Мышы: өлгөләр араһындағы айырма
ә r2.6.5) (робот өҫтәне: my:မုစကောင် |
ә r2.6.5) (робот үҙгәртте: iu:ᑐᒃᑐᕙᒃ |
||
72 юл: | 72 юл: | ||
[[is:Elgur]] |
[[is:Elgur]] |
||
[[it:Alces alces]] |
[[it:Alces alces]] |
||
[[iu:ᑐᒃᑐᕙᒃ |
[[iu:ᑐᒃᑐᕙᒃ]] |
||
[[ja:ヘラジカ]] |
[[ja:ヘラジカ]] |
||
[[ka:ლოსი]] |
[[ka:ლოსი]] |
14:39, 22 октябрь 2011 өлгөһө
Мышы | |
---|---|
Мышы | |
Батшалыҡ | Хайуандар |
Тип | Хордалылар |
Класс | Һөтимәрҙәр |
Инфракласс | Плаценталылар |
Отряд | Айры тояҡлылар |
Ярым отряд | Көйшәүселәр |
Ғаилә | Боландар |
Ярым ғаилә | Ҡоралайҙар |
Ырыу | Мышылар |
Төр | Мышы |
Халыҡ-ара фәнни исеме | |
Moose distribution.png | |
Йәшәү ареалы | |
Мышы (лат. Alces alces) — ҡуштояҡтар төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була.Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ.
Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрь—ғинуар айҙарында мөгөҙө төшә һәм март айында яңынан үҫә башлай.
Мышылар йәшәү урыны итеп урмандағы йылға, күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар.
Инә мышы май, июнь айҙарында ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик һөт менән генә туҡланалар.
Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара. Рөхсәт менән уларға һунар итеү ҡаралған.