Антипин Юрий Викторович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә фш
1 юл: 1 юл:
{{фш|Антипин}}
{{Учёный
{{Учёный
|Имя = Юрий Викторович Антипин
|Имя = Юрий Викторович Антипин

02:57, 4 май 2019 өлгөһө

Юрий Викторович Антипин
Тыуған көнө

30 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Вафат көнө

6 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Эшләгән урыны

УГНТУ

Альма-матер

УГНТУ

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Антипин Юрий Викторович (1939 йыл 30 июнь, Өфө, Башҡорт АССР-ы — 6 июль 2014 йыл, Өфө ҡалаһы) — совет һәм Рәсәй инженеры. Техник фәндәр докторы (1993), ӨДНТУ профессоры («Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» кафедраһы (1995)). Рәсәй Федерацияһының Почетлы нефтсеһе (1998), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003).

Биографияһы

Антипин Юрий Викторович 1939 йылдың 30 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1962 йылда Өфө нефть институтының «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү» бүлеген тамамлай.

«Ишембайнефть» фәнни-производство идаралығы мастеры булып эш башлай (1962—1963), инженер, ӨНИ-ӨДНТУ-ла ассистент, доцент була. 1963 йылдан алып ӨДНТУ профессоры.

Ғилми-тикшеренеү эше нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм нефть сығарыу менән бәйле бер нисә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған. Эшенең төп йүнәлеше нефть скважиналарын эксплуатациялауҙың ҡатмарлы шарттарында нефть сығарыу процестарын өйрәнеү, нефть сығарыу ҡорамалдарында органик булмаған тоҙ ултырмалары барлыҡҡа килеүҙе тикшеренеү менән бәйле була. 12 патент һәм авторлыҡ танытмалары авторы, тоҙ ултырмалары зоналарын табыу һәм уларҙың барлыҡҡа килеүен күҙаллау ысулдарын уйлап таба . 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Диссертация тикшеренеү темалары: « Баҫым градиенты бәләкәй саҡта фильтрация үҙенсәлектәрен өйрәнеү» (1970), «Нефть сығарғанда тоҙ ҡатламдары барлыҡҡа килеү сәбәптәре, шарттары, уны күҙаллау һәм улар менән көрәш ысулдарын эшләү» (1993).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе (1998)

«Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе, СССР нефть сәнәғәте министрлығының почет грамотаһы, ӨДНТУ почет грамотаһы, «Юғары мәктәп отличнигы» почет билдәһе.

Әҙәбиәт

Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 694, [1] с. : портр.; 27 см. С. 27

Библиография

Антипин Юрий Викторович. «Нефть сығарғанда тоҙ ҡатламдары барлыҡҡа килеү сәбәптәре, шарттары, уны күҙаллау һәм улар менән көрәш ысулдарын эшләү» : техник фәндәр докторы диссертацияһы … : 05.15.06. — Б. м., 1993. — 379 бит

Һылтанмалар

Свободная энциклопедия Урала

Хафизов А. Р. АНТИПИН Юрий Викторович //Башкирская энциклопедия башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/9061-antipin-yurij-viktorovich