Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө): өлгөләр араһындағы айырма
Айсар (фекер алышыу | өлөш) яңы мәғлүмәт |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
39 юл: | 39 юл: | ||
[[Категория:Салауат Юлаев]] |
[[Категория:Салауат Юлаев]] |
||
[[Категория:Өфө һәйкәлдәре]] |
[[Категория:Өфө һәйкәлдәре]] |
||
[[Категория:Башҡортостан һәйкәлдәре]] |
04:34, 22 февраль 2019 өлгөһө
Һәйкәл | |
Салауат Юлаев
| |
Ил | Башҡортостан |
Ҡала | Өфө |
Салауат Юлаев Викимилектә |
Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ҡуйылған урыны ла бик уңышлы һайланған. Скульптор — Сосланбәк Тавасиев, Архитектор — Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы.
Өс йылдан һуң уның авторы Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була.
Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна
Салауат Юлаев һәйкәле — башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә. Был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.
2017 йылдың 17 ноябрендә һәйкәлдең асылыуына 50 йыл тулыу «Мәңге беҙҙең йөрәктә — Башҡорт улы Салауат!» исемле сара менән тантаналы шарттарҙа билдәләнде[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡортостандың баш ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәленең 50 йыллығы айҡанлы тантаналы сара уҙҙы. , 2017, 17 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2017)
Һылтанмалар
Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө) Викимилектә |
- Сорокина В. М. Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Видео: Силәбе өлкәһе Арғыяш районында Салауат Юлаев һәйкәлен асыу. Челябинская государственная телевизионная и радиовещательная компания
- Памятник Салавату Юлаеву в Уфе (сферик панорама)
- Салауат Юлаев һәйкәле янында 3D панорама