Ковалёв Николай Григорьевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл: 27 юл:
* [[Ленин ордены]] ([[1971]]), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] ([[1966]]), миҙалдар менән бүләкләнгән.
* [[Ленин ордены]] ([[1971]]), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] ([[1966]]), миҙалдар менән бүләкләнгән.
* [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре ([[1966]]). Почётлы авиатөҙөүсе (1997). «Авиация приборҙары төҙөү милли ассоциацияһының» Алтын «Почет Билдәһе» лауреаты (1997).
* [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре ([[1966]]). Почётлы авиатөҙөүсе (1997). «Авиация приборҙары төҙөү милли ассоциацияһының» Алтын «Почет Билдәһе» лауреаты (1997).
* [[2001 йыл]]дың майында Николай Григорьевич Ковалевҡа «[[Өфө ҡалаһы|Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы]]» исеме бирелә.
* [[2001 йыл]]дың майында Николай Григорьевич Ковалевҡа «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» исеме бирелә.


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

05:53, 4 декабрь 2018 өлгөһө

Ковалёв Николай Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 май 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Выселки[d], Таганрогский округ[d], Донецкая губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 3 май 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Почётный авиастроитель Российской Федерации

Ковалев Николай Григорьевич (1 май, 1921 йыл — 3 май, 2002 йыл) — Өфө приборҙар эшләү заводы директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Почетлы авиатөҙөүсе (1997). Авиаприборҙар төҙөү Милли ассоциацияһының алтын «Почет Билдәһе» лауреаты (1997). Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2001).

Биографияһы

Ковалев Николай Григорьевич[1] 1921 йылдың 1 майында Ростов өлкәһе Шахта районы Выселки утарында тыуа. Юғары белемле.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Николай Григорьевич 1939 йылда Новочеркассктағы Дон политехник институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуациялана. 1941 йылдың авгусынан алып Әстерхан, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаларында № 72 Айырым төҙөлөш-монтаж участкаһында прораб булып эшләй.

1946 йылда С. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай. 1952 йылда — СССР авиация сәнәғәте академияһын тамамлай. Институтты тамамлағас, Өфө заводы № 161 баш механик бүлегенә инженер-конструктор итеп йүнәлтелә, аҙаҡ — проект-конструкторлыҡ бюроһы начальнигы урынбаҫары, йыйыу цехы начальнигы була.

19501952 йылдарҙа СССР авиация сәнәғәте министрлығы академияһында уҡый. Һуңынан № 161 Өфө заводына баш механик итеп тәғәйенләнә. 1954 йылда Өфө приборҙар эшләү заводына директор итеп раҫлана.

Н, Г. Ковалев етәкселеге аҫтында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе етештереү ҡоралдары менән яҡшы йыһазландырылған эре предприятие булып үҫешә, авиация һәм космос техникаһы өсөн яңы заманса электрон хисаплау изделиелары сығара. һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966—1970) планын ваҡытынан алда үтәү өсөн Николай Григорьевич заводта ҙур ойоштороу эштәре алып бара, заводта 37 яңы изделиелар үҙләштерелә, производствоға яңы техника һәм фән ҡаҙаныштары индерелә, алдынғы етештереү алымдары ҡулланыла. Завод коллективы биш йыллыҡ планды ваҡытынан алда — 1970 йылдың 11 декабренә үтәп сыға, продукция сығарыу күләме 2,2 тапҡырға арттырыла. Биш йыллыҡтың хеҙмәт етештереүсәнлеге 1965 йыл менән сағыштырғанда 66 процентҡа, тауар продукцияһының үҙҡиммәте 16,5 процентҡа кәмей.

Н. Г. Ковалёв етәкселегендә 14 цех фән ҡушыуына ярашлы реконструкциялана һәм йыһазландырыла.

19661970 йылдарҙағы биш йыллыҡ планды үтәүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөндың 1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Н. Г. Ковалевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1974 йылдың апрелендә уны СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат производствоһы баш конструкторы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1977 йылдаН. Г. Ковалевты Ленинградҡа эшкә күсерәләр. 1988 йылдан алып ул Ленинградтың «Электроавтоматика» фәнни-етештереү берекмәһенең фәнни-тикшеренеү бүлексәһендә генераль директор урынбаҫары, бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

2002 йылдың 3 майында вафат була.

2015 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡала советы депутаттары Николай Ковалев исемен мәңгеләштереү өсөн ҡаланың бер урамына һәм скверына уның исемен биреү тураһындағы ҡарар ҡабул итәӨҙөмтә хатаһы: <ref> асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..

Наградалары

Әҙәбиәт

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмә

  1. КОВАЛЕВ Николай. Дата обращения: 6 апрель 2013. Архивировано 19 апрель 2013 года.

Һылтанмалар