Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл: 29 юл:


== Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре ==
== Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре ==
БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972) Башҡортостандың халыҡ артисы (1993)"Почёт Билдәһе" ордены (1986)"Хеҙмәт ветераны" миҙалы (1978) күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары.
* БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
* [[Башҡортостандың халыҡ артисы]] (1993)
* [[«Почёт Билдәһе» ордены]] (1986)
* «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1978)
* күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

09:28, 5 ноябрь 2018 өлгөһө

Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы
рус. Рафаэль Гирфанович Салихов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Муса ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 март 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (11 апрель 1932 — 25 март 2017) — совет һәм Рәсәй театр актеры. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972), Башҡортостандың халыҡ артисы (1993).

Салауат дәүләт башҡорт драма театрының иң сағыу артистарының береһе.

Биографияһы

Рафаэль Ғирфан улы[1] 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Сәлиховтар нәҫелендә артистар булмай, атаһы Рафаэлде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә, әммә ғаиләлә баланың театрға ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәйҙәр.

1946 — 1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡый. Училищены тамамлағандан һуң Рафаэль Сәлихов Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә[2]. 1956 йылда театрҙы Толбазы ауылынан Салауат ҡалаһына күсерәләр.

Артабанғы ижади тормошо Салауат башҡорт драма театры менән бәйле була[3].

Рафаэль Сәлихов — йыраусы драма актеры булараҡ лирик геройҙарҙы һынландырыу өсөн бик яҡшы типаж. Йәш саҡта ул башлыса традицион музыкаль мелодрамаларҙа һөйәрҙәр ролдәрен башҡара,

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Хәлил «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи)
  • Булат (К.Тинчурин, «Зәңгәр шәл» мелодрамаһы)
  • Аскер (У. Гаджибәков, «Аршын мал-алан» музыкаль комедияһы[4]
  • Закир (М. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара Йөҙҙәр» повесы буйынса инсценировка)
  • Айбулат Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса инсценировкаһы)
  • Федор («Шатлыҡ эҙләү» драмаһы)
  • Михаил («Туй көнө» драмаһы)
  • Ябағаев (Мостай Кәрим, «Айгөл Иле» драмаһы)
  • Нуритдин (Т. Абдумомунов, «Ялыу тейеш түгел» драмаһы)
  • Мәхмүт (Ә. Мирзаһитов, «Утлы өйөрмә»)
  • Абдулла (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»)
  • Исламғәли (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»)

Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар