Карманов Афанасий Георгиевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, өҫтәмә мәғлүмәт
34 юл: 34 юл:


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/6610-karmanov-afanasij-georgievich}} {{V|8|01|2019}}
* {{Warheroes|id=1962}}
* {{Warheroes|id=1962}}
* [http://airaces.narod.ru/all9/karmanov.htm Карманов Афанасий Георгиевич].
* [http://airaces.narod.ru/all9/karmanov.htm Карманов Афанасий Георгиевич].
43 юл: 44 юл:
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар]]
[[Категория:18 ғинуарҙа тыуғандар]]
[[Категория:1907 йылда тыуғандар]]
[[Категория:Баҡалы районында тыуғандар]]
[[Категория:Баҡалы районында тыуғандар]]
[[Категория:Өфө губернаһында тыуғандар]]
[[Категория:Өфө губернаһында тыуғандар]]
[[Категория:23 июндә вафат булғандар]]
[[Категория:1941 йылда вафат булғандар]]
[[Категория:Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар]]
[[Категория:Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар]]
[[Категория:КПСС ағзалары]]
[[Категория:КПСС ағзалары]]

12:59, 8 ғинуар 2019 өлгөһө

Карманов Афанасий Георгиевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 18 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Кәстәй, Бакалинская волость[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ҡәбере һүрәте
Әүҙемлек урыны Арҙат (Туймазы районы)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Карманов Афанасий Георгиевич (18 ғинуар 1907 йыл — 23 июнь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, осоусы, эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).

Биографияһы

Афанасий Георгиевич Карманов 1907 йылдың 18 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Иҫке Кәстәй ауылында тыуған.

Туймазы районының Арҙат ауылында биш класты тамамлай.

Армияға тиклем ауыл хужалығында эшләй. 1929 йылдан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Өфө аэроклубында шөғөлләнә, 1933 йылда Ырымбур осоусылар мәктәбен тамамлай. 1938 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Совет-фин һуғышында ҡатнаша, унда 50-нән ашыу хәрби осош яһай. Осоштарҙың береһендә үҙе менән бер парҙа осоусы хәрби дуҫын — осоусы Морозовты ҡотҡара. Фин саңғысылары Морозовтың бәреп төшөрөлгән самолетына яҡынлаша башлағанда, Карманов үҙенең И-16 самолеты менән йәнәш ултыра һәм дуҫын алып һауаға күтәрелә. Совет-фин һуғышындағы батырлыҡтары өсөн А. Г. Карманов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда А. Г. Карманов Молдавияла хеҙмәт итә, унда 4-се истребителдәр авиаполкының эскадрилья командиры була. 22 июндә һауа һөжүме тураһында сигналдан һуң, 10 МиГ-3 совет истребителе һауаға күтәрелә. Уларға 85 немец бомбардировщигы ҡаршы килә. Карманов эскадрильяһын атакаға йүнәлтә. Иртәнге яҡынса 04:30 сәғәттә Карманов беренсе самолетты, шунан тағы өс бомбардировщикты бәреп төшөрә. Паникаға бирелеп, немец самолеттары бер береһенә ҡарай осоп, һауала өс тапҡыр бәрелеш яһай.

23 июндә Карманов командалығындағы эскадрилья «Мессершмиттар» оҙатыуында 20 Ю-87 бомбардировщигына ҡаршы осрай. Карманов был һуғышта ике Мессершмитты бәреп төшөрә, ә патрондары бөткәс — өсөнсөһөн таранлай һәм һәләк була. 1941 йылдың 17 июлендә Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләү ҡағыҙы төҙөлә, ә исем үҙе үлгәндән һуң, 1942 йылдың 27 мартында бирелә.

А. Г. Кармановтың ҡәбере Кишинёв ҡалаһында, «Eternitate» мемориаль комплексы составына ингән хәрби зыяратта урынлашҡан.

Хәтер

  • 1964 йылда Кишинёв ҡалаһының Рышкановка районындағы бер урам (элекке Школьная) Карманов исеме менән атала. 2000 йылдан ул Думитру Рышкану урамы тип үҙгәртелә. 14-се йортта А. Г. Кармановҡа бағышланған мемориаль таҡтаташ урынлаштырыла.
  • 2005 йылдың 6 майында,Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 60 йыллығында, Туймазы ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһы асыла, унда А. Г. Кармановҡа бюст ҡуйыла[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 27 мартындағы Указы менән командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн Карманов Афанасий Георгиевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][4].
  • Ленин ордены менән бүләкләнгән (1942 йылда, үлгәндән һуң),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940 йылдың марты).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы
  2. Карманов Афанасий Георгиевич.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 20, л. 508, 509).
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 11, л. 1).

Әҙәбиәт

  • Каримов А. Угол атаки. — Уфа, 1988.
  • Кишинёв. Энциклопедия. — Киш.: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — С. 269.

Һылтанмалар