Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы''' (15.12.1935 й. — 27.01.1995 й.) — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һағы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы, 10-сы саҡырылыш Ишембай ҡала Советы депутаты, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты.
'''Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы''' (тыуған: Маҡар районы, Смаҡай ауылы, 15.12.1935 й. — 27.01.1995 й.) — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һағы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы, 10-сы саҡырылыш Ишембай ҡала Советы депутаты, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты.
== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрова 1935 йылдың 15 декабрендә Ишембай эшселәр ҡасабаһы эргәһендә, ике тау араһынан субырлап ҡына ағып ятҡан Буҙайғыр йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы Смаҡайҙа Ибраһим һәм ҙ?? втарҙең күп балалы ғаиләһендә ??-се бала булып тыуа. Башланғыс белемде Смаҡай мәктәбендә ала, 5-се кластан Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡый. Уҡыуға бик отҡор ҡыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм, табип һөнәрен үҙ итеп, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда ла Сәриә үҙен алдынғы студент итеп күрһәтә, һөнәрен тәрәндәнерәк белеү өсөн төрлө ғилми хеҙмәттәр менән таныша, үҙе лә фәнни конференцияларҙа, симпозиумдарҙа сығыш яһай. Ҡулына табип дипломы алғас, тыуған яғы Ишембайға юллана.
Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрова 1935 йылдың 15 декабрендә Ишембай эшселәр ҡасабаһы эргәһендә, ике тау араһынан субырлап ҡына ағып ятҡан Буҙайғыр йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы Смаҡайҙа Ибраһим һәм Миңлекамал Ҡотлобаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде Смаҡай мәктәбендә ала, 5-се кластан Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағас, табип һөнәрен үҙ итеп, әхирәте һәм класташы Зәйнәп Һөйәрғолова менән бергә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда Сәриә үҙен алдынғы студент итеп күрһәтә, һөнәрен тәрәндәнерәк белеү өсөн төрлө ғилми хеҙмәттәр менән таныша, үҙе лә фәнни конференцияларҙа, симпозиумдарҙа сығыш яһай. 1958 йылда үҙенең класташы, нефть институтын шул йылдпа ғына тамамлаған Рәсүл Ғүмәровҡа кейәүгә сыға. 1956 йылда ҡулына табип дипломы алғас, йүнәлтмә буйынса тыуған яғы Ишембай ҡалаһына ебәрелә.


== Хеҙмәт юлы ==
== Хеҙмәт юлы ==
1959 йылдың 11 июлендә ул тәүге эш урыны – “Ишембайнефть” НПУ-һының медицина-санитария часының берләштерелгән хәстәханаһының ишеген асып инә һәм 1-се поликлиниканың цех терапевы булараҡ эш башлай. 1960 йылда врач- невролог итеп күсерелә. Ә 1964 йылда йәш белгесте неврология бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1966 —1968 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса уға Ишембайҙан ситтә эшләргә тура килә.
1959 йылдың 11 июлендә ул тәүге эш урыны – “Ишембайнефть” НГДУ-һының медицина-санитария часының берләштерелгән хәстәханаһының ишеген асып инә һәм 1-се поликлиниканың цех терапевы булараҡ эш башлай. 1960 йылда врач-невролог итеп күсерелә. Ә 1964 йылда йәш белгесте неврология бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1966 —1968 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса уға Ишембайҙан ситтә йәшәргә тура килә.


Әммә 1968 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Ишембай ерендә сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Бүлексә мөдире булараҡ, уға коллективта яҡшы атмосфера булдырыуҙы ғына түгел, ә неврологик ауырыуҙарҙы дауалағанда алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙы ла хәстәрләргә тура килә. 1981 -1982 йылдарҙа Ишембай неврология бүлексәһендә төрлө физиологик дауалау аппараттарынан тыш, батҡаҡ менән дауалау, иглотерапия киң ҡулланыла.
Әммә 1968 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Ишембай ерендә сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Бүлексә мөдире булараҡ, уға коллективта яҡшы атмосфера булдырыуҙы ғына түгел, ә неврологик ауырыуҙарҙы дауалағанда алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙы ла хәстәрләргә тура килә. 1981 -1982 йылдарҙа Ишембай неврология бүлексәһендә төрлө физиологик дауалау аппараттарынан тыш, ләм-һыу менән дауалау, иглотерапия ысулдары киң ҡулланыла.
Ҡала һәм район халҡының байтағы Сәриә Ибраһим ҡыҙының энәләренең дауаһын татый. Артабанғы йылдарҙа Сәриә Ибраһим ҡыҙы, даими рәүештә квалификацияһын күтәреү курстарында уҡып Өфө, Ҡаҙан, Киев, Мәскәү, Алма-ата ҡалаларындағы медицина институттарында неврологияның төрлө йүнәлештәре (нервылар ҡуҙғығанда рефлексотерапия, нерофармокология һәм башҡа йүнәлештәр) буйынса белемен камиллаштыра.
Ҡала һәм район халҡының байтағы Сәриә Ибраһим ҡыҙының энәләренең дауаһын татый. Кәп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, оло йәштәгеләр әле лә Сәриә Ибраһим ҡыҙын ихтирам менән иҫкә ала. Артабанғы йылдарҙа Сәриә Ибраһим ҡыҙы, даими рәүештә квалификацияһын күтәреү курстарында уҡып Өфө, Ҡаҙан, Киев, Мәскәү, Алма-ата ҡалаларындағы медицина институттарында неврологияның төрлө йүнәлештәре (нервылар ҡуҙғығанда рефлексотерапия, нерофармокология һәм башҡа йүнәлештәр) буйынса белемен камиллаштыра.


1987 йылда Сәриә Ибраһим ҡыҙына юғары категориялы врач-невролог квалификацияһы бирелә. 1989 йылда СССР Һаулыҡ һағы министрлығының Юғары ғилми үҙәге курстарында уҡый. 1991 йылда хаҡлы ялға сыға.
1987 йылда Сәриә Ибраһим ҡыҙына юғары категориялы врач-невролог квалификацияһы бирелә. 1989 йылда СССР Һаулыҡ һағы министрлығының Юғары ғилми үҙәге курстарында уҡый. 1991 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә эшен дауам итә.
1996 йылда Ишембай ҡалаһы һәм районының медико-санитария сасының неврология бүлексәһенә Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрованың исеме бирелә, һәм ул ғүмере буйы эшләгән бинаға таҡташ ҡуйыла. Сәриә Ибраһим ҡыҙының сирлеләрҙе дауалау буйынса фиҙәкәр хеҙмәтен Ишембай халҡы бына шулай юғары баһалай.


== Ғаилә хәле ==
== Ғаилә хәле ==
Тормош юлдашы Рәсүл Абдрахман улы менән бер ул тәрбиәләйҙәр Улдары, атаһы юлынан китергә ҡарар итеп, Өфө нефть институтын тамамлай һәм әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында эшләй.
Тормош юлдашы Рәсүл Абдрахман улы менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Улдары Рөстәм, атаһы юлынан китергә ҡарар итеп, Өфө нефть институтын тамамлай һәм әлеге ваҡытта Санкт-Петербупг ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эшләй. Сәриә Ибраһим ҡыҙының бүләләре: Ләйсән һәм Рәмил. Ләйсән Асель , Рәмил Әминә исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Рөстәм һәм уның балалары Ләйсән менән Рәмил — техник фәндәр кандидаттары.


== Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары ==
== Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары ==
19 юл: 20 юл:


• “Хеҙмәт ветераны” миҙалы (1991 йыл);
• “Хеҙмәт ветераны” миҙалы (1991 йыл);

• Ишембай ҡала Советы депутаты (10-сы саҡырылыш, 1965 йыл).


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

09:37, 6 декабрь 2018 өлгөһө

Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (тыуған: Маҡар районы, Смаҡай ауылы, 15.12.1935 й. — 27.01.1995 й.) — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һағы ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы, 10-сы саҡырылыш Ишембай ҡала Советы депутаты, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты.

Биографияһы

Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрова 1935 йылдың 15 декабрендә Ишембай эшселәр ҡасабаһы эргәһендә, ике тау араһынан субырлап ҡына ағып ятҡан Буҙайғыр йылғаһы буйында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы Смаҡайҙа Ибраһим һәм Миңлекамал Ҡотлобаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде Смаҡай мәктәбендә ала, 5-се кластан Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағас, табип һөнәрен үҙ итеп, әхирәте һәм класташы Зәйнәп Һөйәрғолова менән бергә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда Сәриә үҙен алдынғы студент итеп күрһәтә, һөнәрен тәрәндәнерәк белеү өсөн төрлө ғилми хеҙмәттәр менән таныша, үҙе лә фәнни конференцияларҙа, симпозиумдарҙа сығыш яһай. 1958 йылда үҙенең класташы, нефть институтын шул йылдпа ғына тамамлаған Рәсүл Ғүмәровҡа кейәүгә сыға. 1956 йылда ҡулына табип дипломы алғас, йүнәлтмә буйынса тыуған яғы Ишембай ҡалаһына ебәрелә.

Хеҙмәт юлы

1959 йылдың 11 июлендә ул тәүге эш урыны – “Ишембайнефть” НГДУ-һының медицина-санитария часының берләштерелгән хәстәханаһының ишеген асып инә һәм 1-се поликлиниканың цех терапевы булараҡ эш башлай. 1960 йылда врач-невролог итеп күсерелә. Ә 1964 йылда йәш белгесте неврология бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1966 —1968 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса уға Ишембайҙан ситтә йәшәргә тура килә.

Әммә 1968 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Ишембай ерендә сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Бүлексә мөдире булараҡ, уға коллективта яҡшы атмосфера булдырыуҙы ғына түгел, ә неврологик ауырыуҙарҙы дауалағанда алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙы ла хәстәрләргә тура килә. 1981 -1982 йылдарҙа Ишембай неврология бүлексәһендә төрлө физиологик дауалау аппараттарынан тыш, ләм-һыу менән дауалау, иглотерапия ысулдары киң ҡулланыла. Ҡала һәм район халҡының байтағы Сәриә Ибраһим ҡыҙының энәләренең дауаһын татый. Кәп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, оло йәштәгеләр әле лә Сәриә Ибраһим ҡыҙын ихтирам менән иҫкә ала. Артабанғы йылдарҙа Сәриә Ибраһим ҡыҙы, даими рәүештә квалификацияһын күтәреү курстарында уҡып Өфө, Ҡаҙан, Киев, Мәскәү, Алма-ата ҡалаларындағы медицина институттарында неврологияның төрлө йүнәлештәре (нервылар ҡуҙғығанда рефлексотерапия, нерофармокология һәм башҡа йүнәлештәр) буйынса белемен камиллаштыра.

1987 йылда Сәриә Ибраһим ҡыҙына юғары категориялы врач-невролог квалификацияһы бирелә. 1989 йылда СССР Һаулыҡ һағы министрлығының Юғары ғилми үҙәге курстарында уҡый. 1991 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә эшен дауам итә. 1996 йылда Ишембай ҡалаһы һәм районының медико-санитария сасының неврология бүлексәһенә Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрованың исеме бирелә, һәм ул ғүмере буйы эшләгән бинаға таҡташ ҡуйыла. Сәриә Ибраһим ҡыҙының сирлеләрҙе дауалау буйынса фиҙәкәр хеҙмәтен Ишембай халҡы бына шулай юғары баһалай.

Ғаилә хәле

Тормош юлдашы Рәсүл Абдрахман улы менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Улдары Рөстәм, атаһы юлынан китергә ҡарар итеп, Өфө нефть институтын тамамлай һәм әлеге ваҡытта Санкт-Петербупг ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эшләй. Сәриә Ибраһим ҡыҙының бүләләре: Ләйсән һәм Рәмил. Ләйсән Асель , Рәмил Әминә исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Рөстәм һәм уның балалары Ләйсән менән Рәмил — техник фәндәр кандидаттары.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы (11.06.1973 йыл);

• “Хеҙмәт ветераны” миҙалы (1991 йыл);

Әҙәбиәт

  • Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
  • К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).
  • В. Л. Игнатьев «Ишимбай: ХХ век».

Иҫкәрмәләр