Капри: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Капри''' ({{Lang-it|Capri}}) — [[Тиррен диңгеҙе|Тиррен диңгеҙендә]] ([[Урта диңгеҙ|Урта диңгеҙенең]] өлөшө), Кампани регионының Неаполдең [[Италия|итальян]] провинцияһына инә. Рим республикаһы ваҡыттарынан алып популяр диңгеҙ курорты.
'''Капри''' ({{Lang-it|Capri}}) — [[Тиррен диңгеҙе|Тиррен диңгеҙендә]] ([[Урта диңгеҙ|Урта диңгеҙенең]] өлөшө), Кампани төбәгенең [[Италия|итальян]] провинцияһы Неаполгә инә. Рим республикаһы ваҡыттарынан алып популяр диңгеҙ курорты.


== Этимологияһы ==
== Этимологияһы ==

19:10, 7 февраль 2019 өлгөһө

Капри
итал. Capri
Рәсем
ХФА-лағы транскрицияһы ˈkaːpri
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Капри[d]
Административ-территориаль берәмек Неаполь[d]
Урын Неаполитанский залив[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Тиррен диңгеҙе
Иң юғары нөктә Monte Solaro[d]
Халыҡ һаны 12 903 кеше (2022)
Административ рәүештә бүленә Капри[d] һәм Анакапри[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 589 метр
Оҙонлоҡ 6,3 km
Киңлек 2,7 km
Майҙан 10,4 км²
Вики-проект Проект:Италия[d], WikiProject Kingdom of Naples[d], WikiProject Travel and Tourism[d], Википедия:Форум/Географический[d] һәм Проект:Острова[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Capri (island)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Capri (island)[d]
Карта
 Капри Викимилектә

Капри (итал. Capri) — Тиррен диңгеҙендә (Урта диңгеҙенең өлөшө), Кампани төбәгенең итальян провинцияһы Неаполгә инә. Рим республикаһы ваҡыттарынан алып популяр диңгеҙ курорты.

Этимологияһы

Бәлки, был утрау исеме боронғо грек κάπρος — «ҡабан», «вепрь» һүҙенә барып тоташҡандыр.[1] Әммә тағы бер версия бар, уның буйынса утрау исеме һуңғыраҡ латин теленән caprea — кәзә һүҙенән килеп сыҡҡан.[2][3]

Географияһы

Утрауҙың немец картаһы (xix быуат аҙаҡтарында).

Капри утрауы Неаполитан ҡултығының көньяҡ өлөшөндә, Соррентин мороно осонан яҡынса көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны —10,4 км² . Иң юғары нөктәһе — Монте - Соларо, 589 метр. Вулкандан барлыҡҡа килгән утрау, уның нигеҙе күбеһенсә эзбизташтан тора. Ҡаялар, тәбиғи аркалар һәм мемерйәле текә ярҙар был рельеф өсөн хас. Утрау флораһында урта диңгеҙ сәнскеле ҡыуаҡтары өҫтөнлөк итә.[4]

Утрауҙарың баш ҡалаһы — Капри, утрауҙа даими йәшәгән халҡының күпселеге бында тора, уға ике гавань ҡарай — Марина - Пиккола һәм Марина - Гранд. Утрауҙың икенсе ҡалаһы — Анакапри, унда күп виллалар урынлашҡан.

Утрауының төньяҡ ярында иң иҫтәлекле популяр урындарҙың береһе — Зәңгәр грот урынлашҡан.

Тарихы

Каприны император Август, 29 б. э. т. неаполитанлыларҙан тартып алған. Император Тиберий бында бер нисә иҫ киткес вилла төҙөй, утрау уның иң яратҡан урыны була киткән һәм уның ваҡытында иң популяр ял итеү урынына әйләнә. Үҙ ғүмеренең һуңғы 10 йылын Тиберий утрауҙа үткәрә. Һуңыраҡ утрау һөргөн урынына әйләнә[5].

Иҡтисады

Утрау халҡы туристик тармағы менән, субтропик игенселек, баҡсасылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Ҡоро ер менән бәйләнеш — шәхси катерҙар һәм паром.

Утрау ҡатындар өсөн айырым төр салбар фасонына исем бирә: капри — кыҫка, тәнгә һылашып тоған салбар, улар тубыктан саҡ ҡына оҙонораҡ, тышҡы яҡтан ҙур булмаған уйымы бар.

Иҫтәлекле урындары

  • Монте - Соларо тауы (589 м). Анакапринан тауға аҫылмалы ҡанат юлы алып бара. Тауға, яҡынса VII—VI б.э. т. даталанған «Финик баҫҡыстары» (921 баҫҡысы) буйлап менергә мөмкин. Уның түбәһенән Неапольға, Аненниндың көньяк осона һәм култығына куренеш асыла.
  • Зәңгәр грот исемле яр мәмерйәһе

Капри донъя мәҙәниәтендә һәм тарихында

Нобель премияһы лауреаты Эмиль Беринг виллаһы (бордовый), 1906-1913 йылдарҙа Горький йәшәгән.
Август һәм Фаральони баҡсаларынан күренеш

Төрлө ваҡытта утрауҙа йәшәүселәр:

  • Утрауҙа (дөрөҫөрәге — Малапарт Курцио виллаһында) Жан-Люк Годар Презрение (1963, А. Моравианың шул уҡ исемле романы буйынса) һәм Лилиана Кавань Тире (1981, Малапарте романы буйынса) фильмдар төшөрөлә.
  • Утрауҙа 1948 йылда үткәрелгән иң беренсе Гран Italia фестивале үтә.
  • 2009 йылдан алып Горький премияһы тапшырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Капри мәктәбе

Иҫкәрмәләр

  1. Andrén, Arvid (1980). Capri: age to the stone age tourist from the. p. 250. ISBN 91-85058-98-X
  2. Кап // географик атамалар донъяһы: Поспеловтың һүҙлеге. — М.: АСТ. 2001 Е. М. Поспелов
  3. Кап // географик атамалар донъяһы: Поспеловтың һүҙлеге. — М.: АСТ. 2001 Е. М. Поспелов.
  4. Кап // ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә — М.: советская энциклопедия. 1969-1978.
  5. Антик һүҙлеге. — Немец теленә тәржемә иткән. М.: Прогресс. Лейпцигский институты библиография. 1989.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар