Ҡарлыман» һәм «Рощинский» совхоздары) ҡулланыуға индерә.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһендә (секторында) тора.
Хеҙмәттәре
Физиологические и зоогигиенические основы аэроионизации //Сб. докладов 4-го Междунар. конгресса по зоогигиене. В. Татры (ЧССР), 1982;
Гигиена сельскохозяйственных животных: Кн. 1, 2. М., 1991 (соавт.).
Бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
Иҫкәрмәләр
- ↑ МОЗЖЕРИН Василий Иванович. Проверено 18 января 2013. Архивировано 28 января 2013 года.
Әҙәбиәт
[1] Башҡорт энциклопедияһы.
Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.
Һылтанмалар
- 12 июлдә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 20 апрелдә вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Фәндәр Академияһы академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 2006 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Шәхестәр:Нуриман районы
- Нуриман районында тыуғандар